Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләсәккә табан аҙым
Киләсәккә табан аҙым"Башнефть" акционерҙар нефть компанияһының нефть эшкәртеү комплексы өҙлөкһөҙ яңыртыла. Быйыл үҙенең 75 йыллығын билдәләгән компания илдә "ҡара алтын"ды эшкәртеү тәрәнлеге, тоноҡ төҫтәге нефть продукттары етештереү, техник яҡтан йыһазландырылыу йәһәтенән алдынғылар иҫәбенә инә. Производствоны ваҡытында яңыртмай тороп юғары кимәлгә өлгәшеү мөмкинлеге булмаҫ ине.

"Модерн" стилендә

Нефть бөтә республиканан, шулай уҡ Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарынан Башҡортостандың һәм бөтә төбәктең ғорурлығын тәшкил иткән өс заводҡа — "Башнефть-ӨНЭЗ", "Башнефть-Новойл" һәм "Башнефть-Өфөнефтехим" предприятиеларына — эшкәртеүгә тапшырыла. Уларҙың дөйөм ҡеүәте йылына 24 миллион тоннанан ашып китә.
"Башнефть" компанияһының эшкәртеү комплексына ингән предприятиеларҙың һәр береһе үҙенсәлекле тарихҡа эйә. Өфөлә нефть эшкәртеү тармағына 1938 йылда, крекинг-заводта тәүге 117 тонна бензин алынған осорҙа нигеҙ һалынған.
— Ул — республикабыҙҙа иң оло заводтарҙың береһе, әммә был предприятие иҫке тигәнде аңлатмай, — ти Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры Анатолий Сухоруков. — Беҙҙә реконструкция даими алып барыла, өр-яңы комплекстар сафҡа индерелә.
Бөгөн был предприятие, "оло йәштә булыуына" ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә иң заманса комплекстарҙың береһе. Уның ҡеүәттәре "Евро-4" һәм "Евро-5" стандарттарындағы автомобиль яғыулығы сығарыу мөмкинлеген бирә. Бында яңыртыу туҡталмай, сөнки "Башнефть" компанияһы ошо эшкә аҡса бүлеүҙе мөҡәддәс бурысы тип таный. Мәҫәлән, әле "Башнефть-ӨНЭЗ" предприятиеһында каталитик крекинг бензинын һыу ярҙамында таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа индерелә. Уның проект ҡеүәте йылына 1,3 миллион тоннаға иҫәпләнгән. Киләһе йыл ғәмәлгә индереләсәк яңы комплекс "Евро-5" экологик стандарты нормаларына ярашлы көкөрттө кәметеү иҫәбенә бензин сифатын тағы ла яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Әйткәндәй, бөгөн комплекс буйынса уртаса алғанда эшкәртеү тәрәнлеге 86 процент тәшкил итә. 2018 йылда, әкрен кокслау ҡорамалы барлыҡҡа килгәс тә, компания буйынса был күрһәткес 94 процентҡа етәсәк. Шуныһын әйтергә кәрәк: Рәсәй буйынса ул әлегә 70,5 процентҡа тиң.

Яңырыу стратегияһы

"Башнефть" компанияһының ҡалған ике нефть эшкәртеү предприятиеһы ХХ быуаттың 50-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Уларға нигеҙ һалыныу Башҡортостанда "ҡара алтын" сығарыу әүҙемләшкән "икенсе Баҡы" осоро менән бәйле. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем заводтарҙың һәр береһе үҙаллы Киләсәккә табан аҙымпроизводство булған, ә бөгөн улар тығыҙ бәйләнештә эшләй. Өфө заводтарының автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, мазут һәм вакуумлы газойль, кокс һәм битум, көкөрт, төрлө майҙар, хуш еҫле углеводородтар кеүек продукцияһына үҙебеҙҙә лә, сит ил баҙарҙарында ла ихтыяж ҙур.
Һәр предприятиеның ҡаҙаныштары байтаҡ. Мәҫәлән, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында (әлеге "Башнефть-Новойл") илдә беренсе булып май етештереү яйға һалына. Ошонда уҡ әкрен кокслау ҡорамалы ла сафҡа индерелә. 2007 йылда реконструкцияланғандан һуң бында йылына 700 мең тонна сеймал етештерелә. Заманса ҡорамал экологик талаптарға яуап бирә. Быйыл да предприятиела яңы комплекс асылды — май аҙағында "Башнефть" компанияһы көкөрт кислотаһы ярҙамында алкиллаштырыу һәм файҙаланылған кислотаны регенерациялау комплексын ғәмәлгә индерҙе. Һөҙөмтәлә "Евро-5" стандартындағы юғары октанлы бензин әҙерләү өсөн мөһим компоненттарҙың береһе булған алкилат етештерелә. Комплекс составында алкиллаштырыуҙың катализаторы булған көкөрт кислотаһын регенерациялау ҡорамалы өр-яңы продуктты өҙлөкһөҙ алыу мөмкинлеген бирә. Яңы комплекс ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ике йылда — төҙөлгән. Проектҡа 8 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған. Бер үк ваҡытта көкөрт кислотаһын утилләштереү мәсьәләһе лә хәл ителә, экологик хәүеф тә юҡ.
Объектты асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашҡайны.
"Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы водород етештереү ҡорамалын сафҡа индереүгә байтаҡ инвестиция һалырға ниәтләй. Ул Өфөлә мотор яғыулығы сығарған бөтә заводтарҙың ошо продуктҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Нефтселәр ҡорамалды киләһе йыл ғәмәлгә индереүҙе күҙаллай.

Намыҫ ҡушыуы буйынса яңырыу

Рәсәй белгестәре әйтеүенсә, "Башнефть-Өфөнефтехим" предприятиеһы — илдә иң ҙур һәм технология йәһәтенән алдынғы заводтарҙың береһе. Донъя стандарттарына яуап биргән заманса ҡорамалдар тап ошонда тупланған. Предприятиеның технологик йыһазландырылыу кимәле совет осоронда уҡ юғары баһа алғайны. Ул заманда заводта илдәге тәүге гидрокрекинг ҡулайламаһы сафҡа инде. Нефть эшкәртеүселәр хуш еҫле углеводородтар етештереү комплексы менән дә ғорурлана.
Киләсәккә табан аҙым— Әле заводта 30 технологик ҡоролма бар, — ти предприятие директоры Вадим Николайчук. — Беҙҙең заводта эшкәртеү тәрәнлеге Рәсәйҙә иң юғарыһы — 95 процент. Быйылғы марттан "Евро-5" стандартына яуап биргән бензин сығарыуға тулыһынса күстек, тиҙҙән дизель яғыулығын да ошо стандартҡа күсерергә ниәтләйбеҙ.
Күптән түгел 2009 йылда эшләй башлаған әкрен токслау ҡулайламаһының ҡеүәтен арттырыу проекты тормошҡа ашырылды. Бер үк ваҡытта гидрокрекинг ҡулайламаһына күләмле реконструкция үткәрелде. Һөҙөмтәлә реакторҙарҙың береһен алмаштырыу ҡеүәтте 1,5 тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Әлбиттә, производствоның экологик хәүефһеҙлеге — яңыртыуҙың сифат күрһәткесе. Йыш ҡына уны "намыҫлы яңырыу" тип тә атайҙар. "Башнефть" компанияһында был йәһәттән дә тулыһынса тәртип.
— Беҙҙә бысраҡ һыуҙы механик таҙартыу ҡулайламаһы эшләй, — ти "Башнефть-Өфөнефтехим" директоры. — Әле биологик таҙартыу ҡоролмаларын әүҙем Киләсәккә табан аҙымреконструкциялайбыҙ. Яҡынса баһаларға ҡарағанда, был проектҡа 4,6 миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Заманса технологиялар йәлеп ителәсәк. Үҙебеҙҙеке менән бер рәттән, беҙ Өфөнөң төньяғындағы бөтә предприятиелар ҡулланған һыуҙы ла таҙартабыҙ.
Быйыл апрелдә "Башнефть-Өфөнефтехим" заводы биләмәһендә биологик таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән мембраналы технологиялар һәм ҡорамалдар һынала башланы. Һөҙөмтәләр проектлаусыларҙы ла, төҙөүселәрҙе лә, нефтселәрҙе лә ҡыуандырҙы.
Яҡын арала предприятие тағы ла бер ҙур экологик проектты тормошҡа ашырырға — нефть шламын эшкәртеү ҡулайламаһын ғәмәлгә индерергә — ниәтләй. Әле проект әҙерләнә, технологик мәсьәләләр хәл ителә. 2015 йылда яңы ҡулайлама эшләй башларға тейеш. Был предприятиеға совет осоронан уҡ ҡалған нефть шламын эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк.

Уйланылған интеграция

— Тығыҙ кооперация һөҙөмтәле иҡтисадты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, сөнки берҙәм технологик сылбырҙың теге йәки был звеноларында эш көйләнә, етештереү арта, сығым һәм юғалтыуҙар кәмей, — ти компания президентының нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса өлкән урынбаҫары Виктор Ганцев. — Бындай сәйәсәт "Башнефть" компанияһының стратегияһына тулыһынса тап килә. Ә уның маҡсаты — компанияға ингән барлыҡ предприятиеларҙы Европала иң яҡшы кимәлгә сығарыу һәм Рәсәйҙең технологик алдынғылығын һаҡлап ҡалыу.
Берлектәге эш ыңғай йоғонто яһай: сеймал менән тәьмин итеүҙә үҫеш күҙәтелә, продукция төрҙәре арта, иҡтисади һөҙөмтә лә һәйбәт. "Башнефть" комплексыКиләсәккә табан аҙым илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып "Евро-5" стандартындағы яғыулыҡ сығарыуға күскәндән һуң, компанияның бөтә АЗС-тары ҡулланыусыларға 5-се экологик класлы бензин һәм дизель яғыулығы тәҡдим итә.
— Юғары экологик стандартҡа күскәндән һуң яғыулыҡҡа хаҡ артманы, сөнки "Евро-4" һәм "Евро-5" бензинын етештергән предприятиеларға дәүләт акциздар буйынса ташлама бирә. Был бик мөһим, — ти Виктор Ганцев.
Производствоны артабан да яңыртыу программаһы бының менән генә сикләнмәй. "Башнефть" ошо өлкәгә аҡса бүлеүен дауам итә.
— Былтыр етештереүгә һалынған инвестиция 12 миллиард һум тәшкил иткән, быйыл да компания аҡсаны кәм бүлмәйәсәк, — тип пландары менән уртаҡлашты өлкән вице-президент. — 2020 йылға тиклем нефть комплексын үҫтереү буйынса программа ҙур күләмле. Етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу, продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү менән бер рәттән, экологияны, хеҙмәтте һаҡлау һәм башҡа саралар инә унда.
Яңыртыуға ошондай етди ҡараш берәүҙе лә ғәжәпләндермәйҙер, сөнки Башҡортостан нефтселәре һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырға күнеккән.

.


Автор: Л. ФӘРИТОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә