MAX мессенджерында аноним рәүештә яҙыу етә.
Башҡортостанда MAX платформаһында үҫмерҙәр өсөн «Беҙ һинең менән» ышаныс чаты эшләй башланы. Проекттың инициаторы булып республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сығыш яһаны.
«Бөгөн үҫмер булыуҙың еңел түгел икәнен беләм. Тышҡы тыныслыҡ артында йыш ҡына бер кем дә күрмәгән ярһыу хис-тойғолар йәшеренгән», — тине министр. Ошондай проекттарҙы шәхсән контролдә тотам, төп маҡсат – республикала бер бала ла үҙ бәләһе менән яңғыҙ ҡалмаһын, тип билдәләне ул.
Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, был хәүефһеҙ урында үҫмерҙе тәнҡитләмәйенсә һәм өгөт-нәсихәт бирмәйенсә тыңларға әҙерҙәр. MAX мессенджерында аноним рәүештә яҙыу етә.
Нимә тураһында яҙырға мөмкин?
Хәүеф һәм паника, өйҙә йәки класта конфликттар, романтик мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүе, үпкәләү, яҡын кешеңде юғалтыу, класта ҡул күтәреүҙән йәки беренсе булып һүҙ башлауҙан ҡурҡыу, танышҡан ваҡытта оялыу һәм башҡа ситуацияларҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип белдерҙе министр.
«Был исемлектә һеҙҙең проблемағыҙ булмаһа ла яҙығыҙ. Тормош башҡа теләһә ниндәй методичкаларҙан ҡатмарлыраҡ», — тип өҫтәне ул.
Ни өсөн был чатҡа ышанырға була?
Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, был чатҡа ышанырға мөмкин. Беренсенән, анонимлыҡ һаҡлана: бер кем дә һинең кем икәнеңде, исемеңде, ҡайһы мәктәптә уҡыуыңды белмәй. Икенсенән, хәлде ентекләп тикшереү һәм реаль ярҙам ғына. Өсөнсөнән, мессенджерҙы асып, үҙеңә уңайлы ваҡытта яҙырға мөмкин.
Министр үҫмерҙәрҙе үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа һәм ошо ярҙам каналынан әүҙем файҙаланырға саҡырҙы.