Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдә өмөт һәм теләк йәшәргә тейеш
Яҡташыбыҙ Ғәзинур Вилданов Афғанстанда хеҙмәт иткән. Афғанстан... Улдары һәләк булған әсәләрҙең йөрәгендә был һүҙ ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған.

Ҡайтыуына 20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Ғәзинур Миәссәр улы хеҙмәт йылдарын онота алмай:
— Ғаиләлә биш малай үҫтек. Атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Беҙҙе ил һаҡсылары итеп үҫтерҙе. Барыбыҙ ҙа Ватан алдындағы изге бурысыбыҙҙы үтәнек. Мине 18 йәшем тулғас та, ни өсөндөр, хеҙмәткә саҡырманылар. Бер йылдан военкоматҡа повестка юллап үҙем киттем.
Автобус ишеге ябылыр алдынан әсәйемдең әйткән һүҙҙәре әле лә иҫтә:
— Улым, йылыраҡ ергә генә эләкһәң ярар ине.
Әсәй, ҡәҙерлем, теләгең ҡабул булды. Башта Кушка ҡалаһында әҙерлек үткәндән һуң, йылы ғына түгел, “эҫе” Афғанстанға ебәрҙеләр.
Мин — һалдат! Сит ерҙә. Сәй булмағанда дөйә сәнскеһен ҡайнатып бирәләр. Һыу ғына эсергә ярамай икән. Әскелт кенә эсемлек килеп сыға, үҙен файҙалы ла, тиҙәр. Әлбиттә, әсәйҙең мәтрүшкәле, һөтлө сәйенә етәме һуң инде... Юҡ, артыҡ хистәргә бирелмәҫкә кәрәк! Һалдат бит мин: 1979 йылдың декабрь аҙағынан Шинданд ҡалаһында пехота полкының артиллерия дивизионында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итәм.
Хәҙерге ваҡытта армиялағы “бабайлыҡ” тураһында имеш-мимеш күп йөрөй. Ә миңә иһә һалдат тормошоноң төп билдәһен әйт тиһәләр, “дуҫлыҡ” тип яуап бирер инем. Унда милләтте айырыу, көсһөҙҙө ҡыйырһытыу күренеше булманы. Ауыр шарттар кешене сыныҡтыра, күңелендәге изге хистәрен нығыта икән. Бер матраста дүртәр кеше йоҡлап, бер киҫәк икмәкте бүлешеп ашаныҡ. Декабрҙән апрелгә тиклем сисенмәй төн үткәрергә тура килде. Шинель менән итекте генә һалаһың. Һәр минутта тиерлек ҡулыңа ҡорал алып, сафҡа баҫырға әҙер торорға тейешһең. Әле лә бергә хеҙмәт иткән дуҫтар менән элемтәне өҙмәйбеҙ. Шишмәнән Хәлит Йосоповтан, Өфөнән Филарит Ғариповтан, Саҡмағоштан Айрат Фәйзуллиндан сәләмдәр килеп тора.
Оноторлоҡ түгел күргән-кисергәндәр. Төштәргә инеп йөҙәтә: әле аталар, әле ҡамауҙа ҡалам, әле әсирлеккә төшәм, имеш. Армиянан ҡайтҡан йылдарҙа төндәрен әллә нисә тапҡыр һаташып уяна инем. Тыныс ҡына йоҡламағас, иртән ниндәйҙер хәлһеҙлек тояһың. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, ҡурҡыныс төштәр һирәгерәк керә.
Йыш ҡына эштән ҡайтҡанда подъезға тәмле еҫтәр таралған булһа, тимәк, ҡатыным Ләйлә ҡоймаҡ бешергән. Шул саҡ Афған ҡоймағы иҫкә төшә...
— Он бар, әйҙә ҡоймаҡ ҡояйыҡ, — тип тәҡдим итте Айрат дуҫ. “Буржуйка”ла сиратлашып бешерҙек. Һыуға он болғатып ҡына ҡойолған ҡоймаҡтың нисек тәмле икәнен белһәгеҙ икән... Күңелең менән ауылға ҡайтып киләһең, байрамдарҙа әсәйҙең тәмле ризыҡтарын һағынаһың...
Байрамдар тигәндән, улар алдынан постар өҫтәмә көс менән нығытыла торғайны. Дошман әүҙемләшә, нимә булырын алдан белеп булмай. Шуға күрә әле лә байрам алдынан ҡапма-ҡаршы хистәр кисерәм. Тыныс тормошта Яңы йыл, Ватанды һаҡлаусылар, 8 Март, 1 Май байрамдарын йыл һайын ҡаршылап, йәшәйһе лә йәшәйһе килә...
Чечен, Афған синдромы тураһында һорайһығыҙмы? Беләм, беләм, үҙемдең миҫалда әйтә алам: холоҡ үҙгәрҙе, армиянан ҡайтҡан осорҙа тиҙ ҡыҙып китә инем. Әйтәһе һүҙҙәрҙе бик уйлап бөтөрмәйем, бер ғәйепһеҙгә кеше рәнйеткәнемде лә һиҙҙем. Был “ауырыуҙан” Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сөләймән ағай дауаланы. Уға тупаҫыраҡ яуап биргәнмендер, күрәһең.
