Өфөлә Көрәш һарайы янында «Белем һарайы» ҡалҡып сыҡты28.07.2026

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МАХ-тағы рәсми каналында яңы мәктәп төҙөлөшөнөң тамамланыуы тураһында хәбәр итте.

Фото: Радий Хәбиров | МАКС-та рәсми канал

«Көрәш һарайы эргәһендә белем һарайы барлыҡҡа килде, — тип яҙа Радий Хәбиров. — Өфөнөң Глумилино-2 биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә. Беләм, урындағы халыҡ уны ныҡ көтә – йәш, әүҙем район, бында балалы ғаиләләр йәшәгән яңы йорттар күп».

Бина – 88-се мәктәптең икенсе корпусы. Беренсе корпус Рәсәй урамында урынлашҡан. Төп төҙөлөш эштәре тамамланған, мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Алда – файҙаланыуға тапшырыу эштәре һәм лицензия алыу.

Яңы мәктәптең үҙенсәлеге уҡытыу йүнәлетәренең төрлө булыуына ҡайтып ҡала. Бында биоинженерия, кадет, спорт, IT, бизнес-кластар асыу планлаштырыла.

Уҡыусыларға һөнәр серҙәренә төшөнөргә партнер вуздар һәм медицина ойошмалары ярҙам итәсәк. Улар араһында – Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө медицина колледжы.

Спорт кластары Көрәш һарайы һәм спорт мәктәптәре менән берлектә эшләйәсәк. Ә кадет кластары уҡыусылары хәрби эш, бал бейеүҙәре, хәрби тарих буйынса түңәрәктәргә һәм секцияларға, шулай уҡ грек-рим көрәше буйынса күнекмәләргә йөрөй ала.

«Заманса мәктәптәр тап шундай матур, иркен, яҡшы йыһазландырылған булырға тейеш. Шуға ынтыласаҡбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.



Вернуться назад