Педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле БДИ индерелә19.02.2026

Үҙгәрештәр 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап ғәмәлгә индерелә.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Мәғариф министрлығы 1 сентябрҙән педагогия вуздарына уҡырға инеүселәр өсөн профилле берҙәм дәүләт имтиханын индерә. Был хаҡта ведомство етәксеһе Сергей Кравцов РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында һөйләне.

«Хәҙер йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ уҡырға инеү өсөн мотлаҡ һынау тип иҫәпләнмәй. Уның урынына абитуриенттарға профилле предметты тапшырырға кәрәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең мәғариф министры.

Уның һүҙҙәренсә, был саралар көслө белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Үҙгәрештәр 2027-2028 уҡыу йылының ҡабул итеү кампанияһынан башлап ғәмәлгә индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-02-19/dlya-postupayuschih-v-pedvuzy-vvedut-profilnyy-ege-4584114


 



Вернуться назад