Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм эшлекле уйындар.

22 октябрҙә Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә һәм колледждарында Берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла. Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм эшлекле уйындар. Ошо хаҡта республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.
Министр әйтеүенсә, дроппинг — ул ярҙам ғына түгел, ә үҫмергә мутлашыу йәки енәйәт юлы менән алынған килемде легалләштергән өсөн енәйәт яуаплылығы ла.
«Беҙҙең дөйөм маҡсат — балаларҙың тормошо боҙолоуына юл ҡуймау. Уларға башҡаларҙың картаһы менән «еңел эш хаҡы» алған өсөн һәр ваҡыт яуап бирергә кәрәклеген аңлатыу мөһим», — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин.
Ул шулай уҡ алтын ҡағиҙәне иҫкә төшөрҙө: бер ҡасан да үҙеңдең банк картаһын сит кешеләргә бирергә һәм башҡаларҙың аҡсаһын үҙ иҫәбең аша күсерергә ярамай.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, бөгөн кис балаларығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ. Уларға ныҡлап аңлатығыҙ: үҙеңдең банк картаһын биреү йәки башҡаларҙың аҡсаһын күсереү — шаяртыу ҙа, өҫтәмә аҡса ла түгел. Был енәйәт. Балаларҙың именлеге — беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ», — тип мөрәжәғәт итте министр ата-әсәләргә.