Олимпиада Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.

Силәбе өлкәһе Сосновка муниципаль округының Сируси мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән өлкә олимпиадаһы уҙҙы. Интеллектуаль ярышта алты муниципалитеттан уҡыусылар ҡатнашты.
Силәбе өлкәһе мәғариф һәм фән министрлығының Башҡортостандың мәғариф министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүе буйынса ҡатнашыусылар өсөн – оҫталыҡ дәресе, ә педагогтар өсөн профессиональ семинар ойошторолдо. Семинар барышында педагогтар профилле министрлыҡтағы коллегаларынан туранан-тура методик тәҡдимдәр алды, иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашты һәм һөнәри бәйләнештәрҙе нығытты.
Сируси мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлоғужина үҙенең сығышында төрлө территорияларҙа йәшәгән уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың тел, тарих һәм мәҙәниәт тирәләй берләшеүе кеүек күренештәр халыҡтың берҙәмлеге идеяларының ғәмәли кәүҙәләнеше булып тороуын билдәләне.
Башҡортостандың мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, олимпиаданы һәм уға бәйле сараларҙы ойоштороу күрше төбәктә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, төбәк-ара белем биреү һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең берҙәмлекте нығытыуына сағыу миҫал да.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был олимпиада интеллектуаль һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә инә («Талант һәм уңыш» системаһы), был уның һәләтле балаларҙы асыҡлау өсөн юғары статусҡа эйә һәм әһәмиәтле булыуын күрһәтә.