Өфө уҡыусыһы Бөтә Рәсәй йәш юл хәрәкәте инспекторҙары олимпиадаһында еңеүсе булды12.03.2026

Өфө ҡалаһының 38-се мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Шамилов үҙенең йәш категорияһында еңеү яуланы, етәксеһе – Петр Дещенко.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Өфөнөң мәғариф идаралығы

Өфөнөң 38-се мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Шамилов «Лукьянов вариҫтары» Бөтә Рәсәй йәш юл хәрәкәте инспекторҙары олимпиадаһында еңеүгә өлгәште.

Баш ҡаланың мәғариф идаралығында белдереүҙәренсә, быйыл интеллектуаль ярыштың финалында туғыҙ төбәктән, шул иҫәптән Башҡортостандан 22 йәш хәрәкәт инспекторы ҡатнашты.

— Олимпиаданың үҙенсәлеге – «Йәмғиәтте өйрәнеү» фәне буйынса интеллектуаль ярыш һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеү күнекмәләренең формалашыуын күрһәтеүгә йүнәлтелгән ижади эш рәүешендә ойошторолоуы. Бынан тыш, олимпиадала ҡатнашыу һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегендә киң мөмкинлектәр тыуҙыра, шулай уҡ йәш юл хәрәкәте инспекторҙарына уҡырға инеү өсөн өҫтәмә балл алырға мөмкинлек бирә, – тип белдерҙеләр идаралыҡта.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-03-12/shkolnik-iz-ufy-stal-pobeditelem-vserossiyskoy-olimpiady-yuid-4611452



Вернуться назад