БР хөкүмәтендә уҙған «Төҙөлөш сәғәте»ндә концессия шарттарында мәктәптәр төҙөү барышын ҡаранылар.
Башҡортостанда концессия килешеүе сиктәрендә һәр береһе 1 225 урынлыҡ өс яңы мәктәп асыласаҡ. Уларҙың икеһе – Өфөнөң Ленин һәм Дим райондарында, ә береһе Нефтекаманың 14-се биҫтәһендә урынлашҡан.
Уҡыу корпустары 2026 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. «ПроШкола» компанияһының генераль директоры урынбаҫары Андрей Григоржевский һүҙҙәренсә, проекттарҙы билдәләнгән ваҡытҡа тамамлау көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 29 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында Өфөлә 1 225 урынлыҡ 88-се мәктәптең яңы корпусын асты.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон яңыртыу концепцияһын тикшерҙе. 2026 йылдың аҙағына тиклем проект документацияһы әҙер булырға тейеш, ә Актерҙар йортон төҙөкләндереү эшен 2027 йылда башлау планлаштырыла.