Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Командиры ниндәй — колхозы ла шулай”
Рәжәп Жданов 30 йылдан ашыу ғүмерен хужалыҡ рәйесе вазифаһында намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған. Тырышлығы илебеҙ, республика, район етәкселеге, халҡы тарафынан лайыҡлы баһаланған, бай тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, оло хөрмәт яулаған сал сәсле кеше ул. 1969 — 2000 йылдарҙа "III Интернационал" колхозында рәйес, уға тиклем ошо уҡ хужалыҡта автомеханик булып эшләй.

Һәр төбәктең, һәр ауылдың һағынып та, ғорурланып та һөйләрлек эштәре аша шул дәүерҙе иҫкә алырлыҡ шәхестәре, етәкселәре була. Ундайҙар үҙҙәре тураһында һоҡландырғыс хәтирә ҡалдыра. Бына ошондай кеше ул Рәжәп Солтан улы.
Ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ишәйҙә ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Әхмәр ауылына һигеҙенсе класҡа бара. Көн дә йөрөп уҡырға тура килә егеткә. Ҡулына аттестат алғас, күп уйлап тормай, Салауат ҡалаһындағы техник училищеға уҡырға инә. Бер йылдан һуң слесарь-монтажсы һөнәрен ала.
Әрмелә өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Рәжәп ҡабаттан ошо уҡ уҡыу йортоноң ишеген аса. Был ваҡытта бында индустриаль техникум урынлашҡан була. Был юлы егет техник-механик һөнәрен үҙләштерә. Техникумда уҡыған сағында күптән дуҫлашып йөрөгән ауылдаш ҡыҙына өйләнә. Рәжәпте Силәбе өлкәһендәге Әшә ҡалаһына эшкә ебәрәләр, автоколоннаға механик итеп тәғәйенләйҙәр. Өс йыл арыу-талыу белмәй тир түгә ул. Һуңынан күршеләге автоколоннаға етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар, фатир, машина ла вәғәҙә итәләр. Ә ул, барыһынан да баш тартып, ғариза яҙа ла Ишәйенә ҡайтып китә. Ауылда ата-әсәһе олоғайған, уларҙы ҡарарға кәрәк. Ул ваҡытта хужалыҡҡа Ҡорбан Ваһапов етәкселек итә. Ул Рәжәпте ҡуш ҡуллап ҡаршы ала һәм: "Мин ғүмер буйы эшләмәм, алмаш кәрәк булыр, һин уҡырға тейешһең", — тип совет партия мәктәбенә бер йыллыҡ курсҡа ебәрә. Уҡып ҡайтҡас, Рәжәп Ваһаповтың урынбаҫары булып эшләй. 1969 йылдың декабрендә Ждановты хужалыҡ етәксеһе итеп һайлап ҡуялар. Яңы рәйес ең һыҙғанып эшкә тотона. Тиҙҙән ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм алты йылдан һуң ҡулына агроном дипломын ала.
Эйе, 30 йыл ғүмер аҙ түгел. Бөгөн ошолай оҙаҡ эшләгән етәксене табыуы ҡыйын, республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар.
— Элекке системаға үпкәләп булмай, — ти Рәжәп Солтан улы. — Хәҙер иҫкә алырға ғына ҡалды. Дүрт беренсе секретарь менән эшләнем, тәүге өсәүһе берәр шелтә ҡалдырып китте, һуңғыһы ғына өлгөрмәне, партияны тараттылар.
Рәжәп Солтан улының кешеләр менән һөйләшеүен күп тапҡыр күҙәтергә тура килде. Ололарға ипләп кенә, еренә еткереп, итәғәтле генә өндәшә, ғәҙел, ярҙамсыл булғаны өсөн дә халыҡ ярата уны.
"Интернационал" колхозын райондың кадрҙар ояһы тип әйтергә мөмкин. Берәй хужалыҡҡа етәксе кәрәк булһа, Ишәйгә киләләр. "Әрмет"кә — Флүр Яхинды, Салауат Юлаев исемендәге колхозға Ришат Заһиҙуллинды һайлап ҡуйҙылар. "Торатау" колхозы "Интернационал"ға күрше генә, тик колхоз йылдың-йылы артҡа тәгәрәй. Тағы килеп Ждановтың уң ҡулы — колхоздың баш агрономы Айҙар Тимеряшевты тәғәйенләнеләр, егет һынатманы. Ауылда иң оло коммунист Хажиәхмәт Жданов, йыйылышта сығыш яһап: "Командиры ниндәй — колхозы ла шулай", – ти торғайны. Был һүҙ ҙә Рәжәп Солтан улына ҡарап әйтелгән ул. Ишәйҙә ошо мәҡәлде йыш ҡына иҫкә төшөрәләр, хаталанмаған ҡарт. Хужалыҡ рәйесе колхоз өсөн бик күпте эшләй ала, уңыш иһә уның ойоштороу мөмкинлегенә бәйләнгән.
— 30 йыл дәүерендә булдыҡлыларҙан торған команда туплап, уға таянып, үҙ эшенә бирелгән урта звено етәкселәре Әмир Тимеряшев, Фәрит Ғәлләмов, Марат Зәйнуллин, Әғзәм Ғәлләмов, Әнүәр Сәйфетдинов, Татьяна Торонова, Менәүәрә Әхмәтйәнова, Мәғсүм Рамазанов менән эшләргә тура килде. Алдынғы механизаторҙарыбыҙҙы ла әйтмәй булмай: Ильмисар Зөбәйеров, ағалы-ҡустылы Рәүеф менән Рәфҡәт Баһауетдиновтар, Хәлит Ниғмәтуллин, Хәмит Сәйфуллин, Миңлеғәли Заманов районда беренсе булып, ҡул көсө ҡулланмайынса, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү ысулын индерҙе, — ти Рәжәп Солтан улы.
Өс тиҫтә йылдан ашыу хужалыҡҡа етәкселек иткәндә башҡарған эштәр, һандар һәм факттар бихисап. 1973 йылда һәр гектарҙан 29,8 центнер иген йыйып алына һәм был йылды Рәжәп Солтан улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1992 йылда уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелә. "СССР-ҙың мәғариф отличнигы" дәрәжәһенә лә эйә ул. "Ишембай районының почетлы гражданы" исеменә лә лайыҡ була. 1999 йылда хужалыҡ Ишембай районы өсөн рекорд булған уңышты үҫтерә – шәкәр сөгөлдөрөнөң һәр гектарынан 397,6 центнер уңыш алына. Хужалыҡта мал аҙығы мул булғас, ит, һөт етештереү ҙә йылдан-йыл арта. Районда беренселәрҙән булып йорттарға газ индерелә. Ауылда икмәкхана эшләй, пилорама эргәлә, кәрәк саҡта бар ағасыңды эшкәртеп ал. Өс тиҫтә йыл дауамында ауылдарҙың инфраструктураһын үҙгәртеү өсөн дә күп эшләнә: мәктәп, магазиндар, мәҙәниәт һарайы, табип амбулаторияһы, балалар баҡсаһы. Урамдарға, тыҡрыҡтарға асфальт түшәлә, матур йорттар ауылға йәм бирә. Унда йәшәүселәр үҙҙәренең хеҙмәте менән хужалыҡты байыта, муллығын ишәйтә.
Рәжәп Солтан улы менән Зиләнә Шакир ҡыҙы өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Һәр береһе үҙ һөнәре буйынса белем алып эшләй, матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ә олатай менән өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә шатланып бөтә алмай.


Автор: Риф ТИМЕРБУЛАТОВ, Ишәй ауылының ветерандар советы рәйесе. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә