Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы29.10.2026

Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандан ашнаҡсы VI «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2026» Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабында иң яҡшылар иҫәбенә инде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы хәбәр итә.

Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатының производство мөдире һәм шеф-ашнаҡсы Зилира Байкова конкурс һынауҙарын уңышлы үтте һәм «Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы-2026» номинацияһында икенсе урынды яуланы.

Конкурстың финалы Краснодарҙа 27-30 октябрҙә үтте, унда Рәсәйҙең 53 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. «Кулинар алыш» индивидуаль ярыш барышында мәктәп ашнаҡсылары үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, был ҡаҙаныш республикала мәктәп туҡланыуы өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең юғары әҙерлекле булыуын раҫлай.



Вернуться назад