Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт геологтары: Юлбарисовтар династияһы
Башҡорт геологтары: Юлбарисовтар династияһы1990 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов — Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты геологияһын өйрәнеү һәм файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, ә Илдар Марат улы Юлбарисов Башҡортостан тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары булып эшләй. Илдарҙың атаһы Марат менән Эрнст — бер туғандар. Өсөһө лә М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған геологтар. 1990 йылда өсөһөн дә үҙҙәре эшләгән хеҙмәт коллективтары РСФСР, БАССР һәм баш ҡаланың Ленин районы Советтарына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә.

Марат һәм Эрнстың атаһы Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы Юлбарисов (1914 йылғы, Архангел районының Тәүәкәс ауылыныҡы) Муллаҡай ауылы мәктәбе директоры, ВКП(б)-ның райком бюроһы ағзаһы була. Уға бронь бирелһә лә, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Взвод командиры 29 йәшендә Харьков янындағы һуғышта һәләк була. Әсәләре Бибиғәлиә Мәғәфүр ҡыҙы Саныева (1911 йылғы, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылыныҡы) һуғыш ваҡытында иренән һуң шул уҡ мәктәп директоры була, ҡулында ҡалған балаларын (Маратҡа — 9, Вильгельмға — 6, Эрнстҡа — 3, Рафаэлгә — 1 йәш) ныҡлы аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға бөтә көсөн һала. Үгәй атайҙары Зәкир Һәҙиәт улы Ялалов (1907 йылғы, Архангел районының Аҙау ауылынан) — Сталинград алышы инвалиды, район хужалыҡтарында техник етәксе булып эшләй. Уларҙың ғаиләһе тағы өс балаға ишәйә. 1951 йылда ете бала әсәһе Бибиғәлиә Мәғәфүр ҡыҙы “Әсәлек даны” ордены һәм ире менән бер рәттән “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Марат менән Вильгельм V-VI кластарҙы биш һәм ете саҡрымда ятҡан ауыл мәктәптәренә йөрөп уҡый, ә Эрнст 1946 йылда Архангел урта мәктәбенең I урыҫ класына уҡырға инә. Ләкин ғаилә хәленең үҙгәреүе сәбәпле, ярты йылдан уҡыуҙы ташларға мәжбүр була. 1947 йылда ул оло ағаһы менән һуғышта һәләк булғандарҙың балалары өсөн асылған Өфөләге 5-се, ә Рафаэль 1-се имсәк балалар йортонда тәрбиәләнә башлай. Шулай итеп, Юлбарисовтарҙың бала һәм үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Марат менән Эрнст бер-бер артлы 9-сы башҡорт мәктәбен (1961 йылдан — 1-се республика башҡорт мәктәп-интернаты, 1994 йылдан — Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамамлайҙар. Шуны әйтергә кәрәк: 9-сы мәктәп уҡыусыларҙың төрлө яҡлап һәләтен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙыра. Балалар мәктәптә, Пионерҙар йортонда, Йәштәрҙең республика техник үҙәгендә, “Динамо” клубында спорт секцияларында һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Хатта Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингән саҡта уларҙың белеменең тәрәнлегенә хайран ҡалып: “Һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ, һеҙҙең уҡытыусыларығыҙ кем?” — тип ҡыҙыҡһыналар.
Рафаэль Өфөнөң 1-се һәм 5-се балалар йорттарында, Архангел, Иглин райондары мәктәптәрендә тормош һуҡмаҡтарын үтеп, Совет Армияһы сафында Польшала хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ХI класты Өфөләге киске мәктәптә тамамлай. 1971—1975 йылдарҙа БР Эске эштәр министрлығында эшләй һәм бер үк ваҡытта Өфө автотранспорт техникумында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа “Башавтотранс” берекмәһендә — механик, 1981—2001 йылдарҙа баш механик вазифаһын башҡара. “Рәсәй Федерацияһының почетлы автомобилсеһе” исеменә лайыҡ була. Тормош иптәше Фәғилә менән бер ҡыҙ һәм ул (хәрби осоусы) тәрбиәләп үҫтерәләр.
