Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы 2026 йылға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының тулы теҙмәһен баҫтырып сығарҙы. Тәүге имтихандар мартта уҡ башлана.

БДИ-2026 (11-се кластар)
11-се кластар өсөн БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу осоро 20 мартта география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандарҙан башлана. Математиканы 27 мартта тапшырырға мөмкин, яҙғы этап 10 апрелдә тарих һәм химия менән тамамлана.
Төп осор 1 июндән 19 июнгә тиклем дауам итә:
1 июнь: тарих, әҙәбиәт, химия;
4 июнь: рус теле;
8 июнь: математика (ике кимәл);
11 июнь: йәмғиәтте өйрәнеү, физика;
15 июнь: биология, география, сит телдәр (яҙма);
18-19 июнь: сит телдәр (телдән), информатика.
Сығарылыш уҡыусыһының теләге буйынса бер фәнде 8 һәм 9 июлдә ҡабаттан тапшырырға була.
ТДИ-2026 (9-сы кластар)
Туғыҙынсы кластар өсөн ваҡытынан алда тапшырыу осоро 21 апрелдә (математика) башлана һәм 6 майға тиклем дауам итә.
Төп осор 2 июндә башлана һәм 19 июндә тамамлана.
Мөһим даталар:
2 июнь: математика;
9 июнь: рус теле;
6 июнь: информатика һәм сит телдәр.
Етди сәбәп буйынса имтиханға килә алмаған уҡыусылар өсөн резерв көндәр – июнь аҙағында һәм июль башында, (29 июнь – 6 июль), өҫтәмә осор 3-25 сентябрҙә.