Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Еңеү ҡапҡаһы” аша үтергә яҙһын
“Еңеү ҡапҡаһы” аша үтергә яҙһын1812 йылғы Ватан һуғышынан башҡорт яугирҙәре “төньяҡ амурҙары” тип нарыҡланып, данға күмелеп ҡайтҡан. Был турала бик күп легенда бар, китаптар яҙылған, һүрәттәр төшөрөлгән, йырҙар сығарылған. Республикалағы йәмәғәт ойошмалары батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү һәм йәштәргә танытыу йәһәтенән күп эш башҡара. Тик аптырарлыҡ хәл — Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙға баш ҡалабыҙҙа һаман да һәйкәл юҡ! Тарихыбыҙҙы хөрмәт итмәүме был, әллә аҡса таба алмаумы йәки шөғөлләнеүсеһе юҡмы — аңлашылмай.

Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итергә тырышҡан кешеләр юҡ түгел икән. Шундай шәхестәрҙең береһе яңыраҡ үҙе беҙҙең гәзит редакцияһына килеп, пландары, буласаҡ һәйкәлдең проекты менән таныштырҙы. Илдар Марат улы Юлбарисов ул. Һөйләшеүҙе башлар алдынан ҡунаҡтың ҡыҫҡаса ғына үҙе менән таныштырыуын һораныҡ.
Илдар Юлбарисов Өфөлә тыуған, Мәскәүҙә белем алған. Беренсе һөнәре — геолог, икенсеһе — халыҡ-ара иҡтисадсы. Ҡатмарлы геологик эҙләнеүҙәрҙә һәм тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашҡан, заманында комсомолда ла эшләгән. Ғөмүмән, тормош уны күп вазифаларҙа һынай: Президент Хакимиәтендә лә оҙаҡ ҡына эшләй, министр урынбаҫары ла була. Милли мәсьәләләр буйынса шөғөлләнеүен белеп, уны Мәскәүгә саҡырып алалар, Волга буйы һәм Урал халыҡтары проблемалары идаралығы начальнигы булырға тура килә.
— Ике меңенсе йылдар башында дәүләт хеҙмәтендәге эшмәкәрлегемде туҡтаттым һәм ысын мәғәнәһендә кире ергә төшөп, “үҙемә” эшләй башланым. Яңынан геологик эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнәм. 2007 йылда Дыуан нефть ятҡылығын таптыҡ. Әле һаман ерҙән нефть менән газ эҙләйем. Аңлауығыҙса, был тармаҡ килемле, шуға күрә яратҡан шөғөлдәремә ваҡыт та, аҡса ла табам, — ти Илдар Марат улы.
“Яратҡан шөғөлөм” тип “Төньяҡ амурҙары” клубын атай — 1994 йылда уҡ Илдар Шәйәхмәтов менән төҙөгәндәр уны. Шул уҡ йылдарҙа тәүге тапҡыр “Еңеү ҡапҡаһы” аша үтергә яҙһынБашҡортостан вәкилдәре Бородино яланындағы хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнаша. Үҙҙәрен танытып, башҡорттарҙың был һуғыштағы әһәмиәтен күрһәтеүгә өлгәшә улар. Аҙаҡ хәрәкәт әүҙемләшә: ҡыш буйы кейем тегәләр, әҙерләнәләр, йыл һайын күберәк кеше йәлеп итәләр. Хөкүмәт тә ярҙам күрһәтә башлай, автобус, аттар менән тәьмин итә. Хәҙер Бородино яланындағы “һуғыштар” башҡорттарһыҙ үтмәй.
— Тарихтан билдәле булыуынса, 1812 йылғы яуҙа ата-бабаларыбыҙҙың роле ҙур булған. Йылдың насар килеүенә ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ байтаҡ аҡса йыйған, аттар һәм ғәскәр ебәргән, Парижға тәүгеләрҙән булып башҡорттар бәреп ингән. Шуға күрә батырҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү уйы башҡа килә башланы. “Ә ни өсөн Бородино яланында беҙҙең яугирҙәргә һәйкәл юҡ әле?” тип йыш уйландым, — ти Илдар Марат улы.
Уйланған эш — бөткән эш, тигәндәй, “Төньяҡ амурҙары” эшкә тотона. Проект әҙерләнә, пландар ҡорола, тик һәйкәлде ҡуйыу урыны менән проблема килеп сыға. Эш шунда: Бородино яланы — федераль кимәлдәге музей-ҡурсаулыҡ. Ул илдең Мәҙәниәт министрлығына ҡарай, шуға күрә һәйкәл ҡуйырға рөхсәт алыу өсөн кәм тигәндә Рәсәй Хөкүмәте ҡарары булырға тейеш. Әлбиттә, һәйкәлде тарихи йәһәттән дөрөҫ урында, 1-се Башҡорт атлы полкы урынлашҡан ерҙә, ҡуйырға теләйҙәр, тик унда Можайск һыу һаҡлағысы урынлашҡан — биләмә һыу аҫтында ҡалған. Яландың ғилми советы үҙе урын тәҡдим итеп ҡарай, тик беҙҙекеләр оҡшатмай, сөнки ул юлдан йыраҡ, урман араһында була.
