Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ баймаҡтар бит әле!”
“Беҙ баймаҡтар бит әле!”Беҙ килеп ингәндә район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов ниндәйҙер китап ҡарап ултыра ине.
— Яҡташыбыҙ, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың китабын сығарғайныҡ. Әле генә тәүге данаһын алып килделәр, — тине ул, ихлас ҡыуанып.
— Нисек булған һуң?
— Шәп! — Ысынлап та, сифатлы ҡағыҙҙа, ялтлап торған тышлыҡтағы китап ғәжәп матур.
— Ағай бирешеберәк тә тора, күңеле лә булыр, — тип өҫтәне етәксе.
Баҫма “Беҙ баймаҡтар бит әле” тип исемләнгәйне. Уның тәүге битен асып, “Баймаҡ — үҙ батырҙары менән шөһрәтле ил! Эйе, эйе…” тигән юлдарҙы ҡысҡырып уҡыным да хакимиәт башлығына:
— Шундай аҫыл кешеләр менән осрашҡанда шәп булыр ине, — тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Әлбиттә! — Бөгөн районыбыҙҙың иң төпкөлөнә, Бөрйән сигендәге Бетерә ауылына, сәфәр сығырға тора инем. Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар тигән шәп егеттәр бар унда. Күптән түгел 8 миллион һумға ағас эшкәртеү станогы алғайнылар, эштәре менән танышырға ине иҫәп. Улайһа, ҡуҙғалдыҡ, юл алыҫ ҡына. “Беҙ баймаҡтар бит әле!”
Бер нисә минуттан беҙ машинала елдерә инек. Рулгә етәксенең үҙе ултырыуына ғәжәпләнеп:
— Әллә шоферығыҙ юҡмы? — тип һорай ҡуйҙым.
— Бар, әммә мин район буйлап бер ваҡытта ла шофер менән йөрөмәйем.
Тирә-яҡ һарғылт төҫкә ингән. Баймаҡ ерҙәренең иркенлеге! Йәйрәп ятҡан яландарҙа өйөр-өйөр йылҡы кинәнеп үлән уртлай.
— Республикала һыйыр, йылҡы малы үрсетеү буйынса Баймаҡҡа еткән район юҡ, — тине Илшат Хәмит улы. — Анау ҙур өйөрҙөң бер ғаиләнеке булыуы ла ихтимал.
— Ул тиклем йылҡыға бесән еткерергә лә кәрәк әле.
— Башҡорт аты сыҙамлы бит ул, ғүмер буйы тибендә йөрөгән. Беҙҙекеләр ҙә йыл әйләнәһенә тиерлек үҙ йүнен үҙе күрә...
Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү йылдарында барлыҡҡа килгән Һаҡмар ауылын үтеп бер аҙ барғас, Түбә ҡасабаһы күренде. Бында заманында рудник уңышлы эшләй, тауары илебеҙҙең төрлө тарафтарына оҙатыла, ләкин йылдар үткәс, ул ябыла.
— Әллә өс ҡатлы бинаны аҡтара башлағандар инде? Ҡыйығы һүтелгән һымаҡ.
— Анау йортто әйтәһеңме? — Илшат Ситдиҡов ҡулы менән төртөп күрһәтте. — Шундай шәп бинаны кем юҡ итергә биреп ҡуйһын! Күптән түгел бер эшҡыуар һатып алды ла әле шуның ҡыйығын яңырта. Элекке тегеү фабрикаһының бинаһы ул. — Етәксе шулай тине лә ғәжәп хәлде һөйләне. — Имеш, бер Баймаҡ кешеһе Мәскәүгә барған. Шунда сират тороп урын кәрәк-ярағын ала, яҙыуын ҡараһа — Түбәлә тегелгән. Ә үҙебеҙҙә уны табып булмай торғайны. Бар ине шундай замандар…
“Беҙ баймаҡтар бит әле!”Бына Кесе Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәскә лә яҡынлаштыҡ. Илшат Хәмит улы үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң механизатор булып эшләгән, унан — әрме хеҙмәте. Ғәскәри бурысын үтәп ҡайтҡас, Йылайыр совхоз-техникумында белем ала. Шунан башлана егеттең хеҙмәт юлы…
Халҡыбыҙҙың тарихы бөркөлөп торған ҙур бер музей кеүек күренде миңә Темәс. Легендар шәхестәребеҙ — Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабичтың эҙҙәрен һаҡлаған ике ҡатлы бина әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. 1919 йылдың 21 февралендә Темәстә ҡыҙылдар яғына күскән полктар вәкилдәренең съезы була. Был йыйында Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы революцион комитеты ойошторола. Ә 20 марттан 1920 йылдың авгусына ҡәҙәр ауыл Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы була.
— Беҙҙең Темәс — районда ғына түгел, Көньяҡ Уралда иң ҙур ауылдарҙың береһе. — Уйҙарымды Илшат Хәмит улының тауышы бүлде. — Бында дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй.
— Халыҡ нимә менән шөғөлләнә?
— Теләге булған кеше эшһеҙлектән йонсомай инде. Леспромхоз тарҡалғас, тәүҙә баҙап ҡалған һымаҡ булғайнылар ҙа, хәҙер емертеп донъя көтәләр. Берәүҙәр кирбес заводында тир түкһә, икенселәре йәшелсә, кәбеҫтә үҫтереп һата. Утыҙлап кешенең пилорамаһы бар, ике һөт ҡабул итеү пункты эшләй. Аҙнаһына ике көн баҙар гөрләп тора.
Ул арала юлдың һул яғында ниндәйҙер бина күренде.
— Уныһы Рәмил Солтанов атлы уҙамандың таҡта ярыу, яҫмаҡ таш сығарыу цехтары, әллә күпме кешене эшле итте инде ул. — Әйҙә, инеп сығайыҡ әле. — Хакимиәт башлығы “тимер ат”ын таштар өйөлөп торған ергә ҡайырҙы.
— Хәлдәр нисек? — Илшат Хәмит улы егеттәргә күптәнге танышылай өндәште. Тәбиғи байлыҡты сығарыу мастеры Илгиз Байрамғолов ине ул, ә хужаны “Беҙ баймаҡтар бит әле!”күрергә насип булманы.
— Бөрйәнгә эш менән китте, — тип яуапланылар.
— Бына ошоларҙы эшкәртә беҙҙең егеттәр, — тине, матур итеп теҙеп ҡуйылған таштарҙы күрһәтеп, Илшат Хәмит улы. — “Золотит” тип атала.
Етәксе станок янында таштарҙы бысып торған егеттән хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
— Эшләүгә ҡарап. Былай 30 мең һум самаһы сыға.
— Һәйбәт!
Алтындай ялтлап торған был таштарҙы Сочи, Мәскәү ҡалаларынан, башҡа төбәктәрҙән юллап киләләр. Бабич юҡҡа ғына, Башҡортостандың һәммә ере хазина менән тулы, тип яҙмаған. Ошо байлыҡтан үҙенә шөғөл тапҡан, әллә күпме ауылдашын эшле иткән егеттәребеҙгә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең!
— Ярай, уңыштар һеҙгә! Етәксегеҙгә сәләм әйтегеҙ.
Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Темәсте үтеүгә асфальт юл бөттө, икһеҙ-сикһеҙ ҡарағай урмандары йәнә ҡуйыра башланы. Бер нисә йорттан торған Сәксәй ауылында ла тормош гөрләй. Радмир Ирназаров бура бурап, таҡта ярҙыра. Транспорты ла етерлек. Бөтмөр егеттең ҡулы аҫтында — ҡырҡлаған кеше.
Республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында халыҡ хатта өй һалырлыҡ ағас ала алмағанда, бында һәр ерҙә тиерлек кәсеп итәләр. Ошо хаҡта Илшат Хәмит улының үҙенә әйткәс, ул йөҙөнә ихлас ҡәнәғәтлек билдәһе сығарып:
— Аллаға шөкөр, урмандарыбыҙҙы ете-яттарҙың ҡулына тоттороп ҡуйманыҡ, — тине. — “Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөлдө. Аукционда еңеп сыҡтыҡ. Барыһы ла уның директоры Илдар Йомағоловтың тәүәккәллегенә бәйле. Аҡыллы, белемле егет, кеше менән һөйләшә белә. Дәғүәләшеп, үҙ һүҙен һүҙ итә белеүе арҡаһында хәҙер урманға үҙебеҙ хужа. Бөгөн был берлек райондың 41 эшҡыуарын берләштерә. Үҙебеҙҙеке булғас, егеттәр урманға һаҡсыл ҡарай. Мәҫәлән, ун гектар майҙанда ағас ҡырҡһалар, урынына ун бер гектарҙа үҫенте ултырталар.
Күренекле шағир Рәйес Түләктең “Баймаҡтарҙың түше күгәреп йөрөй, имеш,” тигән шиғыр юлдары тиккә яҙылмаған икән, тип уйлап ҡуйҙым. Кәрәк урында күкрәк һуғырға ла хаҡтары бар шул. Бығаса күрше өлкәнән ҡоралланған әҙәмдәрҙең Баймаҡ ҡойоу-механика заводындағы ҡыйбатлы ҡорамалдарҙы алып китергә маташыуы, шул ваҡыт суд приставы булып эшләгән бер егеттең тәүәккәллеге, бандиттарға (башҡа һүҙ юҡ) ҡаршы сығып, уларға юл бирмәүе иҫкә төштө. Их, Баймаҡ кеүек райондар, ундағы кеүек рухлы кешеләр күберәк булһа икән!
Бына Бетерәгә лә аяҡ баҫтыҡ. Ғәжәп матур төбәктә урынлашҡан ул. Район үҙәгенән 75 cаҡрым алыҫлыҡта. Был ауыл үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында нигеҙләнә. “Һәүәнәк” төҙөлөш комбинаты булдырылғас, ауыл да үҫә. Аҙаҡ ул Темәс леспромхозына әйләнә, әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында ойошма юҡҡа сыға.
— Булдырам тигән кеше юҡты ла бар итә, — тип һүҙен дауам итте район етәксеһе. — Беҙ күрәсәк егеттәр Тимур менән Илсур кескәйҙән етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Хәҙер ауылдарында эшһеҙ кеше юҡ.
— Һаумыһығыҙ! — Беҙҙе эшҡыуарҙарҙың өлкәне Тимур ҡаршы алды.
“Беҙ баймаҡтар бит әле!”— Илсур ҡайҙа? — тип һорап та өлгөрмәнек, ул зәһәр шәп машинаһында елдереп килеп тә етте. Күҙҙәренән нур, йөҙҙәренән дәрт, ихласлыҡ бөркөлөп торған егеттәр беҙҙе арбаны ла ҡуйҙы.
Хакимиәт элек буш торған бинаны биреп ҡуйған. Уға матур итеп төкәтмә эшләгәндәр. Ике ҡатлы ял бүлмәһе лә ҡайһылай ҡупшы килеп сыҡҡан! Теләйһең икән, телевизор ҡарап алырға мөмкин.
Хайран ҡалып, Нәбиуллиндарҙың эше менән танышабыҙ. Күптән түгел Таиландтан, Германиянан махсус ҡорамалдар килтерткәндәр. Беҙҙең күҙ алдында евровагонка, ваҡ таҡтаны елем менән “үҫтергәндәре” барлыҡҡа килә. Хатта һәр бер хеҙмәткәргә махсус кейем дә тектергәндәр. Сер түгел: бөгөн бары табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел. Күрше ауылдарҙан килеп эшләүселәргә Нәбиуллиндар үҙҙәренең йортонан урын биргән. Башлыҡ уларҙың хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынды.
— Оҡшай, — тине барыһы ла. — Ҡыш хатта Абҙаҡтағы тау саңғыһы юлына, “Яҡтыкүл” шифаханаһына ял итергә барып ҡайттыҡ.
Нәбиуллиндар йыл да Түбә балалар йортондағы сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһына берәр мең һум аҡса бирә.
— Ә мәсеткә кеше йөрөймө? — тип ҡыҙыҡһынды хакимиәт башлығы, ҡалҡыулыҡта ауылдың йәме булып ултырған иман йортона күҙ һалып. Баҡһаң, уны ошо бер туғандар төҙөткән икән.
— Йөрөй. — Егеттәрҙең яуабы ышаныслы яңғыраны. — Беҙҙә халыҡ дәррәү бит ул, башлап ебәреүсеһе генә булһын. Төҙөгәндә лә, биҙәкләү, буяу эштәренә лә һәр береһе сыҡты. Дингә йөҙө менән боролоусылар һаны артҡандан-арта, әле илленән ашыу кеше иман юлында.
— Ағасты ҡайҙан алаһығыҙ? — тип һорамай булдыра алманым.
— Әлегә һатып алабыҙ. Ҡуртымға алырға ине лә, килеп сыҡмайыраҡ тора. Урман хужалығы министрлығынан ҡайтып ингән юҡ тигәндәй.
— Ағасты тап ошондай егеттәргә бирергә кәрәк, — тине район етәксеһе.
Егеттәр коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға һүҙ бирҙе. Бындай уңғандар менән хушлашҡас, Илшат Хәмит улы ауыл осондағы төҙөлөш барған урынды күрһәтте:
— Ана тегендә “Башагрофин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, инвестор булараҡ, ағас эшкәртеү цехы төҙөй. Ул 62,5 миллион һум тора. Киләһе йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. Әле утыҙ миллионы үҙләштерелде. Тимәк, йәнә бер нисә кешегә эш урыны буласаҡ…
— Уныһы шулай ҙа ул, Нәбиуллиндарға конкурент булмаҫмы?
— Юҡ. Улар йорт һалыу өсөн “ҡәләм” буралар эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк.
Темәс ауылында шул уҡ ойошма һөт заводы төҙөй. Унда ла һуғылды етәксе. Сменаһына 70 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ был завод. Йәнә утыҙлаған кешегә эш урыны көтөлә.
— Бөтәһе лә планға ярашлы бара, әле тейешле ҡорамалдар килтереү хәстәрен күрәбеҙ, — тине төҙөүсе егеттәр.
Бөгөн Баймаҡ халҡы нисек йәшәй? Ниндәй проблемалар, уңыштар бар? Беҙ һорау артынан һорау яуҙырҙыҡ, Илшат Хәмит улы төплө яуап бирҙе.
Районда халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлдәренең ҡайтанан үҫеш алыуы хаҡында ҡыуанып һөйләне ул.
— Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Әле бөтәһе өс меңгә яҡын умарта иҫәпләнә. Быйыл республика умартасыларының бәйгеһе беҙҙә үтте. Ярышҡа килеүселәрҙе матур ҡаршылап, мәҙәни саралар ойошторҙоҡ.
Төш уҙыуға беҙ йәнә етәксенең эш бүлмәһендә инек.
“Беҙ баймаҡтар бит әле!”Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тула. Әле иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерлек ҡыҙа, бөтә ерҙә төҙөлөш бара, күпләп шәхси йорттар ҡалҡа. Бының өсөн, әлбиттә, баймаҡтар республика етәкселегенә, хәстәрлекле яҡташтарына рәхмәт уҡып бөтә алмай. “2011 — 2015 йылдарға Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһы” һәм инвестиция проекттары үҙ емешен бирә. Һуңғы ике йылда аҡса йәлеп итеү күләме артып, 900 кешегә эш урыны булдырылған. Инвесторҙар иҫәбенә “Башҡорт деликатестары” тигән яңы ит комбинатын ойоштороу ҙа ҡалаға яңы һулыш биргән. Уны төҙөүҙә яҡташтары, Силәбе компрессорҙар заводының генераль директоры А.Р. Ялалетдинов ҙур ярҙам күрһәткән. Бөгөн бында йәмғеһе 109 төр колбаса һәм деликатес етештерелә.
