Был яңылыҡ 2027-2028 уҡыу йылынан үҙ көсөнә инә.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙы аттестациялауҙа үҙгәрештәр тураһында белдерҙе. Был тарих буйынса телдән имтиханға ҡағыла.
«Туғыҙынсылар 2027-2028 уҡыу йылынан төп дәүләт имтиханы алдынан тарих буйынса телдән имтихан тапшыра», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.