Ах, был урман!..
Алдараҡ әйткәнемсә, мин ҡасандыр урманлы, һыулылар рәтендә йөрөгән төбәктә үҫтем. Урман кәсептәре көнитмешкә бигүк йоғонто яһамаһа ла, йорт-ҡура, бесән, мал тотоу башкөллө урман менән бәйле ине. Олатайҙарҙың ошо мөхиткә илаһилыҡ биреүгә ынтылышын һиҙмәнем, әммә урманда йөрөгән айыуҙың көс-ғәйрәтен шаштырып һөйләгәндәре, йылан-маҙарҙан ниңәлер балаларса ҡурҡҡандары хәтерҙә. Урманға, бәлки, элегерәк әҙәм түгел, ә шул кейек-мәхлүктәр, ҡош-бөжәктәр хужа булғандыр? Йәшел даръяның йәне әлеге януарҙарҙа йөрөмәнеме икән?
Белорет, Бөрйән тарафтарын ҡыҙыра башлағас, мин урмандарҙың ысын шырлығын, ҡырыҫлығын яҡындан күрҙем. Ҡуйы урмандар самолеттан байҡап үткәндә генә хәтфә келәмде хәтерләтә. Тигеҙ юлдың ике яғында ҡалғанда ғына ул күләгәле лә, йылы ла, һәр кемде ихлас ҡаршылағандай. Дөрөҫөндә, ағас араһы йәшел ожмах булыуҙан алыҫ. Тәҡәт таптырмаған серәкәй-күгәүендәре, минеңсә, ҡала кешеһенә айырата ажарланып ябырыла шикелле. Себен генә түгел, сит күҙҙәрҙән, ят ҡулдарҙан урман бөтә саралар менән һаҡланырға тырыша. Ағастар бит ел-дауылда ла бер-береһенә һыйынышып үҫкән өсөн үткәрмәй. Зарураты килгәндә урман үҙен генә түгел, кешеләрҙе лә дошмандан ышыҡлай. Боронғо замандарҙа урман сит яуҙар юлына кәртә булып ятҡан. Ҡышҡы ыҙғарҙарҙа урманда төн үткәрергә мәжбүр булған кешеләр, ике ағасты йығып, шуларға ут һалып, уртаһында йылынып йоҡлаған. Әмәлен белгән кеше урманда асыҡмай ҙа, яланғас та булмай, түшәк-юрғанһыҙға ҡалмай.
Урмандың телен аңлау, холоҡ-фиғеленә яраҡлашыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Уға ғүмер баҡый һыйынып йәшәгән кешеләрҙе лә урмандың көтөлмәгән ҡырыҫлығы ҡурҡыта, һис ҡасан да сиселеп бөтмәҫтәй серҙәре шомға һала. Шуғалыр урмандағылар ҡарт ағасҡа оронмаҫҡа, йәштәренең олонон йәрәхәтләмәҫкә, ҡырмыҫҡа атлы халыҡтың йорт-ерен урап үтергә тырыша. Һәр хәлдә, мин, бер ҡатлы кеше, урмандағы тормоштоң мәңге булыуына осмот та шикләнмәй инем. Шуға күрә хыяллыларға ысынбарлыҡ айырыуса әсе тойолалыр.
Мәңгелек, һис ҡымшанмаҫлыҡ тип йөрөгән урман тирәһендә ниңә бығаса булмағанса ығы-зығы ҡупты һуң әле? Урмансылыҡ белгестәре һәм ғалимдар ғына түгел, ошо даирәнән алыҫ йөрөгән бик күптәр элегерәк ерҙең "йәшел ҡалҡаны" тип аталған нәмәгә ни сәбәпле йыш мөрәжәғәт итә? Бер уйлағанда, был ғәжәп тә түгелдер, сөнки әлеге "ҡалҡан" ғәйәт оло милли хазинабыҙ ҙа ине бит. Рәсәй биләмәләрендә 800 миллион гектар урман бар, тиҙәр. Әгәр ағасҡа күсереп иҫәпләгәндә, был донъялағы бөтөн ағас запасының өстән ике өлөшө тигән һүҙ. Ә бит ер йөҙөндә Канада, Бразилия кеүек икһеҙ-сикһеҙ урманлы дәүләттәр бар! Күңелдә йәнә шик тә йөрөй. Себер, Алыҫ Көнсығыш тайгаһын кем ҡыҙырып сыҡҡан да урманын, ағасын кем үлсәгән? Илебеҙ урмандары, бәлки, 800 миллион түгел, ә миллиард гектарҙыр? Бына мин, Белорет тауҙарына күтәрелеп, офоҡҡа барып олғашҡан урмандарҙы күргән һайын уларҙың осо-ҡырыйы булыуына ышана алмайым. Әйтерһең, ошондағы уйпаттарҙағы, битләүҙәрҙәге меңдәрсә гектар урмандың көлгә осҡанын онотҡанмын.
Өҫтән-мөҫтән ҡарағанда, Белорет тауҙары йәшел тунын һаҡлаған һымаҡ. Юҡ, ҡиммәтле ҡарағай, аҡ шыршыһы ҡырҡып алынған диләнкәләрҙә ваҡ-төйәк ҡыуаҡ, уҫаҡ үҫә. Кешеләр ҡарағай үҫентеләрен ултыртырғамы-юҡмы тип елкә тырнаған арала буш ҡалған ерҙе тәбиғәт үҙенсә ҡапларға тырыша. Белорет, Бөрйән генә түгел, Башҡортостандың бүтән төбәктәрендәге урмандарҙың да ҡуйылығы — күҙ бәйләү генә. Ғәмәлдә уларҙағы ҡиммәтле төр ағас киҫеп алынған. Әгәр беҙ, Башҡортостан еренең 46 процентын урман алып ята тип, элекке һандарға ышанып йәшәһәк, үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдау булыр ине. Эйе, күп урындарҙы ағаслыҡ, ҡыуаҡлыҡ ҡаплаған, әммә ул тулы мәғәнәһендәге урман түгел.
Мәғлүмдер, урманды ҡырҡыу һәм ундағы бүтән төрлө байлыҡтарҙан файҙаланыу мәсьәләһендә сикләүҙәр, хатта ҡәтғи тыйыуҙар элекке замандарҙа ла бар ине. Йылғаға яҡын урманға күҙ һалаһы булма, текәлеге 45 градустан уҙған битләүҙәге ағасҡа оронма, юғиһә ундағы тупраҡты һыу йыуып төшөрә, ҡалалар тирәһендә тейелмәҫ йәшел зона булһын, уларһыҙ ҡала тонсоғасаҡ. Ҡала эсендә лә ағастың күберәк булыуы хәйерле, сөнки газлы, саңлы һауаны ағастан да шәберәк таҙартыр әмәл юҡ.
Ләкин тормош фән тәҡдим иткәнсә йә закондарҙа теркәлгән ҡағиҙәләр буйынса ғына барһа икән. Ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә әҙәм балаһы үҙ ҡулы менән күтәрелгән өйөн дә ташлап китергә мәжбүр. Ленинград ҡалаһын алман ғәскәрҙәре килеп ҡамағас, халыҡ туңып үлмәҫ өсөн алтынға торғоһоҙ китаптарын, аҫыл йыһазын, парк-урамдарҙағы ағастарҙы ҡырҡып, тимер мейестәргә тыға. Һүҙ ыңғайында. Мебелде эшләп була, парктар түгел, хатта урмандарҙы ҡабаттан үҫтерергә мөмкин, бары кеше зиһене һәм рухының балҡышы китап ҡына тәүге асылында яңынан тыуа алмай.
Урман, күпселегендә кеше ҡулы менән үҫтерелмәһә лә, зарураты төшкәндә уға ярҙамға килә, хатта үҙен ҡорбан итә. Әлеге Белорет яҡтарына әйләнеп ҡайтҡанда, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡалаға яҡын байтаҡ урындарҙың ағасы металлургия комбинаты мәнфәғәттәрендә ҡырҡылған. Инйәр ҡасабаһы тирәһендә, леспромхоздар эшләгән төбәктәрҙә лә шул уҡ хәл. Ул саҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыу режимы, эрозия тураһында сафсата һатыу ҡайҙа ул!.. Инйәр тирәһендә генә күмер яндырыусы ун ике ям эшләгән. Ул саҡтағы технология буйынса, мартен мейестәре ағас күмерһеҙ сыҙамлы ла, һығылмалы ла ҡорос ҡайната алмаған. Унан һуң, ағас тимер юл шпалдары, йәшник, мискә таҡталары, шахта таяуҙары, шул уҡ ябай таҡта, брус, утын рәүешендә лә алмаштырғыһыҙ булған. Миңә Белорет районының Үҙән ауылы эргәһендәрәк Ҡатарыж тигән тауҙы күрергә яҙҙы. Уның текә битләүҙәренән ағасын киҫеп алғас, тупрағын һыу йыуған, һәм хәҙер тау яп-яланғас, ҡыуаҡ түгел, үлән дә тамырланып китә алмай.
Рәсәй урмандары, картаға ышанһаҡ, йәшел океанға оҡшаш. Алыҫ Көнсығыш, Себер, Европаның төньяғы, төньяҡ һәм Урта Урал... Швед ғалимы, урмандар тарихын өйрәнеүсе Кай-Карри Линдаллдың образлы һүрәтләүе буйынса, Урал тайгаһы, тел рәүешендә һуҙылып, Көньяҡ Урал армыттарына төшә. Беҙ ҙур, киң тип рәхәтләнеп йөрөгән Башҡортостандың ылыҫлы урмандары ғәмәлдә ҙур тайганың бер тел осо ғына икән.
Хәстәрлекле ниәт менәнме, яуыз уйҙы ҡыуыпмы, иллә урман борон-борондан хакимдарҙың да, уларҙың ярандарының да иғтибар үҙәгендә булған. 1998 йылдың йәйендә Урман хужалығы министрлығы етәкселәре миңә "Рәсәйҙең урман байлыҡтарын һаҡлау һәм күбәйтеүҙә булышлыҡ иткән өсөн" знагына ҡушып Рәсәйҙә урман департаментын булдырыуға йөҙ йыл тулыуға арнап сығарылған ғәжәп китаптың факсимиль баҫмаһын бүләк иткәйне. Баҡтиһәң, урмандар менән дәүләт идара итеүе Рәсәйҙә Бөйөк Петр батшалыҡ иткәндә барлыҡҡа килгән. Хаким урман мәсьәләләренә ҡағылышлы ике йөҙгә яҡын указ, бойороҡ һәм күрһәтмә биреп өлгөргән. Әлеге китаптың инеш һүҙенән, башҡортсалаштырмай ғына, бер өҙөк килтерәйем.
"Лъсное управленiе въ Россiи основано Петромъ Великимъ. Задумавъ создать русскiй флотъ, безсмертный Преобразователь нашего отечества взглянулъ на лъсъ съ государственной точки зрънiя, какъ на источникъ полученiя матерiаловъ, неоходимыхъ для кораблестроенiя, и строгая запретительная система, сопровождаемая угрозами тяжелыхъ наказанiй, отъ крупныхъ денежныхъ штрафовъ до въчной каторжной работы и даже смертной казни, составляетъ характеристическую особенность лъсныхъ законоположенiй его царствованiя".
