Быйыл республикала 17 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы БДИ тапшыра06.03.2026

Һайлау буйынса иң популяр фән – профилле математика.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Башҡортостанда 2026 йылда Берҙәм дәүләт имтиханына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Имтихандарҙа 17 мең самаһы сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығынан. Ил буйынса алғанда, һынау тотоусыларҙың һаны 750 меңгә яҡынлашып килә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, уҡыусылар өсөн өс имтихан тапшырыу осоро билдәләнде. БДИ-ны ваҡытынан алда биреү этабы – 20 марттан 20 апрелгә, төп этап – 1 июндән 7 июлгә тиклем. Ҡабаттан тапшырыу өсөн 4 сентябрҙән 25-нә тиклем өҫтәмә осор ҡаралған.

Республика йәштәре араһында профилле математика (яҡынса 62%) һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне популяр. Шулай ҙу уларҙың күбеһе информатика, физика, биология һәм химия менән ҡыҙыҡһына.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-03-06/v-ege-2026-primut-uchastie-okolo-17-tysyach-vypusknikov-bashkirii-4604228



Вернуться назад