Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә14.05.2026

Белем биреү үҙәге Затон биҫтәһендә Миловская, Ғәзи Заһитов, Дмитрий Купцов һәм Лётчиктар урамдары сиктәрендә һалына.

Фото: видеонан скриншот | Олег Котов

Өфөнөң Ленин районында 1225 урынлыҡ 165-се заманса белем биреү үҙәге төҙөлә. Был хаҡта Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итте.

Хәҙер объектта әүҙем биҙәкләү эштәре бара. Башланғыс һәм урта блоктарҙа уҡыу кабинеттарын биҙәү дауам итә. Бәләкәй гимнастика залында төҙөүселәр стеналарҙы буярға әҙерләнә. А һәм Б блоктарында беренсе ҡаттағы кабинеттар һәм коридорҙар тулыһынса буялған, плитка һәм линолеум түшәү эштәре алып барыла.

«Майҙансыҡта эштәр график буйынса бара, темптар кәмемәй. Мәктәп төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша, уны асыу көнө етеп килә», — тине Олег Котов төҙөлөш тураһында.



Вернуться назад