Радий Хәбиров студенттарға Кадрҙар стажировкаһы үҙәгенең мөмкинлектәре тураһында һөйләне19.11.2026

Башҡортостандан 300-гә яҡын студент Мәскәүҙә уҙған «Яҡташ» форумында Радий Хәбиров менән аралашты.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте

18 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙан уҡырға килгән баш ҡала вуздары студенттары менән осрашты. Сара «Яҡташ» йәштәр мәғариф форумы сиктәрендә үтте. Республика етәксеһе менән осрашыуҙа 300-гә яҡын егет һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Осрашыу башланыр алдынан студенттар республиканың алдынғы предприятиеларының күргәҙмәһе менән танышты. Эш биреүселәрҙең тәҡдимдәре студенттар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, йәштәр урында уҡ стажировка үтеү тураһында һөйләшеп килеште.  

Осрашыуҙа йәштәр производство практикаһын үтергә ярҙам иткән Кадрҙар стажировкаһы үҙәге өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Улар уның эшмәкәрлеген камиллаштырыу мөмкинлектәре һәм студенттарҙы оҙатыу программаларын үҫтереү перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, был майҙансыҡтың эше йәштәрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып төҙөләсәк.

«Бәлки, үҙәк практик әҙерлекте ойоштороу һәм эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү менән шөғөлләнгән ҙур структураға әүерелер. Һеҙҙең менән кире бәйләнеш бик мөһим, — тине Радий Хәбиров. — Мөмкинлектән файҙаланып, һеҙҙе 2027 йылдың башында үтәсәк #Өйҙә республика фестиваленә саҡырам. Был сараға төрлө тармаҡтарҙан эш биреүселәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ».

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте


Вернуться назад