Уны етмеш бишенсе йылда тәүләп кафедрала күргәйнем. Ул ваҡытта ла беҙ ижтимағи фәндәр кафедраһын, ундағы уҡытыусыларҙы һанламай ғына, өҫтән ҡарайбыҙ. Йәнәһе, улар ниндәй фән кешеләре була, ти! Буш хәбәр һөйләйҙәр...
Ә ул тәүге осрашҡанда уҡ, үҙенең тәбиғәтенә, эске булмышына тоғро ҡалып, студент менән ипле, әҙәпле итеп һөйләшкәйне бит — һорауыма иренмәй, тулы яуап ҡайтарҙы.
Ҡайҙа, ул саҡта беҙ – йәштәр, бөтә донъяны айҡар, киләсәктә әллә ниндәй үрҙәргә етер егеттәр, максималистар, үҙебеҙҙе һауалы тотабыҙ.
Был профессор Зиннур Нурғәлин хаҡындағы беренсе тәьҫораттарым...
Хәҙер шул сағымды, шул саҡтағы һауалы мөнәсәбәтемде уйлайым да 1994–1995 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтының ул мәлдәге ректоры Зиннур Нурғәлингә ҡаршы сыҡҡан бер төркөм сәнғәт эшмәкәрҙәрен аңлағандай булам... Улар ҙа ректорҙы наҙанлыҡта, сәнғәткә бер ниндәй ҡағылышы юҡлыҡта (былай ҡараһаң, Нурғәлин, ысынлап та, музыкант түгел) ғәйепләне. Улар уйынса, юғары классик сәнғәт менән ниндәйҙер ижтимағи фәндәр әһеле етәкселек итә! Зиннур Әхмәҙи улы – ысынлап та, тарих фәндәре кандидаты һәм филология фәндәре докторы. Ә сәнғәткә уның ҡатышы бармы? Гәрсә ул ғүмере буйы шул сәнғәт академияһында уҡытһа ла...
Ректор Нурғәлингә ҡаршы сығыусылар ул ваҡытта ҡурайға ла, башҡорт милли музыка ҡоралдарына ла, ҡурайсыларға юғары белем бирелеүенә лә ҡаршы сыҡты... Гәрсә был сығышты башҡорт милли сәнғәтен вузда уҡытыуға ҡаршы сығыу тип тә атарға мөмкин ине...
Ә шулай ҙа бында ғалимдың тормошта ябайҙан да ябай кеше булыуы ла роль уйнаны. Ул ысын мәғәнәһендә башҡорт кешеһе һәм башҡорт ғалимы... Беҙҙең халыҡ ғәҙәттә батып-сумып, ҡупайып, үҙен күрһәтеп бармай. Ә алдан ҡысҡырған, алға һикереп сыҡҡан, һүҙен шатырлатып әйткән һәр саҡ шәп, белемле һымаҡ булып күренә. Ғөмүмән, кешеләрҙең тәүге ҡарашы, мөнәсәбәте шундай. Ябай, ҡәҙимгебеҙ, халҡыбыҙҙың булмышы тыйнаҡлыҡ менән билдәләнә, аҡылы йүгерек аҡыл түгел, ә һапалылыҡ, булмышы – сабырлыҡ. Сабыр аҡыл, ныҡлап уйлау, самалап, икеләнеберәк баҫып йөрөү... Шул да ҡайһы берҙә ситтән наҙанлыҡ, баҫалҡылыҡ йәки баҙнатһыҙлыҡ тип баһалана. Баҙнатһыҙ кеше — үҙенең хаҡлығына икеләнеүсе кеше! Кем үҙ хәҡиҡәтенә инана, ул ҡыйыу, йәнәһе.
Беҙҙә, башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш араһында, темпераменттар, милли булмыш ныҡ айырыла, әлбиттә.
* * *
Профессор Зиннур Нурғәлин тыйнаҡ, ипле холоҡло кеше, хатта һүҙен дә йәпле итеп һөйләмәҫ, дөрөҫө, ул һинең менән йышыраҡ башҡортса һөйләшер, урыҫсаға бик төшөп бармаҫ. Ә беҙҙең йәмғиәттә урыҫса һөйләшеүсе – шәп, белемле кеше имеш, тигән ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҡалып йәшәй. Шуға бөтәбеҙ ҙә урыҫса әңгәмәгә күсеп китергә тырышабыҙ.
Профессор Нурғәлин иң тәүге сиратта әҙәбиәт тарихсыһы, унан — тарихсы, философ, тәнҡитсе һәм әҙәбиәт ғилеме әһеле... Әҙәби телебеҙҙең тарихсыһы, унан сәнғәт тарихсыһы. Фәндең бөтә ошо тармаҡтары менән шөғөлләнгәндә, минеңсә, ул үҙен иң элек фәйләсүф итеп хис итә һәм аныҡ мәсьәләләргә фәйләсүф күҙлегенән баға. Башҡорттарҙың үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуының фәлсәфәүи асылын нәҡ профессор Нурғәлин күрһәтте. Тарихыбыҙға философик баһа бирҙе.
Уҡыусыларға профессор Нурғәлин, әлбиттә, башлыса әҙәбиәтсе булараҡ билдәле, ә мин уның (был яҙмаларҙа артыҡ йәйелеп китмәҫ өсөн) бер генә өлкәһен – сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө көндәге һирәк һәм иң мәшһүр тарихсыһы булыуын ғына күрһәтмәксемен.
Ғәҙәттә, үҙен үҙе ихтирам иткән, мәҙәниәтлемен тип атаған, үҫешкән милләттең сәнғәте тарихы өйрәнелергә тейеш тә инде. Беҙҙеке ошо көнгәсә өйрәнелмәгән... Улай ғына ла түгел, әлегәсә беҙҙең күп күренекле Европа – Көнбайыш мәҙәниәте йүнәлешле сәнғәт әһелдәребеҙ, беҙҙең сәнғәткә хеҙмәт итеп, уның төп асылын аңламай, Европа, урыҫ, донъя сәнғәте контексында күҙаллай алмай килде, аҡса алдылар, исем-дәрәжәләргә эйә булдылар. Хатта ки, беҙҙең милли сәнғәтебеҙгә хеҙмәт итеп, уның миллилеген танырға, уның шул миллилеге арҡаһында үҙаллылығын ҡабул итергә теләмәнеләр. Бар, бар ул башҡорт милли сәнғәте, башҡорт милли мәҙәниәтенең бер өлөшө. Ошо бөйөк яңылышыуҙы, ошо башҡорт милли сәнғәте асылын, уның үҫеш юлын, бөтә донъя сәнғәтендәге урынын беҙгә, минеңсә, нәҡ профессор Зиннур Нурғәлин үҙенең «Тарих хәҡиҡәте» (Өфө, Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2008 йыл) тигән китабында асып бирҙе: «Ҡурайҙан – милли оркестрға» бүлегендә. Профессор Нурғәлиндең башҡорт мәҙәниәте алдындағы был бөйөк хеҙмәте — олуғ ҡаҙанышы. Уның иң оло фәнни асыштарының береһе, минеңсә. Беҙ уны хатта күрмәй ҙә үткәреп ебәрҙек, буғай.
1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында етәкселек алмашыныу һөҙөмтәһендә (профессор Заһир Исмәғилев урынына ректор булып профессор Зиннур Нурғәлин килде) беренсе тапҡыр башҡорт традицион музыка ҡоралдары буйынса юғары белемле башҡарыусылар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде. Ул саҡта ҡурайҙан башҡа башҡорттарҙың думбыра, ҡыл- ҡумыҙ, һорнай һымаҡ уйын ҡоралдары булғанлығы бик аҙҙарға ғына билдәле ине. Уҡыу йортонда ҡурайға уҡытыу йәки ҡурай кластары асыу үрҙә аталған сәнғәт әһелдәренең асыҡтан-асыҡ ҡаршылығына осраны.
«Толпар» телевидениеһы аша, радиотапшырыуҙарҙа сығыштар булды. Зиннур Нурғәлингә ҡаршылар хатта Мәҙәниәт министрлығында ла шау-шыу ҡуптарҙы һәм ошонда ҡайһы берәүҙәр асыҡтан-асыҡ ректорҙан вазифаһынан китеүен талап итте.
Профессор Нурғәлин бөтә был «ҡаршы сығыусы» сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡылығын аңларға, аңлатырға тырышып ҡараны. Ысынлап та, хәл бик тәрәндә ята икән! Бында мәсьәлә хатта Көнбайыш менән Көнсығыш цивилизацияларының үҙ-ара мөнәсәбәтенә барып тоташа һәм уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүенән башҡа аңлап та, аңлатып та булмай.
Әле XVIII, XIX быуатта уҡ урыҫ йәмғиәтендә Европа, француз мәҙәниәтенә табыныу күҙәтелгән. Юғары ҡатлам вәкилдәре тик француз телендә генә аралашырға тырышҡан. Аҙ милли урыҫ мәҙәниәтен эшкә ашмағанға һанағандар. Һәм... ХХ быуат һуңында башҡорт йәмғиәтендә беҙ шул уҡ хәлде күҙәтәбеҙ. Кешеләр үҙ телендә аралашыуҙан ояла, үҙҙәренең сәнғәт традицияларын түбәнерәк, милли уйын ҡоралдарын алға киткән Европаныҡынан ҡайтышыраҡ тип һанай. Эйе, уларҙың бөтәһе лә ошо Европа, Көнбайыш мәҙәниәте традициялары нигеҙендә тәрбиәләнгән, үҙҙәренең милли ҡаҙаныштарына ҡарата нигилизм рухында формалашҡан... Совет мәҙәниәте лә, совет дәүләте етәкселәре лә беҙҙең Рәсәй халыҡтарына Европа ҡиммәттәрен өлгө итеп ҡуйҙы, Көнсығыш цивилизацияһы традициялары нигеҙендә сәнғәт мәктәптәре эшләне, хатта дөйөм урта белем биреү мәктәптәрендә лә Көнсығыш цивилизацияһы традициялары өйрәтелмәне. Тәбиғәт фәндәре өлкәһендә лә, сәнғәттә лә, әҙәбиәттә лә беҙ башлыса Көнбайыш традицияларын үҙләштерҙек, беҙҙең сәнғәт белгестәребеҙ, әҙәбиәтселәребеҙ һәм сәйәсәтселәребеҙ тотошлай ошо Көнбайыш Европа рухында тәрбиәләнде.
Әлбиттә, Көнбайыштың һоҡланырлыҡ, өйрәнерлек ҡиммәттәре күп; шул уҡ ваҡытта беҙ үҙебеҙҙең Көнсығыштан икәнлегебеҙҙе оноттоҡ. Башта беҙҙең динебеҙҙе, уның артынан тарихыбыҙҙы, әҙәбиәтебеҙҙе тартып алдылар, аҙаҡ беҙҙән стилягалар яһап, балеттағыса ғына бейетә башланылар. Инҡилап йылдарында шулай күп ҡиммәттәребеҙҙән, үҙлегебеҙҙән яҙҙыҡ... Профессор Нурғәлин әйтеүенсә, шул уҡ партия Үҙәк Комитетының 1945, 1946 йылдарҙағы ҡарарҙары мәҙәниәтебеҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ ҡыйралыштар килтерҙе.
Эйе, рухи сикләнгәнлек беҙҙе көлкөлө хәлдәргә төшөрҙө. Үҙ-үҙебеҙҙән, булмышыбыҙҙан баш тартыуға еткерҙе... «Шуға күрә Көнбайыш сәнғәте өлгөһөн өҫтөн итеп, үҙ милли сәнғәт традицияларын һанға һуҡмау, уға кәмһетеп ҡарауҙың башҡорт халҡының этнос булараҡ үҙенсәлекле сәнғәтен үҫтереү хоҡуғын сикләү, шуның менән уның милли йөҙөн юғалтыу хәүефен таныу менән бер рәттән Өфөнөң, мәҙәни үҙәге булараҡ, ике цивилизация традицияларын да тиң күреп үҫтерергә тейешлеген иҫтә тотоу кәрәктер», – тип белдерә ғалим.
Әйтергә кәрәк, профессор Нурғәлин ошо юлдарҙы яҙып ултырыусы теоретик ҡына түгел, уны раҫлаған, тормош уртаһында ҡайнаған кеше лә.
Ошо бөтә кисерештәр профессорҙы башҡорт сәнғәте традициялары тураһында уйланыуға этәргәндер ҙә. Ниһайәт, шул теоретик һәм фәлсәфәүи, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси хеҙмәт – «Ҡурайҙан – милли оркестрға» тигән монография беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Нәҡ шул йүнәлеш – юғары белемле ҡурайсыларҙы, ҡумыҙсыларҙы, думбырасыларҙы әҙерләү — 2002 йылда Башҡорт милли уйын ҡоралдары оркестры төҙөргә юл асты. Профессор Нурғәлин үҙенең был монографияһында тәүге профессиональ сәнғәт белгесе-сәнғәт тарихсыһы булараҡ сығыш яһай. Әле яңыраҡ ҡына беҙ нәҡ ошо юғары уҡыу йорто стеналарында сәнғәт белгестәре-сәнғәт тарихсылары әҙерләнә башлауын ишетеп ҡыуандыҡ. Нурғәлин башҡорт сәнғәтенең Октябрь революцияһына хәтлемге үҫеш юлын, бигерәк тә уның совет осорондағы йәшәйеш баҫҡыстарын тәфсирләп өйрәнә, уҡыусыға күрһәтә.
...Оҙаҡ йылдар беҙ һуҡыр килеш йәшәнек, үҙебеҙҙең халҡыбыҙ тыуҙырған ҡиммәттәрҙе белмәнек йәки уларға мәсхәрәләп, мыҫҡыллап ҡараныҡ, башҡортлоҡто, Көнсығышты артталыҡ билдәһе, ҡараңғылыҡ мөһөрө тип хаталандыҡ... Профессор Нурғәлиндең «Ҡурайҙан – милли оркестрға» монографияһы күҙебеҙҙе асты. Юҡ, «ҡурайҙан – операға» түгел! Юҡ, беҙ үҙебеҙҙең милли сәнғәтебеҙҙе кәмһетеп түгел, ә уны баһалап ҡына үҫешәсәкбеҙ... Беҙҙең илаһи сәнғәтебеҙ, гүзәл мәҙәниәтебеҙ гәүһәрҙәре булған, бар... Беҙ бары уларҙың ҡәҙерен белергә тейешбеҙ, беҙгә хәтлем уларҙы халҡыбыҙҙың аҡылы, зиһене, хис-тойғолары, хыял даһийы тыуҙырған.
«Ҡурайҙан – милли оркестрға» тигән бөйөк хеҙмәте менән, минеңсә, ул үҙенә лә мөһабәт һәйкәл ҡойҙо, халыҡтың олуғ ихтирамын вә рәхмәтен яуланы. Мәҙәниәтебеҙ тарихына ул беренсе профессиональ сәнғәт белгесе, тарихсыһы булараҡ та инеп ҡалыр, тип ышанам.