Туғыҙынсы класс уҡыусылары 2028 йылдың яҙында тарихтан телдән имтихан тапшыра

Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн тарих буйынса телдән имтихан 2028 йылдың яҙына планлаштырылған. Был хаҡта Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, имтихан «үҙҙәренең мәктәбендә» үткәрелә.
2027 йылдың 1 сентябренә тиклем имтихандың бөтә демоверсиялары баҫылып сығырға тейеш.
Яҡын арала 11-се класс уҡыусылары өсөн тарихтан телдән имтихан индереү планлаштырылмай, тип билдәләне Рособрнадзор етәксеһе.