Башҡортостан уҡытыусыларына берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында эшләгән өсөн аҡса түләнә08.05.2026

Уҡытыусыларҙың төп һәм һынау имтихандарын үткәреүҙә ҡатнашыуы уларҙың туранан-тура бурысына инмәй. Был өҫтәмә эш тип иҫәпләнә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдименә ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын һәм Төп дәүләт имтиханын үткәреүгә йәлеп ителгән педагогтар өҫтәмә аҡса алырға тейеш. Түләүҙәрҙең күләмен төбәк властары (шул иҫәптән Башҡортостан) билдәләй.

Уҡытыусыларҙың төп һәм һынау имтихандарын үткәреүҙә ҡатнашыуы уларҙың туранан-тура бурысына инмәй. Был өҫтәмә эш тип иҫәпләнә. Тимәк, уҡытыусыларҙы имтихандарға түбәндәге шарттар үтәлгән осраҡта ғына йәлеп итергә мөмкин: уларҙың яҙма ризалығы, түләү күләмен һәм тәртибен алдан билдәләргә кәрәк, тип хәбәр итә ТАСС ведомствоға һылтанма менән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда уҡытыусылар өсөн яңы өҫтәмә түләү раҫланды.



Вернуться назад