Вильгельм райондың алты (Муллаҡайҙа, Архангелдә, Оҙондарҙа, Көмәрлелә, Ырныҡшыла, Сәғиттә) һәм Иглин районының Пятилетка мәктәптәрендә ете класты маҡтау грамотаһы менән тамамлай. Артабан Өфө геология-разведка техникумында уҡып, геофизик һөнәренә эйә була. Өфө, Мишкә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин райондарында нефть эҙләү партияһында эшләй. 1963—1968 йылдарҙа Өфө нефть институтында белемен камиллаштыра һәм нефтсе-тау инженеры дипломын ала. 1968—1988 йылдарҙа Башҡортостанда “Арлан” геофизик партияһының начальнигы, шунан һуң 1991 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Көнбайыш Себерҙәге Когалымда Башҡорт экспедицияһының комплекслы геофизик партияһы начальнигы булып эшләй. Тормош иптәше Тәғәзимә менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
Башҡорт геологтары: Юлбарисовтар династияһыМарат 1933 йылдың 7 сентябрендә Тәүәкәс ауылында тыуған (ошо көндәрҙә уға 80 йәш тулған булыр ине). Мәктәптең уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе, ойоштороусы булыу менән бер рәттән, оҫта һүрәт төшөрөүсе, тиңдәштәре араһында һәр саҡ етдилеге, һомғол буй-һыны менән айырылып торҙо. Уның бар ғүмере халҡына хеҙмәт итеүҙән, кешеләргә изгелек өләшеүҙән ғибәрәт ине. Көслө рухлы, тәрән һәм заманса фекерләү ҡеүәһенә эйә, ғәҙел, кешелекле етәксе, кеселекле шәхес булып ҡалған күңелдә.
Ул — МДУ-ға уҡырға ингән башҡорттарҙың иң тәүгеләренең береһе. 1958 йылда уны тамамлай һәм Алыҫ Көнсығышта, Магаданда “Дальстройпроект” идаралығында инженер-геолог булып эш башлай. Өфөгә ҡайтҡас, Көнбайыш Урал инженер-төҙөлөш тресының (“ЗапУралТИЗИС”) баш инженеры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Чукотка, Себер, Яҡутстан, БАМ трассаларын, илдең күп объекттарын — КамАЗ, ВАЗ, “Автонормаль”, НефАЗ, Туймазы фарфор, Салауат оптик-механик заводтарын, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәле, Өфөләге Республика йорто төҙөлөштәрен геологик яҡтан нигеҙләй. Артабан “Башгипроводхоз” институтында ун йыл буйы директор булып эшләү осоронда ул үҙен төрлө яҡлы шәхес итеп танытты. Был осорҙа Шишмә районында балыҡ питомнигы, Өфө, Салауат, Нефтекама, Бөрө, Күмертау, Благовещен, Октябрьский, Туймазы, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез ҡалалары объекттарына нигеҙ һалыуҙағы эҙләнеүҙәргә уның аҡыл һәм ҡул хеҙмәте ингән. 1989—1993 йылдарҙа Өфөләге экологик тикшеренеү эштәренә етәкселек итә. Уның киҫкен проблемаларҙы алдан һиҙемләй һәм сара күреү юлдарын таба белеүе күптәрҙе һоҡландыра. Марат Мирсаяф улы, ҙур етәксе һәм ябай эшсе булһынмы, барыһы менән дә тигеҙ аралаша, хәлен һораша, кәңәш бирә.
Ҡатыны Мөнирә (шул уҡ балалар йортонан) менән улдары Илдар һәм Салауатҡа матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Үҙендә булған күңел юғарылығын, уңғанлығын улдарына ла күсерә алған. Марат Юлбарисов үткән быуат шәхестәре исемлегендә үҙенең эштәре, изге башланғыстары менән яҡты нур булып балҡып тора.
Эрнст Архангел районының Муллаҡай ауылында 1939 йылдың 22 ғинуарында донъяға килә. Үҫмер сағында уҡ техник прогресты билдәләгән йүнәлештәрҙе үҙләштерергә тырыша: радиоалғысмы, физкабинеттағы приборҙармы, фотоаппарат булһынмы — бөтәһе менән ҡыҙыҡһына һәм уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшә, 15 йәшендә ҡыҫҡа метражлы кино күрһәтеүсе һөнәренә эйә була. Шулай ҙа ғүмерлек яратҡан, күңелен һалған шөғөл булып рәсем төшөрөү һәм һынлы сәнғәт, тарих ҡала.
Туймазы промыслаларында скважиналар тикшереүсе оператор, геолог, “Башнефть” берекмәһендә өлкән инженер һәм өлкән геолог, уның үҙәк лабораторияһының нефть ятҡылыҡтарын разведкалау һәм үҙләштереү бүлеге мөдире вазифаһында юғары квалификациялы инженер булып етешә. Был 1978—1980 йылдарҙа Ангола Халыҡ Республикаһына фәнни-техник ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтмә алыуға нигеҙ була. Ике йыл эсендә АХР Нефть министрлығында баш инженер вазифаһында нефть сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Шул ыңғайҙан билдәле Америка һәм Европа компанияларының нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы, фәнни һәм ғәмәли тәжрибәһе менән яҡындан таныша.
1965 йылда уға атаҡлы ғалим, СССР-ҙың беренсе геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Василий Михайлович Сенюков менән күрешеү һәм танышыу бәхете тейә. Профессорҙың өсөнсө саҡырыуынан һуң ғына Эрнст 1966 йылдың аҙағында аспирантураға уҡырға инә, геология-минералогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Был Эрнстың беренсе ғилми ҡаҙаныштары иҫәбенә инә, ә унда тәҡдим ителгән технология 29 уйлап табыу эшенең тәүгеһе була.
Э.М. Юлбарисовтың ғилми эште ойоштороу һәләте фәнни-тикшеренеү институттарында эшләгән ваҡытта тулыраҡ асыла. 1980 йылдарҙа Эрнст Мирсаяф улы донъяла беренсе булып ябылыу сигендәге нефть ятҡылыҡтарында ҡалдыҡ запастарҙы микробиологик ысул ярҙамында табыу мөмкинлеген биргән технология уйлап таба. Был технология Башҡортостандың 22 нефть ятҡылығында өс тиҫтә йылдан ашыу ҡулланыла.
1990 йылдар башында Мәскәүҙә техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Рәсәй ғалимдары билдәләүенсә, был эш ошо йылда илебеҙҙә яҡланғандарҙың иң яҡшылары иҫәбенә инә.
Тағы ла Эрнст Мирсаяф улы эшмәкәрлегенең бер мөһим осорон күрһәтмәй булмай. 1992—1997 йылдарҙа ул Башҡортостан дәүләт геология буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһында геология хеҙмәтен тергеҙеүгә күп көс һала. Республика ер аҫтын файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен, “БР тәбиғи ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт концепцияһы”н төҙөүҙә ҡатнаша.
2000—2003 йылдарҙа “Башниинефть” институтында алты ғилми лабораторияны берләштергән бүлек мөдире була, ә 2003 йылдан “Когалымнипинефть” институтының Өфөләге ғилми бүлексәһен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашып, уның баш ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡара.
Күренекле ғалим, эшһөйәр, кешегә ихтирамлы, ихлас күңелле шәхес Эрнст Юлбарисовтың 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте донъя күргән, 29 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты, биш китабы бар. Күп кенә ил һәм халыҡ-ара конференцияларҙа, конгрестарҙа, симпозиум һәм семинарҙарҙа доклад менән сығыш яһай. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе” һәм “Рәсәй Федерацияһының почетлы ер аҫтын разведкалаусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “СССР-ҙың уйлап табыусыһы” билдәһе, ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән бүләкләнә.
Тормош иптәше Наилә Ғаяз ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр: Надир Өфө сәнғәт училищеһын һәм Мәскәү коммерция һәм хоҡуҡ институтын, Булат БДУ-ның тарих факультетын — ҡыҙыл дипломға һәм философия факультетының аспирантураһын тамамлайҙар.
Династияның икенсе быуын вәкиле — геолог Илдар Марат улы МДУ-ны тамамлағас, хеҙмәт юлын Өфөләге “ЗапУралТИСИЗ” тресында инженер-геолог булып башлай. Республиканың күп кенә ҡатмарлы геологиялы булған объекттарында эшләй. 1984 йылда ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһының Совет район комитетына эшкә саҡырыла, артабан ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары вазифаларына һайлана. 1988–1989 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһының Вильгельм Пик исемендәге Йәштәр юғары мәктәбендә уҡый. 1991—1994 йылдарҙа Бөтә Союз тышҡы сауҙа академияһында халыҡ-ара иҡтисадсы белгеслегенә икенсе юғары белем ала. Великобританияла стажировка үтә. 1994 йылдың февраленән Башҡортостан Президенты хакимиәтендә Халыҡ-ара һәм милли сәйәсәт бүлеге мөдире була. Башҡортостан һәм Рәсәй араһындағы дәүләт килешеүен иң әүҙем әҙерләүселәрҙең береһе.
2000 йылдан алып — “ИНГЕОхолдинг“ компанияһының генераль директоры. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек: ул — республика Ижтимағи палатаһының экология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса комиссия рәйесе, “Төньяҡ амурҙары” төбәк ижтимағи ойошмаһы хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе лә. Ә МДУ Юлбарисовтарҙың өсөнсө быуын вәкиле Илдарҙың улы Рөстәмдең дә “альм-матеры”на әйләнде.
Геолог, йырҙарҙа йырланғанса, “ел-дауылға һәм ҡояшҡа туған”. Уның кешелек сифаттары ошондай ҡатмарлы шарттарҙа формалаша. Хәҙерге адреналинға һыуһаған йәштәргә бындай шарттар махсус рәүештә, төрлө хәүефһеҙлек хеҙмәттәренең күҙәтеүе аҫтында, күңел асыу өсөн генә ойошторола. Ә геолог күп ваҡытта тик үҙ-үҙенә генә ышанырға һәм башҡаларға таяныс булырға тейеш. Эрнст Мирсаяф улы әйтеүенсә, йомшаҡ ихтыярлылар беренсе курста уҡ тәүге усаҡтар янында йырлап күңел асып ултырғандан һәм Мәскәү өлкәһенең ауыл хужалығы эштәрендә булып ҡайтҡандан һуң геологияны ташлап ҡаса ине. Ваҡыт үткәс, геологик экспедицияларҙа күберәк үҙен яратҡан, кеше менән иҫәпләшмәгән, ауыр йәки еңел холоҡлолары бөтөнләй геологияға яраҡһыҙ булыуын күрһәтеп өлгөрә. Элекке заманда улар бына шулай тәбиғи һынау үтә ине. Геолог ысынында романтик, ныҡлы рухлы, тәүәккәл, физик яҡтан көслө булырға, ерҙе, кешелек һәм тереклек донъяһын яратырға тейеш.
Элекке быуын кешеләренең күбеһе хәҙерге ысынбарлыҡты вайымһыҙ ҡабул итә алмай, сөнки үҙҙәрен аямай, халҡы, иле өсөн йәшәнеләр. Шуға күрә йәмғиәттәге йән әрнеткес үҙгәрештәр был быуын кешеләренең һаулығын ҡаҡшата. Марат Мирсаяф улы ла 60 йәштә генә вафат була. Әммә шул ғүмер эсендә лә кешеләргә, илгә әллә күпме файҙа килтереп өлгөрә. Ә Эрнст Мирсаяф улы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ғилми эшен дауам итә, һаман да һөнәренә тоғро ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872