Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәгә ғашиҡ Муллағәлиевтәр
Сәхнәгә ғашиҡ МуллағәлиевтәрСәнғәткә мөкиббән Муллағәлиевтәр ғаиләһенең күрше Бишбүләк районында йәшәгәнлеген күптән белә инем. Баҡһаң, Йәрмәкәй районында ла ошондай уҡ фамилиялы гүзәл парҙар байтаҡ икән. Әлбиттә, беҙ Радмир менән шаҡтай йылдар таныш. Ә ғаиләһе тураһында белмәй инем. Бына сәғәте лә һуҡты, барыр һуҡмаҡтар уларҙың күркәм йортона алып килде. Баҡсала сейә, ҡарағат, төрлө сортлы алмалар күҙҙе ҡамаштыра. Алтын ҡояш нурҙары уларҙы иркәләй. Беҙ йәнгә илаһи рәхәтлек биргән хозур тәбиғәт ҡосағын хәтерләткән ошо баҡсалағы беседкала Радмир Мырҙа улы Муллағәлиев менән ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ.

Бик алыҫтарға һуҙылған хәтер ебе бишек йырҙарын тыңлап үҫкән тыуған яҡтарға барып тоташты. Йырлы-моңло Миәкә – сәнғәт донъяһына шаҡтай ғына шәхестәрҙе, таланттарҙы биргән гүзәл төбәк. Радмир ҙа ошо ерҙән, ошо тупраҡтан, дөрөҫөрәге, бәләкәй генә Отруб-Балғазы ауылынан. Ул колхоз рәйесе Мырҙа ағай менән ябай колхозсы Нәғимә инәйҙең етенсе балаһы – төпсөк булараҡ донъяға килә.
Бормалы юлдар, һикәлтәле яҙмыштар уны ҡайһы тарафтарға ғына илтмәй. Шифалы Ҡарамай, Рәхмәтулла шишмәләрен, Ҡаршы тау итәгенә һыйынып ултырған тыуған ауылын, ат йөҙҙөрөп, һыу ҡойоноп үҫкән гүзәл Дим, Миәкә йылғаларын һәр саҡ һағынып йәшәне. 8-се класты ғына тамамлап, Бохараға юлланған үҫмерҙе был осор моңһоу хистәргә байытҡандыр. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә, «Башнефтегеофизика» тресында шофер булып эшләгәндә, бөтә Башҡортостан киңлектәрен байҡағанда ла тыуған яҡ хәтерҙән сығамы һуң?! 1977 йылда Төньяҡ Осетияла дүрт ай командировкала булғанда, моң-һағыш бигерәк тә күңелде биләп ала. Бында Октябрьскийҙағы «Автоприбор» заводынан ебәрелгән 60 егет һәм ҡыҙ ваҡытлыса эшләй. Ял итергә, күңел асырға ла кәрәк. Кистәрен тирә-яҡҡа йыр-моң тарала. Йәштәр йырлаша, бейешә, гармунсылар бар, ә гармун юҡ. Шул саҡта, аҡса йыйып, дуҫтары Радмирға гармун бүләк итә. Ошо көндән һуң йәштәр йәшәгән шифахана йыр-моңға күмелә. Ауыл көйҙәре, дәртле бейеүҙәр кемдәрҙең генә күңелен арбамай. Күптәрҙең һәләте ошонда асыла. Гармун күреген һуҙып, телдәрен моңға манып уйнағанда Радмир күбәләктәй осоп бейегән бер ҡыҙҙы күңеле менән мыйыҡ осона сорнап ала ла ҡармаҡҡа эләккән «алтын балыҡты» ебәрмәй. Ул Дүртөйлө гүзәле Фәүәлиә – Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғизетдинованың, шулай уҡ популяр композитор Ризуан Хәкимовтың яҡташы булып сыға.
Әйткәндәй, Фәүәлиәгә Йәрмәкәй районы 1970 йылдан уҡ таныш икән. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлағас, үҙе теләп Йәрмәкәйгә юллана. Башта шунда, һуңыраҡ Иҫке Турай мәҙәниәт йортонда ете йыл художество етәксеһе, директор булып эшләй, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы, район Советы депутаты була. Мәҙәниәт йорто коллективы районда һәр йыл призлы урындарҙы яулай. Үҙешмәкәрҙәр матур сығыштары менән халыҡтың күңелен арбай. Фәүәлиә «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тигән билдә менән бүләкләнә. Шаҡтай ғына уңышлы эшләгән йәш ҡыҙ романтикаға бирелепме, Октябрьскийға юлланып, шаулап-гөрләп торған «Автоприбор» заводына урынлаша.
Муллағәлиевтәр бына 35 йыл инде тормош һуҡмағынан бергәләп атлай. Сәнғәт юлына ныҡлап аяҡ баҫҡансы, Радмир райондағы «Сельхозтехника» берекмәһендә шофер булып та, урындағы кино селтәрҙәре директоры вазифаһында ла эшләп ала.
Бигерәк тә район мәҙәниәт йортонда автоклуб мөдире булыуы Радмирҙың күңеленә уйылып ҡалған. Яҙғы сәсеү, урып йыйыу осорҙарында яландарҙа концерт менән сығыш яһау, алдынғыларға арнап йыр-бейеү бүләк итеү – үҙе бер матур күренеш! Автоклубта район буйлап агитбригада ағзалары менән сығыш яһап йөрөү онотолмаҫлыҡ миҙгел була. Уларҙы һалҡындар, бурандар ҙа, ҡойма ямғырҙар, йәйге эҫелек тә ҡурҡытмай. Фермаларҙа, ырҙын табаҡтарында, баҫыу түрендә, салғы сыңлаған болондарҙа йыр-моң ағылып тора. Дәртле бейеүҙәр иһә күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Ә Радмир Муллағәлиев моңланып ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнай, «Сарман», «Шахта» кеүек йырҙарҙы тальянда һыҙҙыра. Тормош иптәше, Фәүәлиә баҫҡан ерендә табандарынан осҡон сәсрәтеп, төрлө милләт бейеүҙәрен башҡара.
Йылдың ниндәй миҙгелендә генә булмаһын, агитбригада һәр саҡ юлда. Хатта алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Исламбахтыға тиклем, бигерәк тә бәләкәй ауылдарға концерт менән баралар. Уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар. Йөрәк менән йөрәкте тоташтырған рухи күпер шулай нығынғандан-нығый. Замандың үҙ талабы ла булған, ни тиһәң дә, автоклубта концерт менән айына 12 тапҡыр сығыш яһау планлаштырылған. Шарттар ниндәй булһа ла, планды үтәргә кәрәк. Концерттан тыш, ауылдарҙа йөрөгәндә кинофильмдар ҙа күрһәтелә.
Тынғыһыҙ ир-уҙаман Радмир Муллағәлиев 1979 йылдан бирле район үҙәгендә ойошторолған халыҡ театрында ла хеҙмәт итә. Уға төп ролдәрҙе лә ышанып тапшыралар. Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы була, тиҙәр бит. Радмир гармунсы ғына түгел, бейеүсе лә, кәрәк икән тальянда ла, баянда ла, ҡумыҙҙа ла, башҡорт ҡурайында ла рәхәтләнеп уйнай. Ул «Йәшлек» ансамбле составында Башҡортостан райондарында, Татарстанда, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә сығыш яһаған.
Гармун «ене» ҡағылған Радмир Мырҙа улы һуңыраҡ район мәҙәниәт йорто янында гармунсылар ансамбле ойоштороп ебәрә. Унда тиҫтәнән ашыу кеше шөғөлләнә. Улар районда сығыш яһап йөрөй, Бәләбәйҙә смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Йылдар ағым һыу кеүек аға ла аға. Төрлө йылдар, төрлө вазифалар. Радмир Муллағәлиев 2009 йылдан бирле балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Бөгөн иһә директор вазифаһын башҡара. Бында фортепиано, баян, аккордеон, шулай уҡ һүрәт төшөрөү сәнғәте, хореография, сольфеджио, эстрада бүлектәрендә йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Һигеҙ белгес уҡыусыларға арымай-талмай белем бирә. Бигерәк тә һынлы сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы Резеда Шафиҡованы маҡтап телгә алырға була. Уның һәләтле уҡыусылары республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа матур уңыштар яулай, лауреат исемдәренә лайыҡ була. Сольфеджио уҡытыусыһы Галина Маршеваның «Акварель» балалар хоры «Өлгөлө коллектив» тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ә Регина Мөхәмәҙиеваның тәрбиәселәре бейеү серҙәренә төшөнә. Уларҙың да матур уңыштары бар. Краснокамала «Мурпеледыш» фестивалендә, шулай уҡ Туймазылағы конкурста дипломдарға лайыҡ булалар.
Яҙманы шаҡтай йыл бергә ғүмер иткән Муллағәлиевтәр ғаиләһенән башлап ебәргәйнек. Был тәңгәлдә ҡайһы бер деталдәргә генә туҡталғы килә. Ни тиһәң дә, Муллағәлиевтәр династияһы сәнғәтте үҙ иткән. Фәүәлиә үҙе генә лә ни тора! Ғүмер буйы маҡталып, урындағы гәзит биттәренән төшмәгән район мәҙәниәт йорто методисы, хореограф, бейеү коллективының етәксеһе, бик күптәрҙе бейеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрөүсе лә ул. Альберт Зарипов, Руслан Ғәбделғәлиев, Азис Ташалиев кеүек һәләтле бейеүселәрҙе сәнғәт донъяһына сығарған ул. Улдары Илнур менән Айнур ҙа бейеү сәнғәтен хуп күрҙе. Үҙҙәренең хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан, Нефтекама филармонияһынан башлап ебәрҙеләр. Килендәре Альбина ла сәнғәт һуҡмағынан атлай.
Муллағәлиевтәрҙең ғаилә ансамбле Башҡортостанда күптән билдәле инде. Бөтә Рәсәй, республика фестивалдәренең, шулай уҡ «Уйна, гармун!» конкурстарының лауреаттары булыу, үҙешмәкәр сәнғәттәге уңыштары өсөн СССР Мәҙәниәт министрлығының махсус билдәһе менән бүләкләнеүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Фәүәлиә Муллағәлиеваның, республика конкурсында мари бейеүен башҡарып, I дәрәжә дипломға һәм ике мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булыуы ла ҡыуаныслы хәл. Муллағәлиевтәр киләсәктә лә үҙ бәҫен төшөрмәҫ әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 142

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 489

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 230

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 935

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 703

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 379

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 699

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 973

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 459

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 532

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 540