22 сығарылыш уҡыусыһы максималь балл йыйған.
Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды. Йәмғеһе 16 164 сығарылыш уҡыусыһы һынау тотто. Һөҙөмтәләр белем кимәленең ярайһы уҡ юғары булыуын күрһәтте, тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Ә 22 уҡыусының эштәре йөҙ балл менән баһаланды. Был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, былтыр улар 11 ине (ҡабаттан тапшырыусылар менән бергә 13). Шулай уҡ 2640 сығарылыш уҡыусыһы, 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйып, юғары әҙерлек кимәлен раҫланы.
«Рус теле – беҙҙең мәҙәниәт, тарих һәм милли үҙенсәлектең нигеҙе. Бындай һөҙөмтәләр – республика мәғариф системаһының дөрөҫ йүнәлештә барыуын, ә балаларыбыҙҙың төплө белем алыуын һәм илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙер икәнен дәлилләй», — тип яҙҙы Илдар Мәүлитбирҙин МАХ каналында.
Министр уҡытыусыларға, остаздарға һәм ата-әсәләргә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, түҙемлеге һәм һәр балаға ышанысы өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, сығарылыш уҡыусылары һәм педагогтар юғары профессионаллек күрһәтә һәм төбәктә сифатлы белем биреү традицияларын дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда йөҙ балл йыйып, Башҡортостан вуздарына уҡырға ингәндәр – 150 мең, ә уларҙың уҡытыусылары 50 мең һум алды.