Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөҙгә еткән Мәрхәбә инәй
Йөҙгә еткән Мәрхәбә инәйБыуат ағинәйе менән осрашыуға бер аҙ тулҡынланып барҙыҡ. Нисегерәк ҡабул итер, тормош хәтирәләрен уртаҡлашырмы, тигән уйҙар герой менән күрешкәнгә ҡәҙәр тынғылыҡ бирмәне.
Ниһайәт, Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе, күптән түгел үҙенең 100 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Мәрхәбә Йәнтүрина инәйҙең йортона аяҡ баҫтыҡ. Ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ: беҙҙе ағинәй үҙе ҡаршыланы, хатта шаяртып, арҡабыҙҙан тупылдатып яратырға ла өлгөрҙө. Зиһене шәп, аҡылы теүәл, күҙе күрә, ҡолағы ишетә. Ҡулдары йыйырсыҡланып, йылдар маңлайына бураҙналар һалып, сәстәренә көмөш ҡырау ҡундырһа ла, иң мөһиме — йәшәү дәртен юғалтмаған, йор һүҙле, теремек, асыҡ күңелле булып ҡала алған ул. Дәүеребеҙ кеүек үк, Мәрхәбә Әхмәҙулла ҡыҙының да яҙмышы бик ғибрәтле, фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс.
“Бала саҡтан колхоз эшенә сумдым: көнөнә егерменән ашыу һыйырҙы ҡул менән һауҙым. Ун ете генә йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Ҡайнымдарҙың туғыҙ һауын һыйыры булды, хәлле генә йәшәнеләр. Әммә ул саҡта тырышып донъя көткән кешеләрҙе күрә алмаусылар күп ине. Тиҙҙән ҡайнымдарҙы, "халыҡ дошманы" тигән мөһөр тағып, ситкә алып киттеләр. Аҙаҡ иремде лә төрмәгә ябып ҡуйҙылар. Өйөбөҙҙән бер нәмә лә алдыртмай, һигеҙ айлыҡ ҡыҙым Флүрә менән мине лә тимер рәшәткә артына яптылар. Ашарға бер ни ҙә юҡ, урамда һыуыҡ, декабрь айы. Беҙ ни бары бер ҡат кейем менән. Көн һайын һорау алалар, балам асығып илай, ашарға биреүсе юҡ. Бер айҙан һуң төнөн мине сығарҙылар. Аҡъярҙың ҡараңғы урамынан ҡолай-ҡолай, баламды ҡосаҡлап өйөбөҙгә ҡайттым. Йорт эсендә һыйыр мөгөҙөнә элерлек тә әйбер юҡ, барыһын да талап алғандар. Аптырап, атайымдарға киттем. Унда ла нимә булһын: ҡайнатып ҡоро һыу эсеп, илашып ултырҙыҡ. Ҡышты сығып, халыҡ баҫыуға башаҡҡа йөрөй башлағас, мин дә улар менән барырға булдым. Әммә маңлайыңа яҙылған "халыҡ дошманының ҡатыны" мөһөрө һинән күпкә алданыраҡ йөрөй икән шул. Йыйған бер ус бойҙайыңды ла тартып алып ҡалалар.
Йәй башланыуға иптәшемде ҡайтарҙылар. “Бында йәшәргә ирек бирмәҫтәр, Мәрхәбә, Орск яғына китәйек”, — тигәс, һүҙһеҙ риза булдым. Эшкә урынлашып йәшәп киттек тигәндә, йәнә иптәшемде алып киттеләр. Һигеҙ йыл буйы ситтә йөрөп, ҡайтҡас өс-дүрт ай ғына йәшәп, донъя ҡуйҙы. Шул арала Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 1942 йылдан Орск ҡалаһында урынлашҡан Смоленск күсмә хәрби госпиталендә санитарка булып эш башланым. Яралы һалдаттарҙы тәрбиәләйем, уларҙың яҡындарына хат яҙам. Үҙем бер ҡатында өйҙәш булып йәшәйем. Ул, бер туғанының ҡатыны үлеп, ике бала менән яңғыҙ ҡалғас, мине шул кешегә димләй башланы. Балаларын йәлләп риза булдым да ҡуйҙым...” – тип бәйән итте ул күҙ йәше аша.
Ысынлап та, ғүмер аҡҡан һыу кеүек икән. Шунса ауырлыҡты йырып сығырға, бәхет өсөн көрәшергә сабырлыҡ һәм түҙемлек ҡайҙан киләлер?! Бәхетенә күрә, икенсе ире Сабит та яҡшы кеше булып сыға. Тағы ла өс балаға ғүмер бирәләр, 34 йыл буйы иңгә-иң терәп, татыу ғүмер итәләр. Бөгөн быуат ағинәйенән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр донъяла! Алты бала үҫтереп, 36 ейән-ейәнсәргә өләсәй ул. Бүлә-бүләсәрҙәренең һаны 76-ға еткән, нәҫелдең бишенсе быуынынан биш сабый донъяға килгән. Иң кескәйҙәренә ни бары дүрт ай.
Бөгөн Мәрхәбә инәйҙе төпсөк ҡыҙы Зөлфиә ҡарай. Әйткәндәй, уның үҙенең дә сәскәләй алты ҡыҙы бар. Зөлфиә Сабит ҡыҙы әйтеүенсә, Мәрхәбә инәй 2004 йылға тиклем самауыр ҡайнатып, балалары эштән ҡайтыуға аш әҙерләп торған. “Әсәйемдең буш ваҡыты булманы: һәр саҡ нимәлер хәстәрләп, йүгереп йөрөр ине. Хужалыҡ эштәрендә лә, балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә лә ярҙам итте. Күлдәк тегеп, бәйләм бәйләп ултырырға яратты. Бигерәк тә бешеренергә оҫта булды", — тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы.
Ҡасандыр улар йәшәгән йортто һыу баҫып, Мәрхәбә Йәнтүринаның барлыҡ документы юҡҡа сыҡҡан. Һуғыш осоронда хәрби госпиталдә эшләүе тураһындағы танытмаһы ла юғалған. Шуға күрә бөгөн юғары урындарҙа ултырған түрәләр уның ауыр йылдарҙа тир түккән, яралы һалдаттарҙы тәрбиәләгән изге фәрештәләрҙең береһе булыуын танымай. 100 йәшлек инәйҙең бөгөн йәшәр урыны – ҡыҙы йортонда. Әммә ул зарланмай. Уның нәҫелендә хатта 110 йәшкә етеүселәр ҙә булған икән. Тимәк, йөҙйәшәргә яҡындарын, туғандарын ҡыуандырып, уларҙың ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә лә йәшәргә әле. Ҡарттар һүҙен ҡар баҫмаҫ тигәндәй, оло кешенең фәһемле кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу һис тә ҡамасауламаҫ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә