2027 йылда һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды27.11.2026

Һуңғы ҡыңғырауҙы – 26 майҙа, ә сығарылыш кисәләрен 26 йәки 27 июндә үткәрергә тәҡдим ителә.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2026/27 уҡыу йылында һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләрен үткәреүҙең берҙәм көнөн билдәләне. Илдең бөтә төбәктәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға ошондай тәҡдимдәр ебәрелгән.

Документҡа ярашлы, һуңғы ҡыңғырауҙы 26 майҙа (шаршамбы), ә сығарылыш кисәләрен 26 (шәмбе) йәки 27 июндә (йәкшәмбе) уҙғарырға кәңәш ителә. Ведомство етәксеһе Сергей Кравцов билдәләүенсә, берҙәм даталар уҡыусылар өсөн тигеҙ шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.

Тантаналы саралар барышында Дәүләт флагын күтәрергә һәм РФ гимнын башҡарырға, ишле ғаиләләрҙең вәкилдәрен тәбрикләргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләренең, шул иҫәптән дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙың һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың сығыштарын индерергә тәҡдим ителә.

Әлеге сараларҙы ойоштороуҙа комплекслы хәүефһеҙлек талаптарын үтәүгә, инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн мөхит булдырыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда республика мәктәптәрендә 16 мең ун беренсе һәм 54 мең туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.



Вернуться назад