Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сәмсел сәскәЭшҡыуар Азалия Низаметдинова – бөгөн күптәргә өлгө

"Эшһөйәрлек – һәр хеҙмәттең һәм етеш тормоштоң нигеҙе" тигән XIX быуатта ижад иткән күренекле инглиз яҙыусыһы Чарльз Диккенс. Әйткәндәй, сәскә исемен йөрөтөүсе Азалияға ҡарата ла ошо һүҙҙәр килешә.

Үрге Ҡыйғы ауылында 17 йәшлек кенә сағынан һуғышҡа юлланған яугир Ғәли Нурислам улы Ғималетдиновтың ҡыҙы ул. Егет яуҙа бер-бер артлы һәләк булған ағайҙары өсөн фашистарҙан ҡон ҡайтарыу теләге менән яна. Әсәһенән йәшләй генә етем ҡалған балаға белем алыу форсаты теймәй, атайҙың уң ҡулы булырға ла кәрәк бит. Шуға ла башланғыс мәктәптән һуң ололар менән бер рәттән хеҙмәт йөгөн иңенә алырға тура килә. 1944 йылда ғына үҫмерҙе яуға оҙаталар.
Әммә Ғәли алғы һыҙыҡҡа тиҙ генә эләкмәй әле. Һуғыш аҙағына яҡынлашҡанын һиҙеп, йәштәрҙе ҡан ҡойоштан араларға ынтылалар. Уны 14-се алмаш уҡсылар полкының артиллерия расчетына тоҫҡаусы итеп тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән Еңеү көнө лә етә. Әммә Алыҫ Көнсығышта һуғыш тынмай – япон милитаристары һис кенә лә ҡорал һалырға теләмәй. Шуға күрә Азалияның атаһына уларға ла ҡаршы көрәшергә тура килә. Тыуған яҡҡа ҡайтыу юлы үтә лә оҙайлы булып сыға – яугир ни бары 1951 йылда демобилизациялана.
Тыныс хеҙмәтте һағынып ҡайтҡан егет тиҙҙән райондың элемтә үҙәгенә эшкә урынлаша һәм 37 йыл буйы ошонда тир түгә. Фронттан тағып ҡайтҡан орден-миҙалдарға тырышлыҡ һәм фиҙакәрлек менән тыныс хеҙмәттә яуланғандары ла өҫтәлә.
Быларҙы мин тиктәҫкә генә яҙманым, ә Азалия Ғәли ҡыҙындағы тырышлыҡтың, сәмселлектең, хеҙмәтте тулы көс һалып башҡарыу теләгенең ҡайҙан инеш алыуын төшөндөрөргә тырыштым. "Алма ағасынан йыраҡ төшмәй", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер боронғолар. Азалияның оло тормошҡа юлы 1979 йылда тыуған ауылындағы урта мәктәпте тамамлап, баш ҡалалағы кооператив техникумына уҡырға инеүенән башланғандыр. Сәмселлекте сикләр көс бармы ни – уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң ул белемен артабан камиллаштырырға ҡарар итә һәм Мәскәүгә юллана. Унда Азалия Халыҡтар дуҫлығы исемендәге кооператив институтының студенты булыу бәхетенә өлгәшә. 1987 йылда юғары белемле ҡыҙ "Башпотребсоюз"ға ревизор булып ҡайта һәм, ошонда өс йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплай.
– Мин декрет ялына киткәндә, илебеҙ шанлы 90-сы йылдарға аяҡ баҫҡайны ғына. Тиҙҙән улым донъяға килде. Хыялым фатирлы булыу ине, әммә тап ошо мәлдә аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуҡты. Шуға ла ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләп, ауылыма ҡайтып төштөм. Аңлайым: атайым менән әсәйем ҡалала төпләнер тип өмөтләнгәндер. Ошо йылдарҙа районда тәүге эшҡыуарҙар барлыҡҡа килде, һатыу нөктәләре аса башланылар. Сауҙа менән шөғөлләнергә мине ике туған ағайым Фларит Фәхриев күндерҙе. Ул Үрге Ҡыйғыла кондитер ризыҡтары магазины асып өлгөргәйне. Беҙ уның менән тәүҙә бергә эшләнек, аҙаҡ ағайым Мәсәғүттә магазиндар асты, ә бындағыһын бушлай миңә ҡалдырып китте. Һатыусы булып әсәйем килде. Шулай итеп, магазин асыуға кредит та, ссуда ла кәрәкмәне – бөгөн дә ошо ярҙамы өсөн ағайыма сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип һөйләй Азалия.
Ул үҙе лә һиҙмәҫтән эшҡыуарлыҡҡа тотоноп китә. Ауыл үҙәгендә халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе ике киоскыһы барлыҡҡа килә. Тиҙҙән автовокзал менән яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағылары ла эш башлай. Ғөмүмән, был ваҡытҡа район үҙәгендә киосктар ямғырҙан һуң морон төрткән бәшмәктәр кеүек үрсеп китә. Тегендә-бында таралышып киткән был сауҙа нөктәләре ауылға йәм өҫтәмәй, әлбиттә, шуға ла тиҙҙән район хакимиәте эшҡыуарҙарҙан улар урынына павильон йә заманса магазин төҙөү талап итә башлай.
