Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын конкурста ҡатнашырға саҡыралар29.04.2026

Документтар 12 майға тиклем ҡабул ителә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Башҡортостанда 2026 йылда педагогик хеҙмәтендә уңышҡа өлгәшкән иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар биреү буйынса конкурсҡа документтар ҡабул ителә башланы. Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Педагогтар һәм остаздар» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Премияға стажы 3 йылдан кәм, эш йөкләмәһе аҙнаһына 18 сәғәттән аҙ булмаған педагогтар дәғүә итергә мөмкин (төп эш урыны – мәктәп). Административ йәки ойоштороу эштәрен башҡарған уҡытыусылар ҡатнаша алмай.

Тулыраҡ мәғлүмәт – һылтанма буйынса.



Вернуться назад