Республикала йәшәүселәр онлайн рәүештә башҡорт теленән белемен һынап ҡарай ала29.09.2026

Һорауҙар өс йүнәлешкә бүленгән.

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үткәрелә. Ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен тикшерергә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ танышырға һәм һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат алырға мөмкин. Олимпиадала ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк.

Ойоштороусылар һорауҙарҙың бер нисә вариантын әҙерләгән: башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар кимәле һәм башҡорт теленең диалекттары.

«Быйыл өс кимәлде лә үтергә була: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала. Бер тест өсөн 45 минут ваҡыт бирелә, иң юғары һөҙөмтә — 100 балл», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.   

Олимпиадаға әҙерләнеү өсөн тел ғилеме, грамматика, лексика, фразеология, этимология, эпик һәм әҙәби мираҫ буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡулланырға мөмкин.



Вернуться назад