Өфө математика лицей-интернаты Башҡортостан мәғарифы флагманы буласаҡ20.09.2026

Өфө математика лицей-интернаты Башҡортостан мәғарифы флагманы буласаҡ

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығы хакимиәте

Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә яҡынса 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәй президенты Владимир Путин һәләтле балалар өсөн был заманса белем биреү учреждениеһы проектын хупланы. Мәктәп илдең һәм республиканың математика элитаһын әҙерләйәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.

«Беҙ 21-се  быуат мәктәбен төҙөйбөҙ. Унда республиканың интеллектуаль элитаһын тәрбиәләйәсәкбеҙ. Төҙөлөш башланғысын ил Президенты Владимир Путиндың хуплауы ла мөһим. Шуға ла бар нәмәгә етди иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ бында парк, ҙур булмаған стадион, йүгереү юлы, ике спорт залы, яҡшы китапхана, юғары кимәлдәге ҡунаҡхана урынлашасаҡ. Беҙҙең маҡсат — тотош Башҡортостандан уҡыусыларҙы саҡырырлыҡ лицей-интернат төҙөү.

1 октябрҙән мәктәпкә ҡабул итеү башлана. Ул өс этаптан торасаҡ. Һуңғы ҡарар киләһе йәй ҡабул ителәсәк, алтынсы кластан алып уҡыусылар бында 2027 йылдың 1 сентябрендә уҡый башлаясаҡ. Ун беренселәрҙе ҡабул итмәйәсәкбеҙ, сөнки улар инде мәктәпте тамамлай.

Шулай уҡ иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап аласаҡбыҙ. Был мәктәп кенә түгел, ул республика мәғарифы флагманы буласаҡ. Маяҡ кеүек иң алдынғы алымдар һәм компетенциялар менән бергә алға алып барасаҡ.

Яҡташыбыҙ Бәшир Рәмиевтың иҫтәлеген нисек итеп мәңгеләштереү хаҡында ла уйлайбыҙ. Лицейға уның исеме биреләсәк. Беҙ уға бюст ҡуябыҙ. «Урамда берәйһенән Бәшир Рәмеевтың кем икәнен һораһаң, белмәйҙәр. Ә ул ҙур ғалим булған. Ул Башҡортостанда эшләмәгән һәм бында ерләнмәгән. Ул беҙҙең яҡташ, Баймаҡ районынан, шуға күрә уның иҫтәлеген бында мәңгеләштерәсәкбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө майҙансығында булды. Буласаҡ математиктар мәктәбе «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы төҙөлә.



Вернуться назад