“Еңеү ҡапҡаһы” аша үтергә яҙһынШулай ике йыл эҙләнгәндән һуң бөтәһенә лә ҡулай юл табыла: һәйкәлде Бородино яланынан ситтәрәк, Марфин Брод ауылынан йыраҡ түгел урынға ҡуйырға булалар. Тап ошо ауыл аша яраланған яугирҙәр үткән, башҡорт атлы полкы уларҙы күсереүҙә ярҙамлашҡан.
— Бик уңышлы урын булып сыҡты. Ете метр бейеклектәге обелиск биш километрҙан уҡ күренеп тора. Уны үҙебеҙҙең Башҡортостан гранитынан яһаныҡ, яҙыуҙар – башҡорт һәм урыҫ телендә. Мәскәү йылғаһынан алыҫ түгел, Можайск та күренеп тора. Юл буйында ғына булғас, кешеләр туҡтап сәскә һала, фотоға төшөп китә, — ти Илдар Юлбарисов.
Хәҙер иһә Илдар Марат улы яңы проект — “төньяҡ амурҙары”на Өфөлә һәйкәл ҡуйыу ниәте — менән янып йөрөй. Бының өсөн ул республика Президентына мөрәжәғәт иткән, Рөстәм Хәмитов проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән.
— Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә бындай һәйкәлдең әлегә ҡәҙәр булмауы өсөн оят. Ә бит 1812 йыл яугир башҡорттар өсөн шаҡтай данлыҡлы осор булған. Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, йәштәр шанлы үткәндәрҙе белергә, ғорурланырға тейеш бит, — ти әңгәмәсе.
Әйткәндәй, буласаҡ һәйкәлдең проекты әҙер. Уны Илдар Марат улы триумф аркаһы итеп күҙаллай. Уның әйтеүенсә, ҡыйыу яугирҙәрҙе сағылдырыу өсөн был форма донъяның күп илдәрендә ҡулланыла. Мәғәнә яғынан да унда күпте күрһәтергә, аңлатырға була. Хатта һуғыштың ниндәйҙер эпизодтарын, кешеләрҙе сағылдырырға мөмкин бит. Ә беҙҙең яугирҙәр быға лайыҡ түгелме ни? Был уларҙың бөйөклөгөн, ҡыйыулығын, оҫталығын таныуға тиң.
Өфөлә ҡуйыласаҡ “Еңеү ҡапҡаһы” ҙур һәм ҡеүәтле булып күҙаллана. Әгәр килеп сыҡһа, хатта уның өҫтөнә менеп тирә-яҡты күҙәтерлек майҙан да эшләнеүе ихтимал. Монументты баш ҡаланың элекке үҙәгенә, кеше күп йөрөгән күркәм урынына ҡуйыу уңышлы булыр ине.
Ҙур проектты тормошҡа ашырыу өсөн Илдар Марат улы исеме донъяға билдәле скульптор Зураб Церетели менән бәйләнешкә ингән. Уға ла идея бик оҡшай, ти. Әгәр юғары кимәлдә ризалыҡ бирелһә, бөгөндән эште башларға әҙерҙәр.
— Ә иң ҡыуаныслыһы шул: Зураб Церетелиға был фекерҙе әйткәс, ул риза булып ҡына ҡалманы, Өфө халҡына тағы бер һәйкәл бүләк итергә теләүен дә әйтте. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевты хөрмәт итә һәм уның һәйкәлен эшләргә теләй икән. Бөйөк скульптор оҙаҡламай Өфөгә килеп, етәкселек менән осрашырға йыйына. Шул һөйләшеүҙәрҙән һуң эш башланыр тип уйлайым, — ти Илдар Юлбарисов.
Илдар Марат улы менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның тарихыбыҙҙы шул тиклем тәрән белеүе аптыратты. Тарихсы булмаһа ла, буш ваҡытында үткәндәрҙе сағылдырған әҙәбиәт менән мауыға икән. Бер сәғәт эсендә бик күп тарихи ваҡиға, күптәргә билдәле булмаған нәмәләр тураһында һөйләргә һәм фекерҙәрен әйтергә өлгөрҙө ул. Киләсәккә пландары ҙур. Сит илдәрҙәге хәрби походта йөрөгән башҡорттарҙың эҙен табып, тарихтағы аҡ таптарҙы өйрәнергә лә ниәтләй. Һәр хәлдә, уға изге башланғысында уңыштар һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйек.


Автор: Ә. ИЛДУСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә