Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәшел ҡалҡан” да һаҡлауға мохтаж
“Йәшел ҡалҡан” да һаҡлауға мохтажҺуңғы йылдарҙа урмандарыбыҙҙың әсе яҙмышы һәр кемде борсомай ҡалмай. Бигерәк тә ағастар шаулап үҫкән, мендәр урынына урманды ҡосаҡлап ятҡан ауылдарҙа хәл үтә сетерекле, сөнки халыҡ янда үҫкән ағасты үҙ файҙаһына ҡырҡа ла, ҡуллана ла алмай. Ерҙең йәшел еләне, халҡыбыҙҙың төп байлығы – урмандарыбыҙ бөгөн ни хәлдә? Ҡурсалауға һәм яҡлауға мохтажмы? Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан тап ошо һорауҙарға яуап эҙләп, “Әбйәлил урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Ишморат Шамил улы ӘМИНЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Һеҙ етәкселек иткән ойошмаға килгәндә...
– Бөгөн Әбйәлил урмансылығына алты участка ҡарай. Уларға Буранғол, Күсем, Ҡаҙмаш, Ҡырҙас, Хәмит участкалары һәм ауыл урмандары инә. Дөйөм майҙаны – 180 мең гектарҙан ашыу. Бөтәһе 25 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 15 мең һум тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә барған ҡулайлаштырыу күренеше беҙҙе лә урап үтмәне. Әгәр элек республикабыҙҙың йәшел байлығын һаҡлауға 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән булһа, бөгөн был һан ни бары – 50. Бер кешегә 20 – 30 мең гектар урман тура килә, нисек кенә тырышыуына ҡарамаҫтан, ул барыһына ла өлгөрә алмай. Әммә беҙҙә үҙ эшенең оҫталары эшләй, шуға күрә көн-төн тимәй, ямғыр яуһынмы йә буран булһынмы, көҙмө-ҡышмы – һәр саҡ улар урмандан ҡайтып кермәй.
– Урмансыларҙың көндәлек эшмәкәрлеге менән таныштырһағыҙ ине...
– Урмансы һөнәре еңелдән түгел. Хатта хәүефле лә, шуға күрә беҙҙең эште шахтер хеҙмәте менән йәнәш ҡуялар. Бөгөн урманда күпселек үҙ эшенең фанаттары тир түгә. Үҙҙәренә тәғәйен биләмәлә үҫкән һәр ағас өсөн бар яуаплылыҡ улар иңендә. Диләнкәләрҙе дөрөҫ үлсәп, тамғалар ярҙамында хужаһына бүлеү, аҙаҡ уны ҡайтанан ҡарап, ҡабул итеү бурыстарын да башҡаралар. Күптәр ағасын ҡырҡып ала ла уны таҙартыу хаҡында уйлап та бирмәй. Киҫелгәндәре урынына яҙлы-көҙлө яңы үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, ауған ағастарҙан таҙартыу, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәшеү, ҡырағай йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы яуыз уйлы кешеләрҙән ҡурсалау, иң мөһиме, урманды янғындан һаҡлау – эшебеҙҙең төп асылы.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр, ауырлыҡтар осраймы? Элегерәк урмандарҙа янғын осраҡтары йыш булһа, быйыл киреһенсә. Әйткәндәй, күп урмандар тотош һыу эсендә ултыра. Был күренеш хәүеф тыуҙырмаймы?
– Ысынлап та, йылдарҙың ҡоро килеүе урмандарҙа янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Күп осраҡта был хәлгә кешенең битарафлығы сәбәпсе. Тәбиғәт ҡосағына ял итергә килеүселәр үҙҙәренән һуң сүп-сар ташлай, һүндермәй ҡалдырған усаҡтары иһә меңдәрсә гектар урманды юҡҡа сығара. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ике йылда Әбйәлил урмандарында бер генә янғын да теркәлмәне. Быйылғы хәлгә килгәндә, ямғырҙар күп яуыу сәбәпле, ысынлап та, күп урмандарыбыҙ һыу эсендә. Әммә улар өсөн бер ниндәй хәүеф юҡ, һыу ағастарға зыян килтермәйәсәк. Шуны ла әйтеү кәрәктер: һәр участкала йыл һайын янғын һүндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, улар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәр махсус күнекмәләр үтә.
– Ишморат Шамил улы, район урмандарының сит ҡулдарға бирелеүе, ошо сәбәптән халыҡҡа ағас бүлеүҙә киҫкен хәл килеп тыуыуы хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Беҙҙе бигерәк тә “Селена” урман сәнәғәте компанияһының эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2007 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә ингән Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына ярашлы, республика урмандары федераль милектә тора, уға тик федераль власть идара итә. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың йәшел байлығы ҡуртымға бирелергә тейеш. Ошо закондар нигеҙендә Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы райондарының бөтә урмандары тиерлек “Селена” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 49 йылға ҡуртымға бирелгән. Халыҡҡа ағас бүленергә тейешле биләмәнең күп өлөшө ҡуртымсылар ҡулында булыу сәбәпле, йорт һалырға теләүселәргә генә түгел, хатта утынға ла ағас бүлеү мөмкинлеге юҡ. Билдәле, ҡуртымсылар өсөн урман – тик табыш сығанағы. Улар уның киләсәге хаҡында борсолмай, йәш үҫентеләр ултыртыу тураһында бөтөнләй уйламай, ә нисек тә мулыраҡ аҡса табыу хаҡында баш вата. Хатта килешеүҙәргә ярашлы ҡарарҙарҙы үтәмәүҙән дә тартынмай.
Иң әсендергәне – халыҡ һораған ағасты бирә алмау. Бөгөн ағас һорап яҙған ғаризаларға ярашлы, 2016 йылға тиклем оҙон исемлек һуҙылған. Урман кодексы бөтөнләй халыҡ мәнфәғәттәренән сығып эшләнмәгән, ҡайһы бер етәкселәрҙе аҡса эшләү яғы ғына ҡыҙыҡһындыра. Ябай халыҡ барыһын да аңлап бөтмәй, шунлыҡтан урман хужалығы етәкселеген тиргәй, нимәлер талап итергә тырыша, ә һөҙөмтә юҡ.
– Ишморат Шамил улы, сер булмаһа, әйтегеҙ әле, Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендәге кеүек, ҡасандыр беҙҙә лә үҙ урмандарыбыҙҙан еләк-емеш тиреп, бәшмәген йыйыу, сабынлыҡтарыбыҙҙа бесән әҙерләү, көтөүлектәрҙә мал көтөү мөмкинлегенең юҡҡа сығыу хәүефе бармы?
– Ысынлап та, ундай хәүеф бар. Әгәр “йәшел ҡалҡан” тулыһынса ҡуртымсылар ҡулына күсә ҡалһа, ябай ауыл кешеһенә малын урманға ҡыуырға ла, сабынлығынан бесән сабырға ла мөмкинлек булмаясаҡ. Ә емеш-еләге хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Иң шомландырғаны шул: урмандар шәхси милеккә күсерелһә, йәғни хосусилаштырылһа, унда бер кем дә инә алмаясаҡ.
– Ҡабул ителгән Федераль законды үҙгәртеү мөмкинлеге юҡмы ни? Ниндәйҙер юл булырға тейештер бит?
– Әлбиттә, закон да шуны талап итә тип тынысланып ултырып, ҡыл да ҡыбырлатмаҫҡа мөмкин. Әммә беҙ халыҡ мәнфәғәтен уйлап, ҡулдан килгәнде лә, хатта килмәгәнде лә эшләргә тырышабыҙ. Был йәһәттән Башҡортостан урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҙур ярҙам күрһәтә. Урманды ҡуртымға алып та ойошма унда бер ниндәй ҙә эш алып бармай икән, суд аша ҡуртымсылар менән килешеүҙе өҙәбеҙ. Әле яңыраҡ Силәбе өлкәһенән ике килешеүҙе юҡҡа сығарҙыҡ. Тиҙҙән тағы бер эш буйынса суд ҡарарын көтәбеҙ. Тартып алынған урмандарҙы, яҙған ғаризаларына ярашлы, халыҡҡа бүлеп бирәбеҙ. Әйткәндәй, утын, кәртә-ҡура эшләү, мунса бурау, төҙөлөш материалдары әҙерләү өсөн ағас һораусыларҙың ихтыяжын тиҙ арала ыңғай хәл итеү мөмкинлеген табырға тырышабыҙ. Халыҡ та яйлап өйрәнә: ҡайындан, уҫаҡтан таҡта ярыусылар, хатта Рыҫҡужа ауылында уҫаҡтан өй күтәреүселәр ҙә бар. Нисек тә тормошҡа яраҡлашып йәшәргә кәрәк. Шулай ҙа, төптән уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итеү сәбәпле, Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына үҙгәрештәр индерелергә тейеш, халыҡ фекерен иҫәпкә алыу мотлаҡ тигән ҡараштамын.
– Тармаҡтағы төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Әбйәлил урмансылары дәртләнеп эшләй, төрлө семинар-кәңәшмәләр үткәрә...
– Урмансы һөнәрен һайлаусылар араһында осраҡлылар юҡ. Тәбиғәтте яратҡан, урманды һөйгән кеше генә был шөғөлдө үҙ итә. Ғаилә династиялары ла бар. Шуға күрә беҙҙең коллектив бик татыу. Әммә һәр кем үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, тәғәйен биләмәһендә генә эшләһә, әллә ни ҙур уңыштарға ирешеп булмаясаҡ. Бер-берең менән аралашыуҙан, фекер алышыуҙан тәжрибә арта, эш һөҙөмтәләре яҡшыра. Йыл һайын Әбйәлил урмансылығы етәкселеге тарафынан ойошторолған семинар-кәңәшмәләр матур йолаға әйләнде. Һәр участкала билдәле бер тема буйынса семинар ойошторола. Беренсенән, кәңәшмә үтәсәк бинала төҙөкләндереү эше алып барыла, кәрәкле йыһаздар ҡуйыла, ҡулдан килгәнсә ремонт яһала.
Былтыр Буранғол зонаһында диләнкәләрҙе рәсмиләштереү, йәшелләндереү буйынса ниндәй эштәр алып барыу тураһында фекер алышһаҡ, быйыл Күсем зонаһының Мөхәмәт участкаһында ҡырҡыуҙан һуң диләнкәләрҙе таҙартыу, ағас ултыртыу, ер һөрөү тураһында һөйләшергә уйлайбыҙ.
– Быйылғы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында урмансылар ситтә ҡалмайҙыр бит...
– Хеҙмәткәрҙәребеҙ башҡарған эштәрҙең барыһы ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан ғына түгел, ә төп шөғөлөбөҙ талап иткәнсә тормошҡа ашырыла. Октябрь айында ҡарағас ултыртыу планлаштырылған, урмандарҙағы ял урындарында махсус беседкалар эшләнек, шишмәләр тәртипкә килтерелә. Йыл һайын 300 гектарҙа йәш үҫентеләр ултыртабыҙ.
– Һәр хеҙмәттең үҙ алдынғылары була.
– Оҙаҡ йылдар урман хужалығында намыҫлы эшләгән Садиҡ Хәмитов (Ҡырҙас), Марсель Ғилманов (Буранғол) һәм Таһир Шөғөровтарҙы үҙ һөнәренең оҫталары тиер инем.
– Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә әйтер теләктәрегеҙ...
– Урман һағында торған барлыҡ хеҙмәттәштәремде байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Ауыр, әммә яуаплы эшебеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Еребеҙҙең “йәшел еләне” беҙҙең яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булғандай, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, терәк булайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518