Был хаҡта Рәсәйҙең Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Уҡыусыларҙың йәйге каникулдары 27 майҙа башлана һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, балалар тулы ҡеүәткә ял иткәндән һуң яңы көс менән сентябрҙә парта артына ултыра.
«Беҙҙең бурыс – һәр бала йәйҙе күңелле һәм файҙалы үткәрһен өсөн шарттар булдырыу», — тип уның һүҙҙәрен килтерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Балалар өсөн балалар үҙәктәре һәм мәктәп яны лагерҙары эшләй, тип асыҡлыҡ индерҙе Кравцов. Улар спорт-һауыҡтырыу сараларында, конкурстарҙа, уйын, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.
Мәғариф министрлығы йыл һайын төбәктәргә тәҡдим ителгән каникул көндәрен ебәрә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙең графикка төҙәтмәләр индереү хоҡуғы һаҡлана.