Рособрнадзор берҙәм дәүләт имтиханына еңелсә аҙыҡ һәм һыу алып инергә рөхсәт итте

Башҡортостанда бөтәһе 17 692 кеше берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға әҙерләнә.
2026 йылда берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусыларҙың эш өҫтәлендә һыу, дарыуҙар һәм еңелсә аҙыҡ булырға мөмкин. мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта Рособрнадзор хәбәр итте.
Биология, география, математика, физика һәм химия буйынса имтихандарҙа программалаштырылмаған калькулятор һәм линейка ҡулланырға рөхсәт ителә. Әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханында сығарылыш уҡыусыларына орфография һүҙлектәре бирәләр.