Илшат Хәмит улы Баймаҡ ҡалаһын һүрәтләгән картинаны күрһәтеп:
— Бына ошо урында, Көньяҡ биҫтәһендә, һуңғы ике йылда ғына меңдән ашыу өй ҡалҡып сыҡты. Төҙөлөш бара икән, тимәк, халыҡта дәрт, рух һүнмәгән.
Илшат Хәмит улы хакимиәт бинаһынан сығыуға, уның янына “ПМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рафаэль Сырлыбаев, райондың баш архитекторы Василий Бритов килеп етте. Улар менән һөйләшеп алғас, етәксе ҡалалағы төҙөлөштәр менән танышырға юл тотто.
Иҫке йорттар урынына яңыларын төҙөү йәһәтенән дә ҙур эш башҡарыла. Әҙһәм Әлибаев исемендәге урамда бер йылда ике йорт ҡалҡып сыҡҡан. Еңеү, Гайдар урамдарындағы йорттар ҙа тиҙҙән өй туйлаусыларҙың шат ауаздарынан гөж килеп торасаҡ. “Труд” стадионындағы, С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы осрашыуҙан да етәксе ҡәнәғәт ҡалды. Был урындар киләсәктә ҡаланың бер йәме буласаҡ.
— Бөтәһе лә планға ярашлы бара. Алла бирһә, ҡалабыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, — тине ул.
Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ла заман ауырлыҡтарын еңеп, тотороҡло эшләй. Бында тау эшкәртеү сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештерелә, алты йөҙгә яҡын кеше тир түгә.
Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү хаҡында ла оноторға ярамай. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Миңлеғәле Ғүмәров янында ла булырға өлгөрҙө башлыҡ. Яңы инфекция бүлеге асылған, компьютер томографы ла бына-бына эшләй башлаясаҡ.
— Апрель аҙағында дауыл 2-се мәктәптең ҡыйығын осорғайны. Әле уны яңыртып ябабыҙ. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр емерелгәйне инде. Ни өсөн тиһегеҙме? — Хакимиәт башлығы миңә һораулы ҡарашын төбәне. — Сәбәбе ябай: төҙөүселәр еренә еткереп тапшырмаған. Ярай фажиғә менән тамамланманы. Ҡабат ундай хилафлыҡ булмаһын тип даими тикшереп торам.
Беҙ килгәндә бында һуңғы эштәр бара ине. Илшат Ситдиҡов етәкселәре менән ныҡлап һөйләшеп, йәнә бер ҡат киҫәтте.
Күптән түгел генә төҙөлөп бөткән балалар баҡсаһының асылыуын да баймаҡтар түҙемһеҙләнеп көтә. Бында 220 сабый тәрбиәләнәсәк. Унда хәлдәр нисек икән?
Беҙҙе мөдир Зилә Бикйәнованың “Здравствуйте!” тип ҡаршы алыуына Илшат Хәмит улы:
— Һеҙ баймаҡтарҙы оятҡа ҡалдырмағыҙ инде, — тине. — Үҙебеҙсә матур итеп әйтегеҙ. Ҡалала йәшәйем тигәс тә.
Мөдир йәнә башҡортса сәләмләне:
— Һаумыһығыҙ!
— Эштәр нисек?
— Бөтәһе лә һәйбәт, кәрәкле йыһаз килтерелде, белгестәр һайлап алынды.
— Нисә төркөм булырға тейеш әле?
— Алты башҡорт, алты урыҫ төркөмө.
Балалар баҡсаһы коллективы менән хушлашып, машинаға ултырғас, Илшат Хәмит улы кинәт ишекте асып:
— Ни өсөн уны тышҡа ҡуйҙығыҙ? — тип һораны.
Зилә ханым башлыҡтың нимә хаҡында һорағанын шунда уҡ аңланы.
— Үҙемсә көрәшеп ҡараным, әммә риза булманылар. — Баҡтиһәң, сүп һауытын балалар баҡсаһы ихатаһы эргәһенә ултыртҡандар икән.
— Ярай, үҙем һөйләшермен.
Ваҡыт кискә ауышты. Беҙгә ҡайтыр юлға ҡуҙғалыр ваҡыт етһә лә, хакимиәт етәксеһен бихисап эш көтә ине. Илшат Хәмит улы “тимер ат”ын мәҙәниәт йорто алдында туҡтатты.
— Мәҙәниәт, сәнғәт — беҙҙе рухландырыусы, матур эштәргә илһам биреүсе серле көс ул. Халҡыбыҙ бер ваҡытта ла йыр-моңдан айырылмаған. Быйыл мәҙәниәт бүлегенә микроавтобус алып бирҙек, тынлы оркестр, “Ирәндек таңдары” вокаль, “Еҙ үксә”, “Ирәндек”, “Йондоҙ” бейеү ансамблдәре өсөн костюмдар тектерҙек, музыка ҡоралдары һатып алдыҡ. Оҙаҡламай “Баймаҡ — Илеш дуҫлығы”на 50 йыл тула. Уны ҙур итеп уҙғарырға уйлайбыҙ. Йә, ярай, һеҙгә ҡайтып етергә лә кәрәк. Хәйерле юл!
Илшат Хәмит улы беҙҙең менән хушлашты ла мәҙәниәт йортона ҡарай атланы. Мөһабәт кәүҙәле етәксенең баҙыҡ итеп баҫып барыуынан “Беҙ — ошо ерҙең хужалары, беҙ баймаҡтар бит әле” тигән мәғәнәне аңларға була ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ҡунаҡ
    ҡунаҡ от 04.10.2013, 07:36
    Әйтерһең, ожмах донъяһында булып ҡайтҡанһығыҙ! Гәзитегеҙгә яҙылабыҙ, тип ҡалғандарҙыр, шуға ал да гөл кеүек. Ә бит баймаҡтарҙың проблемалары ла етерлек, хатта һуҡыр күҙгә лә ташланып тора. Ошолар тур-да яҙһағыҙ, бәлки яҡшыраҡ та булыр ине. Сөнки һеҙҙең яҙғандар әкиәт кенә бит, уҡыуы ла күңелһеҙерәк

  2. Марат
    Марат от 04.10.2013, 13:20
    Тормош булғас, проблемалар ҙа булмай тормай. Әҙәм балаһын төрлө сетерекле мәсьәләләр ғүмер буйын оҙата бара. Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер уңышһыҙлыҡҡа осраһаҡ, йыш ҡына башҡаларҙы ғәйепләргә тырышабыҙ. Аңлайым: районда кәмселектәр ҙә юҡ түгел, әммә йәшәйем, эшләйем тигән кеше бер әмәләен таба бит ул. Шуға ла гелән генә кәмселек табырға тырышмайыҡ, йәшәйек, көслө булайыҡ. Тормош барыбер матур бит ул.

  3. Лилиә
    Лилиә от 04.10.2013, 13:27
    Мин үҙем Баймаҡ районынан. АВторҙың яҙғандары менән тулыһынса кимлешәм. Ни эшләп әле беҙ һәр ваҡыт шул юҡ, был юҡ тип илап йәшәргә, бер-беребеҙҙе хатта гәзит-журнал аша йөҙөн йыртырға тейеш. Проблемалар ғүмер буйы булған, ни эшләйһең, әммә матурлыҡты ла күрә беләйек, үҙебеҙ ҙә алға ынтылып йәшәйек.

  4. марат
    марат от 05.10.2013, 09:37
    Мостай Кэрим эйтмешлэй, кайхы яктан карайхын инде. Эгэр зэ кемдер гел караны эзлэхэ, шул караны гына табасак. Э доросон эйткэндэ, хунгы осорза районга игтибар артты. Кайза карама - тозолош бара. Беззен як якшыга узгэрэ.Шуны курэ белеу зэ кэрэк...

  5. Буранбай
    Буранбай от 08.10.2013, 11:00
    Яҙылышы бик оҡшаны. "Хакимиәт башлығы менән бер көн" рубрикаһында сыҡҡан яҙмаларҙы даими уҡып барам. Әммә бынан алдағылары ни эшләптер күңелгә ятып бөтмәне. Ә бына быныһы еңел яҙылышы менән оҡшаны. Киләсәктә лә ошондайыраҡ итеп яҙһындар ине.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872