Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берәүҙән икәү яҡшы...
Берәүҙән икәү яҡшы...Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе Тамара менән Александр Потякиндарҙы районда күп балалы ғаилә булараҡ беләләр. Татыу, өлгөлө, уңған ғаиләлә, үҙҙәренең дүрт балаһынан тыш, тағы ла һигеҙ сабый күңел йылыһын татып, ата-әсә наҙын тойоп үҫә.
Тамара менән Александр тыумышы менән Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан. Ғаилә башлығы, эшҡыуар булғас, төрлө йомош, эш сәфәре менән Хәйбулла районына йыш йөрөй. 1990 йылда илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, улар, көнкүреш шарттарын үҙгәртергә теләп, күптән инде үҙ иткән Башҡортостанда төпләнергә ҡарар ҡыла. Ҡуртымға фатир алып, йәй айҙарында Бүребайҙа йәшәйҙәр. Тора-бара бөтөнләйгә күсеп киләләр. Бына ун бер йылдан ашыу Потякиндар Бүребай ҡасабаһында матур донъя көтә. Тамараның әсәһе Ефросинья Васильевна (хәҙер мәрхүм инде) балаларға тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙамсы була.
Тәүҙә улар тәрбиәгә бала алырға уйламай. Өлкән улдары Артем армияға киткәс, йорт эсе бушап ҡалғандай тойола. Семен менән Анастасия мәктәптә белем ала, ә төпсөктәре Кристинаға ни бары бер генә йәш. Бер көн уларға Гай ҡалаһынан туғандары килеп төшә. Табында бөгөнгө тормош, көнкүреш, балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙар яҙмышы хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, Потякиндар күңелдәре өшөгән, ата-әсә наҙына мәхрүм балалар тураһында уйлана башлай. “Ә нишләп ғаиләгә берәй сабыйҙы тәрбиәгә алмаҫҡа?” – тигән кәңәш менән Тамараның әсәһенә мөрәжәғәт итәләр. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән Ефросинья Васильевна кейәүе менән ҡыҙының теләген, әлбиттә, хуплай. Балалары ла ата-әсәһенең теләгенә ҡаршы килмәй.
– Әлбиттә, сит сабый беҙҙе нисек ҡабул итер, үҙ балаларыбыҙ нисек ҡаршы алыр, аҙаҡ үкенмәҫбеҙме тигән һорауҙар баштан сыҡманы, – ти ғаилә башлығы Александр. – Тәүҙә өйгә Валерияны алып ҡайттыҡ. Уға документ әҙерләгән арала тағы бер ҡыҙҙы – Викторияны ла тәрбиәгә алырға тәҡдим яһанылар. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, берәүҙән икәү яҡшы, тип ризалаштыҡ.
Виктория тәүҙә ниңәлер ғаиләгә барырға теләмәй. Ләкин, бер нисә көн Потякиндарҙа ҡунаҡта булғандан һуң, ҡабат балалар йортона ҡайтыуҙан баш тарта. Ҡыҙҙар тиҙ арала дуҫлаша.
Шулай ваҡыт үтә тора. Ғаиләгә аҙаҡ Алена килеп эләгә. Үпкәһенә һыуыҡ тейҙергәндән һуң йыш сирләгән ҡыҙҙың түшәге янында Тамара күп йоҡоһоҙ төндәр үткәрә. “Һаңғырау-һөйләшмәй” тигән диагноз ҡуйылған Алена ғаиләлә матур итеп һөйләшә лә, яҡшы ишетә лә башлай.
Данил был ғаиләгә осраҡлы ғына килеп юлыға. Уны башҡорт ғаиләһе тәрбиәгә алырға тейеш була, әммә оҙайлы буран арҡаһында документ юлларға килә алмайҙар. Шул сәбәпле Данил бер айға яҡын Потякиндарҙа йәшәп торорға мәжбүр була. Бөтәһе лә теремек, шаян малайҙы тәү күреүҙән үк үҙ итә. Данил да күмәк ғаиләгә тиҙ өйрәнә һәм уны ҡалдырмаясағын белдерә. Аҙаҡ, йәшәй биргәс, Данилдың ике айлыҡ Карина исемле ике туған һеңлеһе булыуы ла асыҡлана. Бала йәнле Потякиндар, ҡыҙҙы эҙләп табып, ғаиләгә алып ҡайта. Әле ул балалар баҡсаһына йөрөй.
Александраны алырға барғанда, балалар йорто етәксеһе сирле Антонды ла тәрбиәгә алырға тәҡдим итә. Әммә Тамара менән Александр ул саҡта ҡаушап ҡала, малайҙан баш тарта. Тик бер ай самаһы үткәс, баланы йәлләп алып ҡайталар. Әле ата-әсә наҙын тойған, туғандарының күңел йылыһын татыған Антон һаулығына һис тә зарланмай, шуҡ булып үҫеп килә. Дарья ла ишле ғаиләлә тәрбиәләнеүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Бөгөн Потякиндар ғаиләһендә башҡорт, урыҫ, азербайжан, хатта немец ҡаны булған бер нисә милләт балалары дуҫ ғүмер кисерә.
– Күмәк булһаҡ та, үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә терәкбеҙ. Күңелһеҙләнергә ваҡыт та юҡ, һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ ҡыҙыҡһыныуы, – ти хужабикә Тамара Николаевна. – Төрлө холоҡло, төрлө яҙмышлы балаларҙы хеҙмәт һөйөргә өйрәтеү, уларҙың һәләтен асыу – беҙҙең төп бурыс.
Әле Потякиндарҙың өлкән улдары Артем Өфө ҡалаһында реклама өлкәһендә эшләй, вахта ысулы менән Себер тарафтарына ла барып ҡайта. Семен Гай ҡалаһында йәшәй, өйләнгән. Ҡыҙҙары иһә – мәктәп уҡыусылары. Тәрбиәгә алынған балаларҙың бишәүһе баҡсаға йөрөһә, ҡалғандары мәктәптә белем ала.
– Республика Хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ, күп балалы ғаиләләрҙе иғтибарынан өҙмәй, – ти ғаилә башлығы Александр Михайлович. – Күптән түгел “Газель” автомобиле бүләк иттеләр.
Тамара менән Александр тәрбиәгә алған балаларын һәр саҡ аңларға, етешһеҙлектәре менән ҡабул итергә һәм яҡшылыҡҡа өйрәтергә тырыша. Кисә генә бер-береһен белмәгән, ә бөгөн бер туғанға әйләнгән малай һәм ҡыҙҙар хужалыҡ эштәрендә ата-әсәһенә ихлас ярҙам итә. Йәй буйы улар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала үҫтергән йәшелсә-емештәре ҡыш оҙонона етерлек.
Потякиндарҙың ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе балаларҙың киләсәге яҡты һәм матур буласаҡ, быға һис кенә лә шигем юҡ.
Самат ҒӘЛИН
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә