Мәктәп директорҙарының уҡыусылар араһында деструктив тәртипте иҫкәртеү өсөн яуап биргән урынбаҫарҙарына өҫтәмә түләү индерелде.

Башҡортостанда уҡыусылар араһында деструктив тәртипте профилактикалау өсөн яуап биргән мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәмә түләү индерелде. Бында экстремизм, агрессия һәм үҫмерҙәр араһындағы башҡа хәүефле күренештәргә ҡаршы тороу тураһында һүҙ бара.
Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бындай педагогтарға ай һайын эш хаҡынан тыш 30 мең һум өҫтәмә аҡса түләнә. Уларҙың өҫтәмә йөкләмәһе бармы, юҡмы – мөһим түгел.
Яңылыҡ 1-се йәки 2-се хәүефһеҙлек категорияһына ҡараған мәктәптәргә генә ҡағыла. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр буйынса директор урынбаҫарын ваҡытлыса икенсе хеҙмәткәр алмаштырһа (йәки директор үҙе), эшләгән ваҡыт өсөн уға өҫтәмә аҡса түләнә.
Төп шарт: хеҙмәт хаҡы ошо өҫтәмәне иҫәпкә алмайынса МРОТ-тан түбән булырға тейеш түгел.
Ҡарар 2026 йылдың 1 мартында көсөнә инде.