Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурыслы үлмәй, тиһәләр ҙә...
Бурыслы үлмәй, тиһәләр ҙә..."Дуҫыңды юғалтҡың килмәһә, уға бурысҡа аҡса бирмә" тигән әйтем юҡҡа ғына халыҡ араһында йөрөмәй. Ысынлап та, яҡын кешеңә үтескә биреп, уныһы ҡайтарырға ашыҡмаһа, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы көн кеүек асыҡ. Ғөмүмән, кешегә бурысҡа бирергәме, аҡсаны кире ҡайтармаһалар, ни эшләргә? Ошо һорауҙар күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.

Ҡайһы берәүҙәр арыу ғына сумманы биреп тороуҙы һорай, ә бит уны кредитҡа ла алырға мөмкин. Шундай осраҡтарҙа банктар барлығын иҫтәренә төшөрөргә йәки алтын ҡағиҙәне ҡулланырға — үҙегеҙ хушлашырға әҙер булған сумманы ғына бирергә була, һеҙгә был аҡсаны ҡайтарып бирмәһәләр ҙә йәл булмаясаҡ.
Кемдәрҙер абруйын төшөрмәҫ өсөн "биреп тора алмайым" тип әйтергә тартына. Аҡса һораусы туғанығыҙ, дуҫығыҙ йәки коллегағыҙ булһа, хәл тағы ла ҡатмарлаша, сөнки яҡындарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартһаң, уларҙың үпкәләүе йә мөнәсәбәттәрҙең һыуыныуы ла ихтимал. Таныш булмаған кешегә аҡса бирмәү хәйерле. Һәр осраҡта ла, аҡса бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә — был ҡылығым минең өсөн нимәһе менән мөһим, тип уйланығыҙ. Бәлки, һеҙ мохтажды йәлләйһегеҙҙер, бәлки, абруйығыҙҙы төшөрмәҫ өсөн генә уның үтенесен кире ҡаҡмайһығыҙҙыр?
Ҡайһы бер кешеләр бурысҡа бирелгән аҡсаны кире ҡайтара алмай. Шуғалыр ҙа күптәр төрлө һынамышҡа ышаныусан. Мәҫәлән, "кис аҡса бирергә лә, алырға ла ярамай" тигәне халыҡ араһында киң таралған. Әммә һәр бер имеш-мимешкә иғтибар итәһегеҙме-юҡмы, һәр хәлдә һеҙҙән аҡса һорап торһалар, өс һорауға иғтибар итегеҙ:
— Аҡса алып торған кеше бурысын кире ҡайтарырлыҡ хәлдәме?
— Кәрәк булһа, мин ул кешене таба аласаҡмынмы?
— Бурысын түләүҙән баш тартһа, ул кешене судҡа бирә аламмы?
Ошо һорауҙарҙың береһенә "юҡ" йәки "белмәйем" тип яуап ҡайтарһағыҙ, аҡсағыҙҙы кешегә ышанып тапшырыуҙан баш тартығыҙ. "Үҙемдең күп сығым көтөлә, шуға күрә финанс мөмкинлегем сиклерәк", — тип тә ҡотолорға була. Бындай яуап ысынбарлыҡҡа тап килә һәм уға үпкәләп тә булмай.
Хәҙерге заманда аҡсаға бәйле конфликт йыш осрай. Уны булдырмау өсөн бурысҡа биреп тороуҙан баш тартыу хәйерлерәк. Йыш ҡына, бурысҡа аҡса биреп, "ике кәмәнең ҡойроғон тоторға" теләүселәр була. Улар кешегә ярҙам да итергә теләй һәм кеҫәһен тултырыуҙы ла ҡайғырта, шуның өсөн аҡсаны процентҡа биреүҙе хуп күрә. Граждандар кодексында билдәләнеүенсә, бурысҡа биреүсе бурысты алыусынан бирелгән сумманың процентын һорарға хоҡуҡлы (әгәр ҙә килешеүҙә башҡа осраҡтар ҡаралмаған булһа). Проценттың күләме һәм уны алыу тәртибе лә билдәләнә. Күршеләр араһындағы заем килешеүендә ниндәйҙер күләмдә проценттар һәм уларҙы түләү тәртибе күрһәтелгән булһа ла, был килешеү көскә эйә булмаясаҡ.
Хәүефһеҙ бурыстың тәүге ҡағиҙәһе — уны яҙма рәүештә рәсмиләштереү шарт. Ссуда килешеүен һәм расписка төҙөү мөһим. Был осраҡта икеһе лә кәрәк: сөнки береһе аҡса биреүҙе, ә икенсеһе ике яҡтың килешеп, аҡсаның бурысҡа алыныуын, шулай уҡ шарттарын дәлилләй.
Ссуда килешеүен — алдан төҙөргә, ә расписканы аҡсаны биргәндә яҙырға кәрәк. Ике документ та ирекле формала яҙыла, әммә бер нәмә лә күҙ уңынан ысҡынмаһын өсөн юрист кәңәштәренән файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙы нотариустан раҫлатырға була, сөнки раҫланған документтар судта әһәмиәтле көскә эйә.
Ғөмүмән алғанда, аҡсаны бурысҡа биреү-бирмәү — һәр кемдең шәхси эше.
Әммә һәр осраҡта ла халҡыбыҙҙың "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тигән тапҡыр мәҡәле урынлы. Ысынлап та, ҡулың менән биргәнеңде аяғың менән юллап йөрөмәҫ, тыныс күңел менән йәшәр өсөн дә был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк.


Автор: Динара Кәримова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә