Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ
Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫОлоғая килә әллә зиһен тарҡала, әллә инде хистәр нескәрә, иллә уларҙы, нисек кенә нуҡтала тоторға тырышма, үҙең теләгән юлдан ғына йүгертеү мөмкин түгел. Көньяҡ Уралдың иҫәпһеҙ-һанһыҙ һырттарын артылып, Ағиҙел үҙәне, Ҡыраҡа тауы күҙгә салыныу менән ҡорҙашым Сафуан Әлибайҙың “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар? Әйләнә лә ҡайта уйҙарым...” тигән шиғыр юлдары иҫкә килә лә төшә.
Шуның һымаҡ, Стәрлебаш тиһәләр, Стәрле, Өршәк, Димгә ҡойған Тәтер, һыуын Ашҡаҙарға ҡушҡан Күндерәк йылғалары, Айҙарәле ауылы эргәһендәге Шишмәләр тауы, Ҡарағош менән Табылды араһындағы сейәлек тә әле сиселмәҫ сер һаҡлайҙыр. Хәйер, юлың был тарафҡа бер һуғылһа, ғүмерлеккә әсир булдың! Стәрлебаштың тарихына сумһаң да, шул әсирлектән сыға алмауың ихтимал. Уйлап ҡарағыҙ: Стәрлебаш мосолман үҙәген заманында Бохара, Мысыр менән тиңләгәндәр. Уның мәҙрәсәләрендә Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мирсалих Биксурин, Зәйнулла Рәсүлев, Һибәтулла Сәлихов, Төхфәт Йәнәби, Мирсәйет Солтанғәлиев, башҡорт, татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең ғорурлығы булырлыҡ йәнә тиҫтәләрсә шәхес уҡыған. Әй, төпсөрләй китһәң... Хәҙерге стәрлебаштар ҙа, әллә йөҙҙәрсә шишмәнең гәлсәр һыуын ғына уртлап үҫкәнгә, данлы ата-бабаларына һыр бирәһе түгел. Рәсәйҙәге иң мәшһүр геофизиктарҙың береһе, Европа геофизиктар йәмғиәтенең даими ағзаһы, өлкән дуҫым Наил Юнысов, күренекле иҡтисадсы Мөхәммәт Сәғетдинов, әллә нисәмә телде һыу кеүек эсеүсе ғалим Рәхим Мөрәсев — Стәрлебаш төбәге таланттарға әүәлгесә бай ҡалған икән.
Туҡта, бөгөнгө һүҙем тел осона килгән шәхестәр тураһында түгел ине лә баһа! Әнүәр дуҫ Өфөнөң тарихи үҙәгендәге уҡыу йортоноң директоры кабинетында мин хәтерһеҙҙе көтөп ултыра инде. Әнүәр Муллағәле улы Абдрахманов — яндырай кеше: көтөр-көтөр ҙә, сабыр итеүҙең дә сиге бар тигәндәй, ҡырылып ятҡан ҡырҡ эшенең береһен юллап, сығып та ысҡыныр.
Ғүмеренең иң оҙайлы йылдарын ауыл сауҙаһын ойоштороу мәсьәләләренә арнаһа ла, Әнүәр Стәрлебаш еренең боронғонан килеүсе мәғрифәтселек традицияларынан айырылған шәхес түгел. Ул, әлбиттә, ХVIII быуаттан алып ХХ быуат башына ҡәҙәр Көньяҡ Урал, Волга буйы мосолман донъяһына аң-белем таратҡан данлыҡлы Мөҙәрис Туҡаевтарҙың мәҙрәсәләрендә уҡымаған, әммә уҡымышлы тарафта зыялылыҡ рухы, кешеләрҙең генә түгел, хатта тәбиғәттең һәр күҙәнәгенә һеңә. Әйткәндәй, Әнүәрҙең әсәһе Ғәзимә Үлмәҫҡол ҡыҙы Ҡөрьән Кәримде башынан аҙағынаса яттан белеүе менән үҙҙәренең Ҡабыҡҡыуышынан да уҙып, тирә-йүн ауылда дан алған. Әсә кеше йөрәгенең бер өлөшөн балаһына бүлеп бирә бит инде, ләкин Ғәзимә апай наҙын таҫма телгә сығармай, иркәләүен сөсөлдәүгә күсермәй тәрбиә биргән оло аҡыл эйәһе булған.
Йылдар үткәс, ошо хаҡта һөйләп ултырһаҡ та, бала саҡ, йәшлек осоронда ул турала уйланыу форсаты булмай шул. Әнүәр олоғайһа ла, күңелендәге хистәргә ирек биреп бармай. Ә бит әсәйең, атайың менән бергә үткәргән һәр минутың, ғәмәлдә, бер ғүмер. Ҡорҙашым атаһы Муллағәле Ғайса улы менән йәйге мәлдә утын әҙерләп ҡалыу ниәтенән, яҡындағы Улядаровка тигән сыуаш ауылы яғына ҡайынлыҡҡа йөрөр ине. Ҡабыҡҡыуыш тирәһендә, талды иҫәпләмәгәндә, утынға киҫер ағас-маҙар юҡ. Ҡоро тал иһә гөлт итеп янды ла елгә осто.
Муллағәле ағай хисле кеше булды. Арбала бәүелеп бара торғас, татарҙың “Сарман”ын һалдырып ебәрә. Киң күкрәктән урғылған моң. Тындың тәрәнлеген фронттың боҙло окоптары ла әхәзләй алмаған икән. Фронт тигәндәй, Муллағәле Абдрахманов шанлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт бурысын атҡарған. Уның данын да, фажиғәһен дә бергә кисергән. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәләкәтенә шаһит булыу, ошо мәлдә комдивҡа ярҙам итә алмау, бәлки, яугир Абдрахманов өсөн ғүмерлек үкенес булып ҡалғандыр. Һыбайлы кеше йәйәүленән һәр саҡ юғарыраҡ була. Ошо хәҡиҡәтте рухи юҫыҡҡа күсергәндә, дуҫымдың шундай мираҫҡа эйә булыуына ҡыуанам.
Әнүәр Абдрахманов бөгөн Башҡортостан кооператив техникумы директоры кабинетын биләһә лә, ябай ауыл малайы холҡон юғалтмаған. Хәйер, атайсалыңды нисек онотмаҡ кәрәк? Стәрлебашта, Ҡарағош, Табылды һәм Ҡабыҡҡыуыш ауылдары араһындағы өсмөйөштә, республикалағы иң ҙур сейәлек бар ине. “Ине” тибеҙ, сөнки сейәлек теге быуаттың 30 – 40-сы йылдарында йөҙ гектар майҙанда йәйелеп ятҡан. Тора-бара, ҡыуаҡтарҙы төпләү, һөрөү арҡаһында, сейәлек бер нисә генә тиҫтә гектарға ҡалған. Профессор Евгений Кучеровтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Ҡыҙыл партизан” (һуңғараҡ — “Юлдаш”) колхозы һәммә майҙандан 1952 йылда — 41, йәнә ике йыл үткәс 74 центнер сейә йыйып алған. Бына ниндәй байлыҡ булған да, ғәмһеҙлегебеҙ арҡаһында ул юҡҡа сығыу хәленә еткән.
Йә, ни сара ҡылмаҡ инде? Әнүәр менән хәтерҙе яңыртып, уфтанышып ултырабыҙ ҙа үҙ кәйефебеҙҙе үҙебеҙ күтәрмәксе, йәшлеккә йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ. Бала сағынан гармун менән дуҫ егеттең ауыл йәштәре араһында күҙ өҫтөндәге ҡаш булыуын кем белмәй? Абдрахмановты ла Х класты бөтөү менән үк райондың икенсе башында ятҡан Ҡарамалы-Буҙат ауылына клуб мөдире итеп ҡоҙалағандар. Комсомол райкомы секретары Фәрзәнә Яхина апайы ла әйҙүкләп торғас, ҡулында хромкаһы булған егеткә тағы ни кәрәк? “Ир-егеттең ике юлдашы бар: береһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек”, – тиҙәр бит. Әнүәргә был сифаттар клуб эшенән дә бигерәк төп шөғөлөндә – ауыл сауҙаһын ойошторған саҡта – кәрәк булды. Әҙәм балаһының үтер һуҡмағы таш түшәлгән таҡыр ҙа, түтә юл да түгел. Егет сыбыртҡы һөйрәп мал да көтөп алды, трактор-комбайнда ла саң йоторға өлгөрҙө. Әрме бурысын үтәгәс, кооператив техникумына уҡырға инде. Форсат сыҡһа, бәлки, агроном да булып китер ине, ләкин сауҙа хеҙмәте өлөшөнә төшкән көмөшө булған икән. Кооператив техникумынан һуң ун йыл тигәндә Абдрахманов Башҡортостан Ҡулланыусылар йәмғиәтенең Раевкалағы район-ара базаһы директоры итеп тәғәйенләнде. Әйткәндәй, ул саҡтағы база менән директор булыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер? Тауарҙың һәр төрөнә ҡытлыҡ осор. Райпотребсоюздарҙан, сельполарҙан килеүсе “доставщиктар” иртә таңдан база келәттәрен “штурмлай” башлай. Бер кем дә ауылына буш ҡул менән ҡайтырға теләмәй. Ошондай мәхшәрҙә етәксе кеше көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп ҡалмаҫҡа тейеш, юғиһә алға илтә торған юлдан күҙ яҙҙыраһың. 90-сы йылдарҙа, донъя тырым-тырағай килгәс, ауылда ҡулланыусылар кооперация магазиндағы тышҡы бәйләнештәрҙе һаҡлаған берҙән-бер еп булып ҡалғайны.
Ул арала Әнүәр Силәбеләге Совет сауҙаһы институтын тамамларға өлгөрҙө һәм 80-се йылдарҙың уртаһында Башҡортостан Ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе Фәүзи Ғарипов уны Өфөгә урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙы. Тәүәккәллек тураһындағы хәҡиҡәтте йәнә иҫкә төшөрөргә тура килә. Әнүәрме һуң инде шик-шөбһәләргә бирелер кеше? Союз аппаратында иңенә төшкән эштәрҙе барлай китһәң, гәзит бите лә етмәҫ, бары һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеген тәҡрарлау менән сикләнәйек. Ошо арала алтмыш бишен тултырған ир-уҙаман әле лә йәштәрсә дәртле, “эшләйбеҙ!” тигән һүҙҙе бөтәһенән дә алға ҡуя.
Кешенең бәхете нимәлә икән? Белемендәме? Һөнәрендәме? Маҡтаулы исем һәм бүләктәрендәме? Әнүәр Абдрахманов уларҙың һәммәһенән дә мәхрүм түгел. Республика парламенты депутаты булды. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Техникум директоры. Мостай Кәрим әйтмешләй, шөһрәт атына атланмаған хәлдә лә, уның ялын һыйпап ҡараған айбарлы ир барыһынан да уңған. Туймазы яҡтарының Түбәнкүл ауылы ҡыҙы Рәмзиә менән техникумда танышыуы, бер-береһен һөйөшөп йәшәүе, балалары, ейәндәре менән дә уңды ул. “Бер ир ҡатын алһа, алтмыш ҡатын илар” тигән әйтемде иҫкә төшөрһәң, буйсан, сәстәре күпереп торған гармунсы Әнүәр кәләшле булғас, күҙ йәшен түкмәгән ҡыҙҙар, ай-һай, ҡалдымы икән?
...Баш ҡаланың Ленин урамы, ғәҙәттәгесә, мәхшәр көнөндәге кеүек ҡайнай. Әнүәр Муллағәле улының эш кабинеты ихатаға ҡарай, шуға күрә бында — һиллек. Ҡунаҡсыл хужа һөйләшеү барышында сәй яңыртырға ла өлгөрә. Һүҙгә һүҙ ялғана, фекерҙе фекер дауам итә. Дуҫым һүҙҙе Стәрлебашы яғына бора, мин иһә Әбйәлилемә тартам. Тыуған яҡтарыбыҙҙы һағыныу тойғоһо икебеҙҙе тағы ла яҡынайта төшкән һымаҡ.
Ғариф ҠӘЙҮМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872