Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...
Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...Кем ул шәхес? Тыуған иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеп, шул уҡ ваҡытта иленә көслө рухлы балалар тәрбиәләгән кеше, тиер инем. Ул ғына ла түгел, үҙенең йәшәү рәүеше менән үрнәк булып нур сәсеүсе, коллективында оло абруй яулаусы. Бына шундай яҡташыбыҙ тураһында күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәремде ҡабул итеп алығыҙ, гәзит уҡыусылар.

Ғимаҙи Әхмәҙи улы Хәсәнов – бар ғүмерен Баймаҡ районы халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә, уның һаулығын һаҡлауға бағышлаған шәхес. Ауылдан, крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан беренсе табипҡа быйыл 75 йәш тулған булыр ине.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары. Белгестәргә ҡытлыҡ кисергән, уларҙың күсмә тормошонан биҙгән заман. Башҡортостандың КПСС Өлкә комитеты һәм Министрҙар Советы ҡарары райондарға үҙ белгестәрен әҙерләүгә киң мөмкинлек аса: урта мәктәпте уңышлы тамамлаған йәштәргә юғары уҡыу йорттарына райком аша юлламалар бирелә. Шундай оло бәхет Ғимаҙи өлөшөнә лә тейә.
Ҡалала йәшәү еңел булмай. Кисен Ғимаҙи егеттәр менән вокзалда вагон, пристандә йөк бушата. Шул уҡ ваҡытта уҡыуға бик тырыш, ныҡышмал була. Алты йылдан һуң ул, дипломлы белгес булараҡ, Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Табиптар етешмәгән ауыр осор, шуға күрә төрлө һөнәр үҙләштерергә тура килә: хирург, гинеколог, уролог, онколог, травматолог… Көн аша төнгө дежурлыҡ, кистәрен шәфҡәт туташтарын әҙерләү курсында уҡытыу, күнекмәләр. Ә күпме йәмәғәт эшен башҡарырға тура килә уға.
Шул йылдарҙа баш табип булып Михаил Аполлонович Антонов эшләне. Ул тәрән белемле, талапсан, йәш кадрҙарға иғтибарлы, уларҙың эшен күреп, баһалай белгән кеше ине. Ғимаҙи Әхмәҙи улы оҙаҡ йылдар баш табиптың алмаштырғыһыҙ урынбаҫары булды. Иҫке дауахана авария хәлендә булғанлыҡтан, тирә-яғын кирбестән терәтеп сыҡтылар. Яңыһын төҙөү башланғас, Ғимаҙи Хәсәновҡа бик күп мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға тура килә.
Ул йылдарҙа Баймаҡ табиптары, район буйынса медицина пункттарын, амбулаторияларҙы тикшереп, халыҡты ҡабул итеүҙе даими ойоштороп, ауырыуҙарға үҙәк дауаханаға юлламалар биреп китер ине. Төрлө мәсьәләләр буйынса ғәмәли конференциялар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар үтеп торҙо. Йыллыҡ отчетты төҙөп, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырыу ҙа бик ҡатмарлы эш ине ул осорҙа.
Ғимаҙи Әхмәҙи улы ауырыуҙарға үтә лә иғтибарлы, ябай ауыл халҡына терәк-таяныс булырға ынтылды, йәш медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә ихлас өйрәтте. Ҡайҙа ғына “ҡоҙаламанылар” уны! Өфөгә — аспирантураға, институтҡа, Сибайға баш табиптың беренсе урынбаҫары, Әбйәлилгә баш табип итеп тә... Тик ул тыуған еренә, тыуған төйәгенә һәр саҡ тоғролоҡ һаҡланы.
Яратҡан эшен дауам итерҙәй, уңған, тырыш балалар үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙы: оло ҡыҙы Гүзәл — район педиатры, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, Илдар — баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары, алтын ҡуллы хирург, уролог. Ә Әлфиә – уҡытыусы. Ейән-ейәнсәрҙәре ҡартатаһының юлын һайлап, табиплыҡ һөнәрен үҙләштерә.
Ғүмер буйы әсәһенә, туғандарына терәк-таяныс булып, ярҙам итергә тырышты, ҡурсалай белде. Яҡшы атай ҙа, ышаныслы тормош юлдашы ла ине ул. Кешеләргә йәнен бирергә әҙер шәхес үҙен генә аяманы, һаулығын ҡайғыртырға ваҡыт тапманы.
Ғимаҙи Әхмәҙи улы халҡына 34 йыл хеҙмәт итеп, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, ярыштарҙа еңеүсе, “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә, “Хеҙмәт батырлығы”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ булды.


Автор: Рәйсә ХӘСӘНОВА, мәғариф ветераны. Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә