Мәктәпте яңыртыу уҡыусыларға һәм педагогтарға киң мөмкинлектәр аса.

Өфөнөң Ленин районында күләмле проекттарҙың береһе – 46-сы лицейһа капиталь ремонт эштәре дауам итә.
1965 йылда төҙөлгән «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында бина өр-яңы һулыш аласаҡ, балалар һәм педагогтар өсөн заманса һәм уңайлы белем биреү киңлегенә әүереләсәк.
Кисә Ленин районы башлығы Олег Котов ремонт эштәре барышын тикшерҙе. Сифатты контролдә тотоуға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә ҡушылды.
«Бөгөнгә объектта һүтеү эштәре башҡарылған, ҡыйыҡ ремонтланған, һыу менән тәьмин итеү коммуникациялары алмаштырылған, тәҙрәләр яңыртылған, йылытыу системаһы ремонтланған, санузелдарҙа плитка һалынған. Төҙөүселәр уҡыу кабинеттарында биҙәкләү эштәренә тотонған, түшәмдәрҙе яңырта. Тиҙҙән фасадты төҙөкләндерә башлайҙар», — тип һөйләне район етәксеһе.
Капиталь ремонтлау программаһы ремонт эштәре менән генә сикләнеп ҡалмай, мәктәпте күләмле үҫтереүҙе, шул иҫәптән ҡорамалдар һәм мебель һатып алыуҙы күҙ уңында тота, тип билдәләне ул.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 авгусҡа Өфөлә бик күп мәктәптәрҙе яңыртыу планлаштырыла.