— Һин дә һуғыштан, мин дә яуҙан ҡайтҡан. Холоҡ йомшарған. Әммә һин — ир кеше, үҙеңде ҡулға ал, холҡоңдо йүгәнлә. Юҡҡа-барға ҡыҙып китеп, тауыш ҡуптарһаң, ғаилә лә ҡора алмаҫһың. Өйләнһәң дә, тормош иптәшеңә, балаларыңа көн күрһәтмәҫһең, — тине. Мин шул һүҙҙәрҙе гел иҫемдә тоттом, ҡыҙып киткәндә, Сөләймән ағай һабағы башҡа ҡойған тынысландырғыс һалҡын һыу кеүек булды.
Һәр быуынға яҙмыш үҙ һынауҙарын ҡуя. Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайтты. Совет халҡын ҡолға әйләндерергә теләгән, ҡорал тотоп, сиктәрҙе боҙоп ингән дошманды ҡыуып сығарыуҙа ҡатнашҡан. Әсәй ҙә ас-яланғас көйө Ленинградты аяҡҡа баҫтырыуға үҙ өлөшөн индергән. Ә беҙ ҡорал менән сит илгә интернациональ бурысты үтәргә киттек. Ниндәй бурыс, кем алған уны? Афған халҡына ниндәй яҡшылыҡ эшләнек тә ниндәй еңеллек килтерҙек? Ул хаҡта уйламаныҡ. Тырыштыҡ, ауырлыҡтарҙы еңдек. Яҡшы хеҙмәт өсөн 12 көнгә тыуған ауылым Балтайға ялға ла ҡайтып килдем. Мин сәйәсмән түгел. Әле лә 10 йылға һуҙылған Афған һуғышына баһа бирергә, ғәйеплеләрҙе асыҡларға теләмәйем. Мин һәм башҡа һалдаттар алға ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәнек, күптәр шунда башын һалды. Иҫән-имен киткән типһә тимер өҙөрҙәй егеттәр цинк табутта ҡайтты. Йыраҡ сит илдә ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән хеҙмәттәштәрем алдында баш эйәм. Тыныс йоҡлағыҙ! Һеҙ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ һәм беҙҙең күңелдәрҙә мәңге тере...
Аллаға шөкөр, һуғыш мәхшәренән ҡайтырға насип булды. Өфө вокзалына төшкәс, кисергән хистәрҙе әйтеп-аңлатып ҡына ла бөтөрөрлөк түгел. Йыл ярым көн һайын тиерлек үлем менән күҙгә-күҙ осраштыҡ. 550 көн... “Мин иҫәнме икән?” — тип йыш ҡына үҙемде иртән ҡапшап ҡарап, һөйөнә инем. Ә иртәгәһен Алла белһен, бында йәшәү менән үлем араһы күҙ менән ҡаш араһы кеүек яҡын икәне һәр кемгә билдәле.
Йылдар үтте. Ғаилә ҡорҙом, ҡыҙым һәм улым үҫеп етте. Ғүмерем буйы шофер булып эшләнем. Рулдә меңдәрсә саҡрым юл үттем. Телевизорҙан Афған һуғышы тураһында фильм булһа, балаларым икенсе каналды аса. Улым армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтты. Хәҙер йыш ҡына аталар һәм балалар араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәт тураһында яҙалар. Был йәһәттән дә Хоҙай Тәғәләгә шөкөр, улым Илнур һәм ҡыҙым Ләйсән менән уртаҡ тел табабыҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Мин бәхетле! Һуғыштан, снарядтар шартлаған ерҙән иҫән ҡайтҡан кеше әйтә быны. 90 йәшкә еткән әсәйемдең фатихалары менән йәшәйем. Беҙ, биш туған, аяҡта ныҡ баҫып торабыҙ. Йыш ҡына тыуған ауылыбыҙҙа йыйылабыҙ. Төп йортта аттар аҫраусы энем — ҡымыҙ, ә мин бал менән һыйлайым туғандарымды. Эштән буш ваҡытымда умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Бал ҡорттарының төрлө-төрлө сәскә өҫтөнән безләп осҡанын күҙәтергә яратам. Әммә күңел тыныс түгел. Ҡыш буйы ҡышлаҡтарында ятҡан дошмандар тауға менеп йәшеренә, шунан ут яуҙыра... Сәскәләр тураһында уйлап торорға ла ваҡыт юҡ...
Киләсәккә пландарым ниндәйме? Эйе, кеше күңелендә өмөт һәм теләк йәшәргә тейеш. Йорт һалырға теләйем. Улымды ла шуға дәртләндерәм. Себерҙә эшләп йөрөй бит. Тир түгеп тапҡан аҡсаһын файҙаға тотһон, бер нисә быуын осрашырлыҡ, ҡунаҡ булырлыҡ йортта йәшәге килә. Түр башында биш һалдат тәрбиәләп үҫтергән әсәйебеҙ ултырасаҡ. Ул — нәҫеленең иң өлкән вәкиле. Унан һуң биш ир туған ғаиләләре менән. Бына һиңә тағы ике быуын! Ейәндәребеҙ ҙә тыуыр. Шулай оҙон-оҙаҡ тыныс тормошта бәхетле ғүмер кисерәһе ине. Беҙгә һәм тыуасаҡ быуындар өлөшөнә ауыр һынауҙар төшмәһен.


Автор: Г. ФӘХРӘЗОВА яҙып алды. Район: Октябрьский ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә