
Стәрлетамаҡтың «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Ҡотлоева Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресендә республикабыҙ исеменән сығыш яһаны. Конкурста тотош илдән 30-ға яҡын педагог ҡатнашты. Яҡташыбыҙҙың туған (башҡорт) телен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе уңышлы үтте, ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү эшмәкәрлегендә заманса алымдар ҡулланыуҙы күрһәтте. Икенсе этапта ул башҡорт милли кейеме менән таныштырҙы.
Жюри баһаһы буйынса, Гөлназ Фәйез ҡыҙы бөтә этаптарҙы ла лайыҡлы үтте һәм иң көслө бишәү иҫәбенә инде. Яҡташыбыҙ еңеүсе дипломы һәм башҡорт телен уҡытыуға индергән өлөшө өсөн Рәсәй Фәндәр Академияһы Тел ғилеме институтының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.