Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тегенселек – уның ҡанында
Тегенселек – уның ҡанындаБала саҡтан ҡурсаҡтарына кейем тегергә яратҡан Резеда Ҡужабәкованың тегенсе булып китеүе һис осраҡлы булмай. Етмәһә, әсәһе Бәҙерниса Әғзәм ҡыҙы оҙаҡ йылдар Аҡъяр көнкүреш йортонда тегенсе булып эшләй. Әсәһенән күргән тун бескән тигәндәй, кескәй сағынан уҡ Резеда Сәлимйән ҡыҙы төрлө тауарҙы ҡырҡҡылап, ҡурсаҡтарына күлдәктәр тегә.

Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына, технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетына, документтарын тапшыра. Күңеленә оҡшаған һөнәргә өйрәнеү ҡыҙға еңел бирелә. Уҡыу йортонда халҡыбыҙ йолаларына, кәсептәренә иғтибар көслө: кейеҙ баҫыу, ҡорама, ағасты һырлап биҙәү, төрлө милләт кейемен тегеү буйынса махсус курстар эшләй.
Уҡытыусыһы Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы Тажетдинованың тәҡдиме менән “Үҫәргән ырыуы орнаменттары” тигән темаға курс эше яҙа. Артабан уны тулыландырып, Үҫәргән ырыуына хас булған милли кейемдәрҙе тегеп, диплом эшен яҡлай. Киләсәктә үҙ предприятиеһын булдырыу ниәте тап студент йылдарында барлыҡҡа килә. Тырыш ҡыҙ эшҡыуарлыҡтың серенә тәрәндән төшөнөү, нисек башлау, уны артабан үҫтереү маҡсатында институтта эшләп килгән өҫтәмә белем биреү факультетындағы “Эшҡыуарлыҡ дәрестәре”нә даими йөрөй. Артабанғы тормошон нәҡ ошо өлкәләге эш менән бәйләргә кәрәклеген Резеда Ҡужабәкова яҡшы аңлай. Шуға күрә ҡулына диплом алғас та, Аҡъярҙың 110-сы һөнәрселек училищеһында тегенсе төркөмөндә эш башлай. Үҙе уҡытҡан училищеның ҡыҙҙары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, республика бәйгеләрендә призлы урындар яулай. Тәүәккәл ҡыҙ “Кокетка” тегеү ательеһын аса. Ике кешегә эш урыны тәҡдим итә. Хәйер, училищела белем алған ҡыҙҙар уҡытыусыларының ательеһында практика үтә.
— Төп иғтибарҙы күберәк милли кейем тегеүгә йүнәлттек. Сөнки ошо йүнәлештә махсуслашҡан ательелар юҡ тиерлек, ә һорау ҙур, — ти йәш эшҡыуар. — Тегенселек – уның ҡанындаБигерәк тә район мәҙәниәт йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Аҡъяр, Татыр-Үҙәк мәктәптәре, Федоровка, Әбүбәкер мәҙәниәт йорттары өсөн милли костюмдар әҙерләнек. Заказ биреүселәргә Яңы йыл, туй, сәхнә костюмдары тегәбеҙ. Шулай уҡ теләүселәрҙең һорауы буйынса кейем тегеүгә заказ ҡабул итәбеҙ.
Туҡыманы Орск һәм Өфө ҡалаларына барып һатып ала. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн мода журналдарын күпләп алдыра, Интернетта ла байтаҡ ултырырға тура килә. Йәш эшҡыуар Резеда Сәлимйән ҡыҙы әйтеүенсә, кешенең кейеме уның эске донъяһын сағылдыра, күңел торошон билдәләй. Зауыҡлы кейенергә теләгән ханымдар көндән-көн күбәйә, шуға күрә кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүселәрҙең эше лә, ашы ла һәр саҡ бар. Район хакимиәте лә үҙ шөғөлөн асҡан йәштәргә һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Резеда Ҡужабәкова ла, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, субсидия юллаған, ошо аҡсаға теген һәм сигеү машиналары һатып алған. Киләсәктә дәртле, йәш эшҡыуар ҡашмау, сәсмәүер, түшелдерек кеүек әйберҙәр эшләү менән дә шөғөлләнергә уйлай. Улар теккән милли кейем бар тулылығында сәхнәлә балҡырға тейеш. Заказдарҙың хатта алыҫ Себер тарафтарынан булыуын иҫәпкә алғанда, бөгөн эштәре көйлө тип әйтергә була. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш эшҡыуар менән “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә