Документ бюджет иҫәбенә шифахана-курорт дауалауын алыусылар даирәһен киңәйтә.

Башҡортостанда хөкүмәттең мәғариф хеҙмәткәрҙәрен шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү тәртибен раҫлау тураһында ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Документ бюджет иҫәбенә шифахана-курорт дауалауын алыусылар даирәһен киңәйтә. Хәҙер педагогтар ғына түгел, белем биреү ойошмалары етәкселәре лә республика шифаханаларында дауаланыуға иҫәп тота ала.
Тағы ла бер яңылыҡ юллама алыу өсөн кәрәкле документтарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытына ҡағыла: хәҙер белешмәләр документтар ҡабул ителгән йылдан да алдараҡ бирелергә тейеш түгел.
Бынан тыш, 2027 йылдан башлап бирелгән сертификаттар 6 ай (ләкин ағымдағы йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса) ғәмәлдә ҡала. Льгота менән файҙалана алмаған осраҡта, сертификатты уның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғансы ойошмаға кире тапшырырға кәрәк.
Шулай уҡ сертификат хужаһының һалым, йыйым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш.