Мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты. Байрам көнөндә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында мәғариф өлкәһе вәкилдәре, остаздар, педагогик хеҙмәт ветерандары йыйылды.
Үҙенең сығышында Александр Шельдяев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән йыйылыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республикала педагогтарҙың һөнәри үҫеше, заманса белем биреү практикаларын индереү өсөн эҙмә-эҙлекле шарттар булдырылыуын әйтте.
— Беҙ белем биреү инфраструктураһын үҫтерәбеҙ, педагогтарҙың профессиональ үҫеше, алдынғы тәжрибәләр һәм методикалар ҡулланыу өсөн шарттар булдырабыҙ. Башҡортостан йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Волга буйында – беренсе, ә илдә өсөнсө урынды биләй. Быйыл уҡыусылар өсөн 5 яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты, йыл аҙағына тиклем 3,5 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән тағы ла 3 мәктәп асыу планлаштырыла. Бынан тыш, 36 мәктәпкә, 6 балалар баҡсаһына һәм 6 колледжға капиталь ремонт үткәрелгән, — тип билдәләне республиканың министрҙар кабинеты башлығы.
Александр Шельдяев үҙенең телмәрендә тәрбиәселәр хеҙмәтенең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда 944 балалар баҡсаһында 186 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Уҡытыусыларҙың һөнәри ярыштарҙа еңеүҙәре мәктәпкәсә белем биреүҙең сифаты раҫлай.
Августа республика етәксеһе педагогик хеҙмәттең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип иҫкә төшөрҙө Александр Шельдяев.
— Был иһә эштең башы ғына. Уҡытыусыларға ярҙам сараларын киңәйтеүҙе, яңы мәктәптәр төҙөүҙе һәм уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, — тине премьер-министр вазифаһын башҡарыусы.
Сара бүләкләү менән тамамланды: мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
