Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ут эсенән килгән хаттар
Ут эсенән килгән хаттар1942 йыл, 16 октябрь.
Мәхүб!
...Дошман беҙҙең алда йомшара төштө.
Аңлайым, һин минең яңы эшем тураһында ишеткең килә. Белерһең, ваҡыты еткәс. Ҡайтҡас бөтәһен дә һөйләп бирермен.
Таныштарым һәләк булып бөттө. Бөтәһе лә. Береһе лә ҡалманы. Моңло-йырлы Ерән ҡашҡа ла. Мин хәҙер өр-яңы кешеләр араһында. Яңы иптәштәр, яңы дуҫтар...
Был йыл мине нимәгә өйрәтте? Бик күп нәмәгә. Мин үҙемдә көс ташып торғанлығын асыҡланым. Кешеләрҙе таный белеүемә, уларҙы үҙ ихтыярыма буйһондора алыуыма, үҙемдәге рухи һәм физик һәләттең бай икәненә ышандым. Хужалыҡ эшенә өйрәндем. Һуғышырға, дошманды еңергә өйрәндем. Һуғыш кешене күп нәмәгә өйрәтә.
Эйе, бөгөн өйҙән сығып китеүемә теүәл бер йыл. Күпме юл үтелгән. Тик Ерән ҡашҡам өҫтөндә генә лә — йөҙҙәрсә саҡрым.
Алда тағы күпме юл бар икән?
Хуш, һау бул. Низам.
* * *
Низам Ҡәриптең хаттары ҡыҫҡа, ләкин үҙенсәлекле. Һәр һүҙе, һәр һөйләме артында тәрән хис даръяһы, бай мәғәнә ята.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаттар килеүҙән туҡтай. Ҡатыны Мәхүб һәм балалары быны аңлай, түҙемлек һаҡлап көтә. Кем белә, тигән өмөт бар бит әле.
Күп ваҡыт үткәс, хаттар килә, әммә уларҙа Низамдың һәләкәте тураһында яҙыла.
* * *
Мәхүб апай!
Мин һеҙҙең менән таныш булмаһам да, иптәшегеҙ Низам Ҡәриповты белгәнлектән, Һеҙгә хат яҙырға булдым.
Һеҙгә таныш булмаған татар командирынан сәләм! Мәхүб апай, был хатты уҡығас, бик ҡайғырырһығыҙ, иларһығыҙ инде. Шулай булһа ла, яҙмай булдыра алмайым. Һеҙҙең йәштән танышып, бергә ғүмер иткән иптәшегеҙ, өлкән политрук Низам Ҡәрипов киләсәк хаҡына, бала-сағаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, ағай-энеләребеҙ — һәммәһе тыныс тормошта бәхетле йәшәһен өсөн, немец фашистарына ҡаршы һуғышҡанда Сталинград фронтында 1942 йылдың 24 ноябрендә киске сәғәт 11-ҙә башына дошман пуляһы тейеп һәләк булды.
Апай, бик ҡайғырмағыҙ инде. Сабыр булығыҙ инде.
Хушығыҙ, Мәхүб апай!
Зиннәтулла Ғайсин, Низам Ҡәриповтың яуҙаш дуҫы.
Саҡмағош районы.
* * *
Өлкән лейтенант Столяровтың һуғыш тамамланғандан һуң Низам Ҡәрипов ғаиләһенә ҡалдырған яҙмаһы (1009-сы уҡсылар полкы, полк штабы начальнигы ярҙамсыһы (урыҫсанан тәржемә):
"...Капитан Ҡәрипов дошман пуляһынан һәләк булды. Пуля уның башына тап килде. Үҙем был хәлдең шаһиты булдым. Ҡәрипов шунда уҡ йән бирҙе. Беҙ уны Сталинград өлкәһенең “Котлубань” совхозында ерләнек.
Беҙ уның менән бер блиндажда торҙоҡ. Ҡәрипов, агитаторҙың инструкторы сифатында алғы һыҙыҡта, һалдаттар араһында окоптарҙа булды, мөһим йөкләмәне үтәй ине. Уның менән бер мәлдә полктың комсомол ойошмаһы секретары ла һәләк булды. Мин дә алғы һыҙыҡта хәрби бурысымды үтәй инем. Был иптәштәрҙе немец автоматсыһы һәләк итте.
Ошо ваҡиғанан алда Ҡәрипов менән һөйләшкәйнем. Дошман пуляһы мине эҙләп килә ҡалһа, һин минекеләрҙе хәбәрһеҙ ҡалдырма, тип үтенде. Һәләкәт булаһын самалай ине, көнэлгәре насар төш күргәнлеген әйтте".
Немец ғәскәрҙәренең аяуһыҙ һөжүме Сталинград ҡалаһы янында 1942 йылдың 13 сентябрендә башлана. Төп көстәр ике йүнәлештә — көньяҡ–көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан хәрәкәт итә. Урталыҡта, немец ғәскәрҙәре ҡала үҙәгенә яҡынлаша алған тәҡдирҙә, әлеге ике көс совет ғәскәрҙәрен ҡыҫырыҡлап, иҙеп үтеп, Волга ярҙарына етергә тейеш булған, имеш...
Низам Ҡәрипов хеҙмәт иткән 1009-сы уҡсылар полкы дошманға төньяҡ-көнбайышта ҡаршы тора (әлеге Городищенский районы). Был ҡот осҡос мәлдәрҙә совет һалдаттары "Умереть, но не сдать Сталинград!" тигән девиз менән һуғыша.
Совинформбюро хәбәрҙәренән (1942 йыл, 26 октябрь): "Сталинград районында беҙҙең ғәскәрҙәр дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш алып барҙы".
* * *
Низам Ҡәрипов, һуғыш яланында үҙ урынын табып, иң ҡурҡыныс һәм хәл иткес операцияларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, тәүге мәлдәрҙә үк хаттарының береһендә былай ти: "Хат яҙа алмауыма бер ай тулған икән. Мөмкинлек булманы. Берүк ғәфү итә күрегеҙ. Ҡайҙа, ниндәй эш менән йөрөгәнемде һуңынан аңлатырмын. Иҫән ҡалһам, кәнишне. Хәҙер артҡа түгел, алға барабыҙ. Насар һуғыштыҡ тип әйтеп булмай. Әйтәйек, Совинформбюроның хәбәрҙәрен ҡарап барығыҙ".
Ҡатыны Мәхүб Ғәрифулла ҡыҙы Усмановаға, балалары Рәшиҙә, Гөлдәр һәм Казбекка һағынып-һарғайып хаттар яҙғанда оло Еңеүҙең киләсәгенә шикһеҙ ышаныс белдерә. Шул уҡ ваҡытта Өфөләге һәм фронттарҙағы яҙыусылар менән элемтәлә була. Сәйфи Ҡудашҡа яҙған хаттарының бөтәһендә лә ошондай юлдар бар: "Беҙ бында хәрби фронт хәлдәрен мөмкинлек булғанса хәбәр итеп торабыҙ. Ә һеҙҙә, әҙәбиәт фронтында, ниҙәр бар, шуны беләһе килә. Ниндәй йыйынтыҡтар сыға? Мөмкин икән, бер данаһын ебәрегеҙ. Бик яҡшы булыр ине. Балалар өсөн журнал сығара алманығыҙмы? Украин яҙыусыларына сәләм әйт! Улар ниндәй эш ҡыйрата? Һин уларҙан байтаҡ нәмәгә өйрәнеп ҡалырға тырыш. Өйрән дә, ҡайтҡас беҙҙе өйрәтерһең..."
Өйрәтеү тигәндән, Низам Ҡәрипов — булдыҡлы кешеләргә ҡарата үтә иғтибарлы зат. Йырсы Хәбир Ғәлимов тарихын ғына алайыҡ. Х. Ғәлимов 1927 йылда хәрби хеҙмәткә алынғас, Өфөгә килтерелә. Казарманы яңғыратып йырлауын бер көн Низам Ҡәрипов ишетеп ҡала. Был икәү яҡташ булып сыға. Ҡәрипов Ғәлимовтың артабанғы яҙмышын хәл итә тиерлек: уны урыҫса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса.
Әҙиптең ҡыҙы Гөлдәр ханым атаһының һуғыш юлдарын өйрәнеүгә күп көс һала. Матбуғатта сыҡҡан күпселек материалдарҙы ентекле тикшерә, был изге юлда уға ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылып тора. Сталинградҡа, яу үткән урындарға сәфәр ҡыла. Унда ҡәбер таштарында, мемориаль комплекстарҙа яҙылған исемлектәрҙән атаһының исемен эҙләй-эҙләй йонсоп бөтә (ул саҡта Ғайсиндың да, Столяровтың да хаты килмәгән була). Әммә шуныһын асыҡлай: Сталинград һуғышында Башҡортостандан барған меңдәрсә яҡташыбыҙ һәләк булған. Уларҙың исем-шәрифе тыуған төбәктәрендә бөтөнләй билдәһеҙ ҡала килә.
"Хәҡиҡәткә өлгәшеү мөмкинлеге 2004 йылда асылды: радионан "Волгоград өлкәһендә яугирҙәр ерләнгән урындар паспортлаштырыла" тигән хәбәрҙе ишеткәс, Городищенский районының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт иттем, — ти Гөлдәр ханым. — Ҡайтанан унда барғас, атайымдың һәләк булған һәм ерләнгән урынын таптым. Ул Волганан ни бары 25 саҡрым йыраҡлыҡта. Тимәк, немецтарҙың барыр юлын бикләүгә атайым да көс һалған, йәнен фиҙа ҡылған".
Архивтарҙан шул асыҡлана: Низам Ҡәрипов хеҙмәт иткән полк 292-се уҡсылар дивизияһы составында була, ләкин уның тарихы һаҡланмаған, сөнки ғәскәр Сталинград янында тулыһынса тиерлек ҡыйратылған. Ә документтар немец бомбаһынан янған. Әммә Низам Ҡәриповтың исеме “Котлубань” совхозы ерҙәрендә һәләк булғандар исемлегендә бар.
Өсөнсө тапҡыр Гөлдәр ханым Сталинградҡа 2005 йылда юл тота. Котлубань ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегендә 2680 яугир ерләнгән, шул иҫәптән Низам Ҡәрип тә. Гөлдәр ханым, хәтер стелаһында атаһының исемен табып, шатлыҡ кисерә, сәскә шәлкеме һалып, изге бурысын үтәй. Ҡайнар хистәрҙән шартлар сиккә еткән ярһыу йөрәге бер сама тыныслана. Тимәк, эҙләнеү мәшәҡәттәре тамам.
Замандаштары Низам Ҡәрип тураһында йылы хистәр менән һуғарылған яҙмалар ҡалдырған. Шуларҙың бер нисәһенән өҙөктәр килтереп үтәм.
Зәйнәб Биишева: "Минең матбуғатҡа ҡыйыулыҡ итеүемә тәү башлап мәрхүм Низам Ҡәрипов сәбәпсе булды..."
Яҡуп Ҡолмой: "Дуҫ та, иптәш тә, серҙәш тә ине".
Низам Ҡәрип ут эсендә булғанда ла оло өмөттәр менән йәшәй. Һуғыштың еңеү менән тамамланасағына шикләнмәй. "Йылдар үтер, — тип яҙа ут ялмаған һәм ҡара төтөн ҡаплап алған Сталинградтан, — беҙҙең ҡанды түгеүсе фашизмдың исеме яҙыуҙа ғына ҡалыр. Ә беҙ Еңеүҙең шаһиттары булып, уны йәштәргә һөйләрбеҙ”. (1942 йылдың көҙөндә яҙылған хаттан).
Оло йөрәкле һәм ғорур холоҡло Ватан улы Низам Ҡәриптең был зирәклеге бөгөнгө йәштәрҙе таң ҡалдыра.
* * *
Гөлдәр ханым һөйләгәндәрҙән:
"Ул йәйҙе мин атайым тыуған төбәктә пионер лагерында булдым. Икенсе класҡа бараһы йыл ине. Ҡайтыр яҡҡа ниндәйҙер машина кузовында юлға сыҡтым. “Кропачево” станцияһынан пассажир поезына билет алып булманы. Вагонға керер әмәл юҡ ине, мин, ун йәше лә тулмаған бала, вагон тупһаһына күтәрелеп, ишек тотҡаһына сат йәбештем.
Оноторлоҡ түгел. Боролоштарҙа төпһөҙ упҡынға осам һымаҡ тойола, ниндәйҙер көс мине йолҡоп алырҙай булып тарта. Бара торғас, бер һалдат пәйҙә булды. Ул да минең хәлдә, әммә мине үҙ кәүҙәһе менән ышыҡларға тырыша, ҡулдарыма ял бирә. Өфөгә шул рәүешле ҡайтып еттек. Перронға төшкәс, күрәм: малайлыҡтан яңы сыҡҡан һалдат. Үҙе сибәр, үҙе шат йылмая. Ҡул биреп хушлашты.
Карл Маркс урамынан ҡайтып киләм. Түгелеп-түгелеп илайым. Атайым фронтта, әллә ҡайта, әллә юҡ, әсәйем ҡаршы алманы, сибәр һалдат та мәңге осрашмаҫлыҡ булып юғалды. Лагерҙа күпселеге етем балалар булғаны күҙ алдымда. Ҡайтып еткәнсе ике битем күҙ йәше һәм туҙан менән бысранып бөткәйне.
Өйөбөҙ янына етһәм, апайҙар аптырашып тора. Имеш, әсәйеңде ҡайҙа юғалттың? Баҡһаң, ул мине алырға киткән икән. Ике көндән ҡайтып төштө. Үҙе менән бер төркөм малай. Минең йәштәштәр. Ас-яланғас, бысраҡтар, тәндәре ҡутырлы һәм шеш. Яланаяҡтар.
Әсәйем тиҙ генә һыу йылытты ла, мин уларҙы йыуындыра башланым. Ҙур еҙ тасыбыҙ бар ине. Кемдер ояла, кемдер ҡарыша. Тәндәрен ышҡый-ышҡый йыуындырып сыҡтым. Һәр береһенең аяҡ-ҡулдарын, шештәрен майланым. Ул арала әсәйем аш өлгөрттө.
Ҡайҙан йыйған ул уларҙы? Салауат, Мәсетле һәм башҡа район ауылдарынан. Атайым яҙған икән, беҙҙең бында бик күп яҡташтар һәләк булды, балаларын урынлаштыраһы ине, тип. Адрестарын ебәргән. Шунан әсәйем юлға сыҡҡан һәм йыйып алып ҡайтҡан.
Рәсми органдарҙа юллау мәшәҡәттәре оҙаҡҡа һуҙылманы. Интернатҡа һәм балалар йортона урынлаштырғансы, малайҙар беҙҙә йәшәне. Үҙ-ара дуҫлашып киттек. Ошо рәүешле республика һәм халҡыбыҙ киләсәге өсөн ундан ашыу малайҙы һаҡлап, тура юлға баҫтыра алдыҡ. Араларында Рафаэль Сафин, Рәми Ғарипов исемлеләре лә бар ине..."
Низам Ҡәриптең ут эсендә йөрөп, әллә кемдәрҙең балаларын хәстәрләй алыуы ғына ла — һоҡланғыс батырлыҡ!
(Аҙағы. Башы 189-сы һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872