Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мине рух йөрөтә!”
“Мине рух йөрөтә!”83 йәшлек Ғиндулла Шәйәхмәтов хәрби-тарихи реконструкцияла киләһе йыл йәнә ҡатнашмаҡсы

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: тәүлек ярым автобуста һелкенеп барырға, өс төн яланда — палаткала ҡунырға, бер туҡтамаған ямғыр аҫтында тубыҡтан бысраҡ кисеп йөрөргә... Һәр кемдең хәленән килә торған эш түгел был. Ә бына 83 йәшен тултырған олпат ил ағаһы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов был аҙымға икенсегә бара!

Былтыр Рәсәй киң ҡолас менән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығын билдәләне. Юбилей йылы үтеү менән бөйөк ваҡиғаның әһәмиәте бер ҙә кәмемәй. Ә бына Бородино яланында уҙғарылған хәрби-тарихи реконструкциянан беҙҙең егеттәр бер йылда ла ситтә ҡалғаны юҡ. Унда “Беренсе башҡорт атлы полкы “Любизар” менән “Өфө пехота полкы” клубтары әүҙемселәре гел лайыҡлы ҡатнаша.
Былтыр ҙа, быйыл да хәрби-тарихи реконструкция Ғиндулла бабайһыҙ үтмәне. Ул унда полк муллаһы сифатында йөрөй. Тарихтан билдәле булыуынса, һуғышта һәр ғәскәрҙең тиерлек руханиҙары булған. Һәләк булғандар рухы өсөн шунда уҡ доға ҡылып, мәйетте тәрбиәләп ерләгән, яугирҙәргә таяныс булған улар. Кәрәк саҡта ҡорал тотоп һуғышҡандар ҙа. Ғиндулла бабайҙың Бородино яланына барыуы — ошо йоланы тергеҙеү билдәһе. Оло сәфәрҙән әйләнеп ҡайтып килешләй ул Өфөгә һуғылған арала, йәһәт кенә редакцияға инеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашып сыҡты.
— Ата-бабабыҙҙың бынан 201 йыл элек киң Рәсәй иленең яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашыуы — халҡыбыҙ өсөн ҡәҙерле һәм мөһим ваҡиға. Беҙ бының менән рухланып, һоҡланып, ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ, — ти Ғиндулла Ширияздан улы.
Былтыр, Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығы билдәләнгәндә, үҙ теләге менән тәүге тапҡыр оло юлға сығырға йөрьәт иткән ул. “Бер кем дә мәжбүр итмәне, мине рух йөрөтә. Улыма ниндәй ҙә булһа ярҙам булһын тип тә барҙым”, — ти бабай. Эйе, беҙ элек — “Төньяҡ амурҙары”, хәҙер “Любизар” тип белгән клубтың етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовтың атаһы ул.
Йәмәғәт ойошмаһының башҡа ағзалары кеүек, Ғиндулла бабай ҙа үҙ иҫәбенә шул осор кейемен тектергән, әйберҙәр әҙерләгән. Ил ағаһы хәрәкәттең етерлек күләмдә финансланмауына бер ни тиклем борсолоуын белдерә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа Хөкүмәт транспорт, ат менән тәьмин итә, бағыусылар ҙа, күп булмаһа ла, табылып тора, шулай ҙа уларҙы күберәк йәлеп итеү кәрәк ине, тигән фекерҙә ул.
— Ваҡ-төйөк етешһеҙлектәрҙе, ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, бик яҡшы йөрөп ҡайттыҡ. 27 августа ауылымдан сығып киткәйнем (ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәй), 4 сентябрҙә ҡайтып етеп киләм. Юлда ваҡыт күп булғас, иҫәпләнем: ҡуҙғалып киткәндән алып барып етеп, урынлашҡансы 38 сәғәт ваҡыт үтте. Тик мин быларҙы ҡыйынһынып, ауырһынып һөйләмәйем. Алда ҙур һәм изге маҡсат булғанда, былары — ваҡ мәсьәлә, — ти бабай.
Ысынлап та, клуб ағзалары үҙ алдына оло маҡсат ҡуя. Ошо реконструкцияны кемдер һуғыш уйыны тип кенә ҡабул итһә лә, уның әһәмиәте ифрат ҙур. Был хәрәкәткә йәштәр ылыға, халыҡ күпләп килеп ҡарай. Реконструкцияны күргән һәр кемдә тарихты өйрәнеү теләге нығына, ҡыҙыҡһыныу арта.
Ғиндулла бабай Шәйәхмәтов — ысын мәғәнәһендә ил ағаһы. Ғүмере буйы ул халыҡ өсөн хеҙмәт иткән, ғүмер буйы мәктәптә эшләгән. Бөгөн дә күңеле тынғы белмәй.
— Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: болғансыҡ заманда йәшәйбеҙ, Ватаныбыҙҙа ығы-зығы бар. Тик беҙ бирешергә, туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Рухлы, зыялы заттар менән күмәкләп ойошоп, башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыу тураһында уйларға кәрәк, был — беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. Йәштәрҙе ошо рухта тәрбиәләйек, улар эшсән, тырыш булһын, үҙ асылынан ситкә китмәһен.
— Ғиндулла ағай, 83 йәште тултырғанһығыҙ. Йәштәр йөрөргә йыбанғанды, нисек батырсылыҡ иттегеҙ һуң? Ауыр булманымы? — тип һорайым унан.
— Ҡыҙым, эш йәштә түгел бит, ә рухта! Эйе, унда күпселеге йәштәр, аталы-уллылар бара. Студенттар башлап ебәргән ойошма үҫте, хәҙер күптәр унһыҙ тормошон күҙ алдына килтерә алмай. Бына мин дә ылығып киттем. Илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе үҙемдең бурысым тип күрәм. Әйткәндәй, минең йәштәгеләр бар ул Бородино яланында: көрәк һаҡаллы олпат бабайҙар күренеп ҡалды, — тип яуапланы ул, йылмайып.
Ә бит ысынлап та еңел булмай яланда. Көҙ яңы башланып тороуға ҡарамаҫтан, кистәрен һыуыҡ төшә, ә өс көн буйы туҡтамай яуып торған ямғыр яланда йәшәүҙе ауырлаштыра. Һаҙлыҡлы ер шунда уҡ ебей, тубыҡтан һыу кисеп йөрөйҙәр. Әйткәндәй, киске һыуыҡҡа бирешмәй беҙҙең яугирҙәр. Башҡалар палаткаларҙа йоҡлағанда, улар кейеҙ тирмә ҡороп, шунда йылыла һәм ҡорола йәшәй.
Ысынлап та, олпат, сабыр, тыныс Ғиндулла бабайға ҡарап, уны өлкәнәйеү, юл ғазабы кеүек ваҡ-төйәктең мәшәҡәтләмәүе аңлашыла. Уны халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең, динебеҙҙең киләсәге борсой.
— Алдыбыҙҙа башҡорт халҡының данын таратыу маҡсаты тора. Беҙҙең башҡалар араһында тиң булып йәшәргә хаҡыбыҙ бар. Тарихыбыҙ ғорурланырлыҡ. Беҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа бер ҡасан да ер баҫып йөрөмәне, ни бары дөйөм ватаныбыҙҙы — Рәсәйҙе — һаҡлауҙа ҡатнашты. Ошоға иң ҙур өлөш индергән халыҡтарҙың береһе беҙ, шуны аңларға кәрәк, — ти ул.
Ғиндулла Ширияздан улы республика журналистарын, киң мәғлүмәт сараларын да әүҙем булырға саҡыра. Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәтте ваҡытында, өҙлөкһөҙ биреп барырға кәрәк. Уҡытыусылар алдында ла уҡыусыларға, балаларға дөрөҫ белем биреү бурысы тора. Мәктәп программаһы менән генә сикләнмәһен, үҙҙәре эҙләнһен, тарихи китаптар, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарын, “Башҡортостан” гәзитен уҡып барһын һәм балаларға еткерһен ине улар, ти уҙаман.
— Башҡорт төшөп ҡалған халыҡ түгел! Беҙ — боронғо ҡәүем. Бына тигән, борондан килгән телебеҙ, тарихи ерҙәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм йолаларыбыҙ бар. Ата-бабабыҙ 10-15 йыл һайын ерен, илен, телен һаҡлап яуға күтәрелгән. Уларҙың көрәше арҡаһында, ҡандары бәрәбәренә беҙ бөгөн иркен йәшәп ятабыҙ Уралда. Ошоға рәхмәтле булайыҡ, — тип дауам итә ул нәсихәттәрен.
Ысынлап та, Ғиндулла бабайҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Ат бар — йүгән юҡ, йүгән бар — ат юҡ, тип илаулап ултырғандарҙы йәне һөймәй уның. Беҙгә үҙебеҙгә йылҡы малын күпләп үрсетергә, уны атҡа әйләндерергә, өйрәтергә кәрәк, ти ул тура һәм тура булмаған мәғәнәлә.
Мулла булараҡ бабай Бородино яланында ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙ рухына доға ҡылған, намаҙҙар уҡыған.
— Халыҡтар араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек булһын тип теләйем. Урыҫ, белорус, украин — кем генә булмаһын, бөтәһенең дә йәндәре ҡәҙерле. Элек бергәләшеп яуға күтәрелгәндәр, иңгә-иң терәп дошманды туҡмағандар икән, бөгөн ни эшләп улар араһында низағ бара һуң? Быға юл ҡуйырға ярамай. Ошо Бородино яланы һәр милләтте берләштерә, дөйөм эш ылыҡтыра. Тормоштарыбыҙ, ғаиләләребеҙ, илдәребеҙ имен булһын, берҙәм йәшәйек, — ти әңгәмәсем.
Ул, Бородино яланына барып, һуғыш уйынында ҡатнашып ҡайттым да шуның менән бурысым үтәлде, тимәй. Хәҙер, ҡайтҡас, мәктәптәр буйлап йөрөп, уҡыусылар менән аралашырға, уларға сәйәхәте тураһында һәм тарихты ентекләп һөйләргә ниәтләй. Гәзиттәргә лә төплө мәҡәләләр әҙерләмәксе.
— Киләһе йылға барырға иҫәбегеҙ бармы һуң? — тип һорайым әңгәмәбеҙ һуңында.
— Аллаһы Тәғәлә нисек бойора, шулай була инде. Һаулыҡты ҡарарға кәрәк. Ә тағы барыу теләге тыуҙы, әлбиттә. Теләк түгел, ихтыяр көсө мөһимерәктер, — тине ул, һүҙҙе йомғаҡлап.


Автор: Ә. ЭТҠОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә