Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә25.09.2026

Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко 2026 йылда «Мәғариф системаларын модернизациялау» программаһының аралыҡ һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, быйыл 650-нән ашыу мәктәптә капиталь ремонт тамамланған. Биш йыл эсендә был программа буйынса илдә 7 меңдән ашыу белем биреү учреждениеһы яңыртылған.

Программаны тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы субъекттар иҫәбендә – Башҡортостан Республикаһы, Татарстан, Мордовия, Чечен Республикаһы һәм Мәскәү өлкәһе.

Башҡортостанда эш темптарын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Өфөлә генә капиталь ремонттан һуң яңы уҡыу йылында 10-дан ашыу мәктәп асылды. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөкләндереү программаһына республиканың 42 мәктәбе индерелгән.

Белем биреү учреждениеларын яңыртыу эше дауам итә. 2027 йылға 31 объектты (шул иҫәптән 18 мәктәпте, 8 балалар баҡсаһын һәм 5 колледжды) яңыртыуға килешеү төҙөлгән. 2028 йылға 422 объектты — 268 мәктәпте, 141 балалар баҡсаһын һәм 13 колледжды модернизациялауға заявка ебәрелгән.

Белем биреү учреждениеларын модернизациялауҙың төп һөҙөмтәһе — уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың уңыштары. Башҡортостан уҡыусылары БДИ-2026-ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: 210 эш йөҙ балл йыйған, был былтырғыға ҡарағанда күберәк (159 эш).





Вернуться назад