– Әле ауыл үҙәгендә аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән тәьмин иткән ике павильоным эшләй, – тине Азалия Ғәли ҡыҙы. – Үҙәк дауахана янында "Сельхозтехника"ның магазины була торғайны. Предприятие ябылғас, магазинды һатырға ҡарар иттеләр. Мин алдым да бер аҙҙан төкәтмә лә яһап ҡуйҙым. Хәҙер бында халыҡ өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Эшҡыуар район үҙәгендә тәүгеләрҙән булып автовокзал янында кирбестән магазин төҙөп ҡуя. Ул сауҙа өсөн отошло урын булып сыға, һатып алыусыларҙан өҙөлмәйҙәр. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: Азалия Ғәли ҡыҙы бер мәл кооператив институтында юридик факультет асылғанын ишетеп ҡала. Йүнселлек менән шөғөлләнгәнгә күрә, ваҡыт яғы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул артабан белемен камиллаштырырға ҡарар итә. Эшҡыуарға закондарҙы һәм үҙ хоҡуғын биш бармағы кеүек белеү кәрәклеген төшөнә Азалия. Тиҙҙән юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына "юриспруденция" һөнәре буйынса диплом алыу бәхетенә өлгәшә.
Эшҡыуарҙың ихтыяр көсөнә һоҡланырлыҡ, быны башҡарған эштәре лә раҫлай. Мәҫәлән, 2010 йылда ул, оҙаҡ ваҡыт емерек торған биналы ер биләмәһен ҡуртымға алып, шунда ике ҡатлы сауҙа комплексы төҙөлөшөн башлап ебәрҙе. Былтыр йәй "Союз" сауҙа комплексы һатып алыусыларға үҙ ишеген асты. Уның беренсе ҡатында аҙыҡ-түлек һәм көндәлек тауар бүлексәләре, кафетерий урын алһа, икенсе ҡатта, урын өсөн ҡуртым хаҡы түләп, 11 эшҡыуар сауҙа итә.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Азалияға урындағы Һаҡлыҡ банкынан кредит юлларға тура килгән. Әле бурысты ҡайтарып бөтөргә йыл ярым тирәһе ваҡыт ҡалған икән. "Ике "ГАЗель" автомашинабыҙ бар. Водителебеҙ берәү, шуға күрә ҡайһы саҡ рулгә тормош иптәшем Камил үҙе ултыра. Аҙыҡ-түлекте Өфө, Силәбе ҡалаларының күмәртәләп сауҙа итеү базаларынан, ә көндәлек тауарҙы Екатеринбургтан ташыйбыҙ. Һуңғы мәлдә тәьмин итеүселәр менән бәйләнеште нығытабыҙ, тауарҙы үҙҙәре килтереп бирһә, күпкә уңайлыраҡ, әлбиттә", – тип төшөндөрҙө Азалия. Бөгөн уның ҡулы аҫтында 23 кеше эш урыны тапҡан.
Азалия Ғәли ҡыҙы тормош иптәше Камил менән ике бала үҫтерә. Өлкән улдары Айҙар быйыл Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Тәрбиәгә алынған Айгөл әле балалар баҡсаһына йөрөй икән. "Күптән күҙ нурыбыҙға әүерелде инде, уның өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға ризабыҙ", – тип йылмая эшҡыуар.
Ошо дәртле, тынғыһыҙ ҡатын тураһында һүҙемдең аҙағында тағы ла шуны әйтеп үтер инем: Азалия Низаметдинова, был тармаҡта оло тәжрибә туплаған шәхес булараҡ, яңы эш башлаған йүнселдәргә ышаныслы кәңәшсе лә. Шулай уҡ уның киләсәккә уй-маҡсаттары тик маҡтауға лайыҡ: эшҡыуар үҙенең сауҙа үҙәге янында кондитер цехы төҙөргә теләй, бының өсөн ер биләмәһе лә һатып алған. Ул шулай уҡ мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан һис тартынмай. Ысынлап та, йәш быуынға бөгөн тап ошондай шәхестәр өлгө булырға тейештер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 49

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 39

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 34

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 35

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 50

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 50

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 53

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 35

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 39