Рәсәйҙең 58 төбәгенән килгән командалар иң яҡшылар исеме өсөн көрәште.

Ғафури районы Красноусол ауылының 1-се урта мәктәбе командаһы «Ворошилов уҡсыһы» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр фестивале финалында еңеүсе булды. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Финал Анапала үтте, унда Рәсәйҙең 58 төбәгенән командалар иң яҡшылар исеме өсөн көрәште. Республикабыҙ уҡыусылары илдә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Министрлыҡта команда тренеры – физкультура уҡытыусыһы Лиана Хәкимоваға айырым рәхмәт белдерҙеләр.
«Уның профессионализмы, энергияһы һәм балаларға ышанысы еңеүгә табан юлда мөһим терәк булды», — тип билдәләнеләр ведомствола һәм балаларҙы, уларҙың остазын лайыҡлы һөҙөмтә менән ҡотланылар.