Бөгөн республиканың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай26.05.2026

Өфөлә 11-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы тамамланыуға арналған байрам «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Бөгөн, 26 майҙа, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы була.

Был көндө сығарылыш уҡыусылары мәктәп менән һаубуллаша. Алда – мөһим имтихандар, һөнәр һайлау юлында яуаплы аҙым һәм онотолмаҫ сығарылыш кисәһе.

Бөгөн Башҡортостанда 17,6 меңдән ашыу – ун беренсе, 54 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлай.

Өфөлә ун беренсене тамамлаусылар өсөн уҡыу йылы тамамланыуға арналған ҙур байрам «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында ойошторола.

«Башинформ» яҙғанса, быйыл берҙәм һәм төп дәүләт имтихандары июндә башлана. Аттестат тапшырыу тантанаһы 27 июндә була.



Вернуться назад