Унда ҡатнашыусылар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған 5 дәүләт.
Өфөнөң 93-сө лицейы уҡыусыһы Самира Абдрахманова, SCO Young Scientists Camp 2026 халыҡ-ара сараһының һайлап алыу турын үтеп, финал этабына саҡырылды. 5-20 июлдә Ҡырғыҙстанда, Ысыҡкүл буйында йәштәр тәжрибәле остаздар етәкселегендә 4-5 кешенән торған халыҡ-ара командаларҙа реаль тикшеренеү проекттары өҫтөндә эшләй.
Халыҡ-ара йәш ғалимдар лагерында ҡатнашыу өсөн Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған биш дәүләттән 70 ҡатнашыусы һайлап алынған, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң мәғариф идаралығынан.
Самира ике йыл рәттән физика һәм астрономия буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы финалдарында ҡатнаша, астрономия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призёры. Шулай уҡ уның портфолиоһында физика һәм астрономия буйынса бер нисә олимпиаданың дипломдары бар.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балға яҙылған эштәр һаны 183-кә еткән.