Бына шулай. Һәм Рәсәй хакимдары артабанғы быуаттарҙа ла урмандан йөҙ бормаған. Ул ғына ла түгел, совет власы йылдарында урман хужалығының аныҡ эшләүсе, ҡәтғи тәртип тотоусы һәм хәстәрләүсе системаһы булдырылғайны. Ике инҡилап, һуғыштар, сәнәғәтте үҫтереү мәшәҡәттәре, әлбиттә, урмандың хәлен насарайтты. Шул уҡ ваҡытта 17 миллион гектарҙа ҡулдан урман үҫтерелде. Әгәр сағыштырырға мөмкин булһа, был майҙан бәғзе ҙур Европа илдәрендәге бар урмандан артып китә. Эх, йыл һайын 700 миллиондан күберәк гектарҙа урманды янғындан һаҡлау саралары үткәргән саҡтар бар ине... Урмандарҙағы патологик үҙгәрештәрҙе шул мәлдә үк асыҡлау, хәлдең ҡайһы яҡҡа ауышыу ихтималлығын тиҙ арала билдәләү системаһы булдырылғайны. Ағастарҙың ауырыуына һәм зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш бер юлы тотош майҙанда, өҫтөнлөклө рәүештә биологик методтар менән алып барылды. Совет власының һуңғы йылдарында урмандарға радиацион мониторинг үткәреү системаһы булдырылғайны.
Уҙғандар өсөн уфтаныуҙан түгел, әммә урман фондының 3 процент самаһының утыҙ йыл элек кенә айырым һаҡ аҫтына алынған урман биләмәһе булыуын, дөйөм майҙаны 6,5 миллион гектарҙа 30 милли парктың эшләүен нисек онотмаҡ кәрәк? Хәҙер улар именме? Эштәре уңмы? Ҡомһоҙҙар тейелгеһеҙ хазинаға ла ҡул һуҙмаймы?
ХIХ быуаттың ахырында — ХХ быуаттың башында Рәсәй сәнәғәте ифрат йылдам үҫкән. Был хәлгә илдең ғәйәт бай сеймал ресурстары булышлыҡ иткән. Улар араһында урмандың урыны бик лайыҡлы. Беренсе донъя һуғышы алдынан үҙләштерелгән 100–120 миллион гектар урман башлыса Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге үҙәк, көнбайыш, көньяҡ һәм Урал алды төбәктәрендә ятҡан. Сәнәғәттең ғөмүми күтәрелеше урман тармағында ла ирекле сәнәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә этәргес биргән. 1912 йылда Рәсәйҙә ағас эшкәртеүсе төрлө предприятиеларҙа 377013 кустар һәм 31092 фабрика эшсеһе иҫәпләнгән. Кустарҙар күбеһенсә имән, йүкә һәм туҙ эшкәртеү менән булышҡан. Мискә кеүек әйберҙәр, экипаждар, үрелгән кәрәк-яраҡ, ҡырып һәм һырлап эшләнгән нәмәләр тиҫтәләрсә мең оҫта ҡулынан сыға торған. Урман кәсептәре Түбәнге Новгород (ҡалаҡ һәм сеүәтә-туҫтаҡтар), Ҡазан (кырандас), Тула (тәгәрмәс һәм мискәләр), Курск (дуға) губерналарында һәйбәт таралған. Үҙенсәлекле үә тыйнаҡ ғалимыбыҙ Мирза Муллағолов та "Башҡорттарҙың урман кәсебе" тигән хеҙмәтендә төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең таралған шөғөлдәре тураһында ифрат ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә.
Ә уҙған быуаттың тәүге йылдарында, Рәсәй мәғлүмәттәренә әйләнеп ҡайтҡанда, 1910 йылдан 1912 йылға ҡәҙәр, мәҫәлән, эшкәртелгән ағас продукцияһын һатыу — 136 процентҡа, шул иҫәптән бысылған ағас — 135, фанера — 180, паркет һәм столяр-төҙөлөш әйберҙәре етештереү — 178, мискә-көбө, көрәгә кеүектәр — 150, музыка уйын ҡоралдары — 129, өй йыһаздары 144 процентҡа артҡан. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә төп капиталы 47,7 миллион һум тәшкил иткән 49 акционерлыҡ һәм пай йәмғиәттәре эшләгән. Ошо ваҡытта ағас эшкәртеү сәнәғәтенә 162,4 миллион һум капитал һалынған, 1893–1901 йылдар эсендә ҡаҙна урмандан 281 миллион һум саф табыш алған. Әлеге миллиондарҙың хәҙерге курсҡа күсереп иҫәпләгәндә нисә һум тәшкил итеү ихтималы тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс.
Шул замандарҙан 100–120 йыл ғүмер үтте. Күп тетрәнеүҙәр кисергән дәүләт өсөн дә, әҙәм балаһы өсөн бигерәк тә ҙур ара инде. Әммә, икенсе яҡтан фекер йөрөткәндә, донъяның һәр илендә тиерлек хужалыҡтарҙың үҫеүе йылдамланды. Сеймал ҡулланыу һәм унан төшөм алыу сағыштырғыһыҙ артты. Урман да иҡтисади сәйәсәттә үҙ урынын биләүен дауам итә. Ләкин ниндәй урын ул, һәм әлеге сәйәсәт кем мәнфәғәттәрендә ғәмәлгә ашырыла?
Дәүләттә төрлө документтар хасил була, онотола, ғәмәлдән сыға тора инде. Был — тәбиғи процесс. Рәсәйҙең яңы тарихында ла улар аҙ ҡабул ителмәне. Еңел аҡыл менән уйлағанда, дәүләт етәкселеге кимәлендә урман тураһында хәстәрлек бар ҙа һымаҡ. Ә төптәнерәк фекер йөрөткәндә... Быйылғы апрелдә дәүләт советының Улан-Удэ ҡалаһында үткән ултырышында Владимир Путин: "Рәсәй — иң ҙур урманлы дәүләт, ләкин ошо ресурстарҙы һәүетемсә файҙаланыу барып сыҡмай ҙа ҡуя", — тип үкенесен еткерергә мәжбүр булды. Әйткәндәй, быйыл көҙ урманға ҡағылышлы дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре ҡабул ителәсәк. Ҡыҙыҡһынғандар был документ менән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының сайтынан таныша ала.
Алдараҡ мин урман эшкәртеү тармағында 20–30 йыл әүәл эштәрҙең ни рәүешле булыуына ишара яһағайным. Оло быуын кешеләре "Башлес" комбинаты предприятиеларының йылына биш миллион кубометрға ҡәҙәр ағас әҙерләгәнен хәтерләйҙер. Шул уҡ ваҡытта был һан эйфория уятырға ла тейеш түгел, сөнки Башҡортостан ҡулланыусыларға башлыса бүрәнә (кругляк) оҙата ине. Таҡта, бурса кеүек ябай ғына әйберҙәр ҙә продукцияның төп балансында аҙ ғына процент тәшкил итте. Ә инде ағасты тәрәнтен эшкәртеү, ылыҫлы булмаған ағастарҙы әйләнешкә күберәк индереү ғәмәлдә һүҙ генә көйө ҡала килде. Шулай, илдә хәҙер иҫәпкә ингән 800 миллион гектар самаһы урман бар тигәйнек. Ләкин ошо байлыҡтың өстән ике өлөшөн ағас эшкәртеүселәр файҙалана алмай. Төп сәбәбе — транспорт коммуникацияларының алыҫ булыуы. Мәғлүм булһын, совет власы йылдарында урмандарға илтеүсе 300 мең километр юл һалынған. Хәҙер иһә был эшләнмәй, сөнки шәхси милектәге урман хужаһына юлдың хәжәте юҡ, ул ағасты ҡырҡмай-нитмәй генә һатып ебәрә. Урмандағы ағастың аҫыл төрҙәрен генә һайлап киҫәләр. Тотошлай, диләнкәләп, элеккесә Юғары келәттәр, Түбәнге келәттәр булдырып, ҡырҡыу булмағас, урманға юл һалыу артыҡ эш тип һанала, ағасы киҫелгән урындарға үҫентеләр ултыртылмай, ботаҡ, ос йыйып алынмай, сереп, ауырыу таратып ята. "Селена" урман сәнәғәте компанияһының Белорет, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарындағы эшмәкәрлеге нәҡ шундай хужалыҡ итеү стилен раҫлай.
(Дауамы. Башы 182-се һанда).